+30 °С
Болотло
Юмореска
3 Сентябрь 2025, 07:25

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ ТРИКО

(Юмореска) Беҙ, ирҙәр салбар эсенән йылы булһын өсөн трико, үҙебеҙсә әйтһәк ыштан, кейергә тырышабыҙ. Бигерәк тә ҡышҡы һалҡында. Табибтар ҙа, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һалҡын тейҙермәгеҙ тип, иҫкәртеп кенә тора бит. Мин тиҙ генә өшөп барғанға, ул трико тигәненең ҡалынын кейергә тырышам. Һаҡланған менән һаҡланмаған бер түгел инде. Шунан өшөп тә йөрөп булмай бит әле. Кибеттә триконың хаҡы матур ғына, шуға күпселек баҙарҙан, үзбәктәрҙән алырға тура килә. Улар менән һатыулашып, хаҡын бер ни тиклем төшөртөп тә була.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ  ТРИКОРиф ЙӨҘЛӨКБАЙ  ТРИКО
Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ ТРИКО

Көҙгө һалҡындар башланғас, ҡатын менән баҙарға барып, яҡшы ғына ике трико алып ҡайттыҡ. Бисмилла әйтеп береһен кейеп тә алдым. Яңы яңы инде: йылы, рә-ә-әхәт. Кис йоҡлағанда ла һалмайым хатта. Бер аҙна кейеп рәхәтләнеп йылынып йөрөгәс, мунса яғып керергә булдыҡ. Ҡатын мунсаға беренсе китте, мин ғәҙәттәгесә ул сабынғас ҡына барам. Эҫене яратмайым, миндек менән сабынғаным да юҡ. Ҡатын ярата инде, сәғәттәр буйлап ләүкәлә ята.

Мунсаға барғанда ҡатын йыуынып ултыра ине. Сисендем дә ләүкәгә менә башланым, шул мәл йән өҙгөс тауыш менән:

– Нимә булған ул? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мин уға тиҙ генә боролдом. Ул ҡулы менән миңә күрһәтә.

–  Нимә шул тиклем ҡысҡыраһың, әллә яланғас ир күргәнең юҡмы, – тинем асыу менән. – Ҡотомдо алдың бит.

– Күгәрә башлағанһың бит, ярты кәүҙәң зәп-зәңгәр, – ти миңә күрһәтеп.

Боттарыма ҡараһам, үҙем ҡурҡып киттем: билдән түбән тәнем ҡарасҡыл зәңгәр төҫкә ингән. Ни сәбәптәндер, аяҡтарымдың нәски кейгән өлөшө генә үҙ төҫөндә ҡалған. Ни уйларга белмәй аптырашта ҡалдым. Боттарымды тотып ҡарайым, былай тойомо бар, ҡатындың ҡулынан һабынлы мунсалаһын тартып алдым да, ышҡый башланым. Юҡ, үҙгәрмәне, шул көйө ҡалды. Нимә булған? Баштан әллә ниндәй уйҙар йүгерҙе. Күгәрә башлауым яҡшыға түгел икәнен бик яҡшы аңлайым. Мунса инеү ҡайғыһы китте. Ҡасандан алып шулай булды икән, тип уйлай башланым. Яңы ыштанды кейгәнсе күҙгә салынманы. Бер көндө балалар минең эргәлә ручка менән һүрәт төшөрөп йөрөнө, пасталарын ағыҙҙылармы икән? Әллә шул тәнемә таралдымы?

– Кайткас кәрәктәрен бирәм, өр-яңы трикамды боҙғандары өсөн, - тим.

– Уларҙың ниндәй ғәйебе бар, сәбәбе башҡалыр, – ти ҡатын. Мунса кереүҙең йәме китте, тиҙ генә  йыуындым та өйгә ашыҡтым. Ишектән инеү менән:

– Минең өҫкә нәмә түктегеҙ, тәнем зәп-зәңгәр, – тим балаларға асыулы тауыш менән.

– Ни булды, атай? - ди оло ҡыҙым. – Ни булһын, боттарым күгәргