

Ошо тәңгәлдә беҙҙең ҡараштар ҡырҡа айырыла. Бәхәсләшә башлайбыҙ. Һәр кемебеҙ үҙ фекеренән тайпылмай. Байлыҡҡа табыныусы Фәүҡинурҙы тотҡан юлынан дүндерә алмайым, икебеҙ ике тарафҡа айырылып китәбеҙ.
Әле лә, ҡайҙан ел ташланы был хаяһыҙ ҡатынды, тип уйлауым булды:
— Һуңғы көндәрҙә гел һине уйлап йөрөйөм, ауылдаш, — тип ихахай-михахайлап килеп ҡосаҡлап алды. Ултырып әҙәмсә хәл-әхүәл һорашып та тормай, аяғөҫтө торған көйө бер бүлмәле генә фатирыма күҙ йүгертеп сыҡты ла тотондо минең тетмәмде тетергә:
— Мин һине миллионерҙыр тиһәм, беҙҙең ауыл сөгөлдөрсө Йәмиләләй булып бер бүлмәле генә фатирҙа көн итәһең икән.
Ауылдашым мине битәрләүҙе шулай башлап китте. Ҡайҙа ҡарама тулып ятҡан китап өйөмөн, өҫтәл тулы ҡағыҙҙарҙы күҙҙән кисерҙе лә теле телгә йоҡмай, ғәҙәтенсә, сурытырға тотондо:
— Әстәғәфирулла, ошонда эшләйһең, ошонда ашайһың, ошонда йоҡлайһыңмы? Китсе, китсе, абау! Ауылға ҡайтып һөйләһәм, әҙәм ышанмаҫ. Гонорарға төшкән аҡсаңды тотонмайынса, әллә тоҡҡа тултырып бараһыңмы? Нисә тоҡ аҡса йыйҙың?
Ул йәнә бүлмә эсен байҡап сыҡты. Бер мөйөштә торған тоҡ янына килеп, уны типкесләп ҡараны:
— Әллә аҡсаң ошондамы?
Көтөлмәгән һүҙҙәргә көлөргәме, асыуланырғамы белмәй баҙап ҡалдым. Аптырағас:
— Нимә һөйләйһең, Фәүҡинур? — тинем. — Ҡасан яҙыусының бай булғанын күргәнең бар? Был тоҡта китап уҡыусыларҙан килгән хаттар ята.
— Яҙаларҙыр, әйтәгүр, яҙаларҙыр. Баҙарҙа гел һинең китаптарыңды эҙләйҙәр. Ҡайҙан алып була, тиҙәр. Күреп йөрөйөм, халыҡ һинең китаптарыңды уҡый. Анау Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы китабыңды нисә ҡат баҫтырып сығарҙың әле?
— Дөйөм тиражы утыҙ меңгә етте.
— Яҙған пьесаң буйынса ла спектакль ҡуялар, буғай.
Уңайһыҙланыу, тартыныуҙың ни икәнен белмәгән шаталаҡ Фәүҡинур тағы бер ҡат китап кәштәләренә күҙ йүгертеп алды. Бына минең балдағым, бармы һинең балдағың, тип әйтергә теләгәндәй, алтын балдаҡлы бармаҡтарын тарбайтып, ҡулын болғай-болғай, әртистәргә хас тауыш менән:
— Эй, байғошҡайым, былай булғас өйөңдә ни ҡағыҙҙан башҡа нимә юҡ таһа. Баҙарҙа шмоткалар һатҡан ҡатындар ҙа һинән арыуыраҡ йәшәй. Яҙыусы булыуыңды ташҡа үлсәйем. Улай бер файҙаһы ла булмағас, ниңә күҙ нурыңды түгеп, үҙ ғүмереңдә бер тапҡыр санаторийға ла бармайынса, һаулығыңды бөтөрөп, яҙышып ултыраһың?
Аптыранып торған ерҙән, ҡапыл зиһенем асылып китте. Ауылыбыҙҙың аҡыллы бер әбейе, күршеләге Нәғимә инәйем, һин иманлыһың, бигерәк кеше йәнлеһең, кешене белмәйенсә үҙеңә яҡынайтма, юҡһа һинең менән идара итә башларҙар ҙа үҙенсә эшләргә мәжбүр итерҙәр, тигәйне, шул иҫкә төштө. Фәүҡинурҙың бала сағы, әлегә тиклемге ғүмере күҙ алдымдан үтте. Бында килеп, алдымда үҙен әллә кемгә ҡуйып, байлығына маһайып торһа ла, ул да – бер колхозсы ҡыҙы. Байлыҡ яратҡанын белеп, Хоҙай Тәғәлә юлына сығарып ҡуйғандыр: бисәһе үлгән бер хәлле үзбәк ирен осратып, ҡыҙ шуға тормошҡа сыҡты. Һирәк-һаяҡ осрашҡанда, үзбәген яманлап һөйләп, зарланып та алғылай:
— Ни хәл итәйем, үҙем һайлап алған яҙмыш. Түҙәм инде, бай бит, — ти. — Ике ҡатлы йорт, иномарка. Ни кейәйем, ни ашайым тигән ҡайғы юҡ. Тик бына балабыҙ булманы.
Мин ошоларҙы иҫләп торған арала Фәүҡинур мине эттән алып, эткә һалып һүгеүен дауам итә:
— Ҡыҙ сағыңда, комсомолка булып йөрөгәндә, ҡәҙимге үткер генә була торғайның даһа. Нисек улай баҫымсаҡҡа әйләндең? Ҡарасәле, йыуашайтып бөтөргәндәр. Ҡуйсы, ҡуйсы, ҡайһылай ярлы йәшәйһең, эй, меҫкенкәйем!
Ижад — минең һайлаған юлым, унда минең үҙ һуҡмағым бар, унан мине һис кем тайпылта алмаҫ. Күңел күҙе һуҡыр, үҙе ҡуҡыр Фәүҡинурға быны аңлатып буламы ни?
Килгәне бирле үҙен күктән төшкәндәй хис иткән ҡунаҡты үҙ урынына ултыртырға кәрәклеген аңланым да, шынаны шына менән сығаралар, тип уйлап, үҙе һымаҡ дорфа тауыш менән өндәштем:
— Туҡта әле, ауылдаш, тороп тор, — тинем. — Телдәрмен тигәс тә, һин нимә, әллә мине тикшерергә килдеңме? Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәнде ишеткәнең юҡмы ни?
Һис нигә иҫе китеп бармаған вайымһыҙ Фәүҡинур, шарҡылдатып көлөп ебәрҙе:
— Йә, йә, үпкәләмә! — Выждан тауышы еңдеме, мине килеп ҡосаҡлап алған булды, арҡамдан һөйөп, шкафҡа теҙелеп киткән китаптарыма күрһәтеп:
— Ошо саҡлы китап сығарып, хеҙмәтеңдең баһаланмауына, күренекле яҙыусы башың менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәп ятыуыңа һыным теймәй генә әйттем. — Ул тәкәбберлеген ҡуйып, тағы ла йомшағыраҡ тауыш менән һөйләп китте: — Күреп, ишетеп йөрөйөм, халыҡ бик оҡшата бит яҙғандарыңды. Бигерәк тә изгеләребеҙ хаҡында яҙған китаптарыңды уҡыйҙар. Миңә килгәндә, үҙ ғүмеремдә бер китап уҡыманым, әле һинең китаптарыңды ҡат-ҡат уҡыйым.
Кенә ҡыуырға яратмайым, ҡайтымһаҡмын, килгәне бирле ауылдашымдың йәнгә тейеүен шунда уҡ оноттом да:
— Яҙғанымды оҡшатҡас, үҙеңә яңы сыҡҡан китабымды бүләк итәйем, — тип кәштәнән Зәйнулла ишан тураһындағы китабымды ҡулына тотторҙом.
Фәүҡинур уны әйләндереп, тулғандырып ҡарап торҙо ла күгелйем күҙҙәрен бәзрәйтеп:
— Ә кем ул Зәйнулла ишан? — тип һораны. — Ошо тиклем оло ҡара китап яҙырлыҡ ни хеҙмәте бар?
Ауылдашыма Зәйнулла ишандың кемлеген, уның халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе булыуын аңлатып бирергә тура килде.
— Тағы үҙеңдең аҡсаңа сығарҙыңмы?
— Эйе, самиздат.
— Шул саҡлы бөйөк ишан хаҡында яҙғас, ниңә китабыңды нәшриәттә сығармайҙар? Эй, бахырҡай! Йәлләйем мин һине. — Фәүҡинур ҡабаттан баяғы фиғеленә ҡайтты: — Эй, бахырҡайым, — тип тағы ла ҡабатланы. — Үҙең яҙаһың, үҙең сығараһың, үҙең һатаһың. Три в одном. Алһыҙ-ялһыҙ эшләйһең, көнө-төнө архивтарҙы өйрәнәһең, осрашыуҙарға йөрөйһөң. Тик ҡәҙереңде белмәйҙәр. Йыуашһың! Шуға ла һин ярлының да ярлыһы.
— Фәүҡинур, — тим, килгәне бирле тел менән тирмән тартыусыны туҡтатырға теләп, баяғынан да ҡәтғиерәк тауыш менән өндәшәм, — әйткәнем бар бит, мин байығыуҙы үҙемә маҡсат итеп ҡуймағанмын. Байлыҡтың, дан ҡаҙаныуҙың әҙәм балаһына ни кәрәге бар? Уларҙы әхирәткә алып китеп булмай. Мәңгелек донъяға тик иманыбыҙҙы юлдаш итәбеҙ, тип гел әйтәм бит. Был йәһәттән минең ҡарашты яҡшы беләһең, бынан ары минең ярлылыҡты тикшереүеңде ҡуй. Яҙған китаптарымды уҡып, халҡым иманға ҡайтһа, әҫәрҙәрем рухи тәрбиә бирә алһа, халҡыбыҙҙы берҙәмлеккә, татыулыҡҡа саҡырһа, бөтәбеҙгә берәү булған Ер шарын һаҡлауға өндәһә — миңә шул еткән.
Тел сәйнәү ошоноң менән тамамдыр, тип уйлап, түрбашҡа үттем. Әллә ниҙә бер генә килеп сыҡҡан ауылдашты сәй менән һыйларға кәрәк бит инде. Табын хәстәрләп йөрөйөм, ә Фәүҡинур эргәмдән китмәй, ҡуйырҙан ҡуймай, тағы баяғы хәбәрен сурыта:
— Аңла, һине бит халыҡ ҙурлай. Закон минең ҡулда булһамы, “Халыҡ һөйөүе” тигән премия булдырыр ҙа уны иң беренсе һиңә бирер инем.
— Етте, етте, — тим. — Шапыртма, шайтан ҡолағы ишетеп ҡалмаһын!
— Скромность украшает человека. Но это не всегда так, — ти ҡунағым руссалап, әллә башҡортса әйткән барып етмәй, тип уйлай. — Һинең ниндәй шарттарҙа йәшәүең, юғарынан бирелгән исем-дәрәжәләрең һинең яҙған китаптарыңа тәьҫир итеүен беләһеңме? Белмәйһеңдер. Күптәр бит яҙыусының ижадын халыҡ һөйөүенә, китап уҡыусыларҙың фекеренә ҡарап түгел, уға юғарынан бирелгән дәрәжәле исемдәргә ҡарап баһалай. Наградалар үҙеңә кәрәкмәһә лә, яҙған китаптарыңа кәрәк! Киләсәк быуындар өсөн кәрәк! Һинең дәрәжәң, матди хәлең бермә-бер китаптарыңдың яҙмышына тәьҫир итә бит.
Был юлы Фәүҡинурҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа уның ҡотҡоһона бирелмәҫкә булдым:
— Ҡара әле, Фәүҡинур, етер һиңә фәлсәфә һатыу, — тим. Ә үҙем ауылдашымдың әле генә әйткәндәре хаҡында уйлайым. Эйе, уның был һуңғы әйткән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Йәшермәйем, үҙемдең дә: “Их, ун йыл буйы архив материалдарын өйрәнеп яҙған “Зәйнулла ишан” тигән тарихи-биографик романым берәй премияға лайыҡ булһа, ҡайһылай шәп булыр ине”, — тип уйлайым. Башҡа яҡтарҙа Зәйн Аллаһ Рәсүлиҙе ололоҡлап мәсеттәр, мәҙрәсәләр һалдыралар. “Рәсүлиә уҡыуҙары”н үткәрәләр, уны бөтә мосолман донъяһы ихтирам итә, ә үҙ халҡы уның хаҡта бик аҙ белә. Бына бит, илдәге бар яңылыҡты белеп торған Фәүҡинур ҙа Зәйнулла ишандың исемен дә ишеткәне булмаған, — тип уйланым да, ҡапылда ауылдашым менән һүҙ ҡуйыртҡым килмәне.
Телевизорҙы ҡабыҙып ебәрҙем. Унда халҡыбыҙҙың мәшһүр йырсыһы Фәрит ағай Бикбулатов йырлап тора икән:
Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам,
Миңә башҡа бер ни кәрәкмәй, — ти.
— Яратам ошо йырын, — тим. — Ә һин?
Һорауымды үҙ һүҙле ҡунағым ҡолағына ла элмәне, бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты, һаман үҙенекен ныҡыны:
— Ҡуйсы әле, ауылдаш, теңкәгә теймә. Ана, Фәрит Бикбулатов ағабыҙ ни тип йырланы. Миңә лә шулай: китаптарымды халыҡ яратып уҡыһа, башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй.
Һуңғы әйткән һүҙҙәрем Фәүҡинурҙың тамам йәнен көйҙөрҙө. Яһап биргән сәйен дә эсеп тормайынса, ултырған еренән һикереп торҙо ла:
— Һинең урыныңда башҡа берәү булһа, белер ине ни эшләргә. Ярай, йөрө шулай майрығың әйләнеп, башыңды беттән, тапҡаныңды эттән ашатып, былҡы. — Был юлы уның әре ауылыбыҙҙың изге күңелле әбейҙәрен хәтерләтте, беҙҙе Нәғимә инәйем шулай тип әрләй торғайны. Мин көлөп ебәрҙем. Был көлөү Фәүҡинурҙы тамам сығырынан сығарҙы. Ул урынынан һикереп торҙо ла бейек үксәле модалы туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып, ишеккә табан йүнәлде: — Теләһәң ни эшлә, әйттем-бөттөм. Миңә тимәһә, берәй ҡара урман эсенә бар ҙа шунда ҡыуыш ҡороп йәшә. Ә мин бер килгән ғүмерҙе байлыҡта, муллыҡта маҙрап йәшәргә теләйем.
Шулай тине лә тамам ҡәһәтләнеп, ишекте шарт ябып, ауылдашым сығып та китте.
Фәүҡинурҙы үпкәләтеүемә уңайһыҙланып, икебеҙҙең ике төрлө ҡарашта булыуыбыҙ хаҡында уйланып ултырып ҡалдым. Нәғимә әбейем әйтмешләй, алабарман, алабай ҡатын инде ул, әммә һуңғы әйткән фекеренең хаҡлыҡ барлығын таныным. Белеп торам, ауылдашым мине үҙ күргәнгә генә шулай ярһып битәрләне. Ауылы берҙең ҡәүеме бер, ярашырбыҙ әле.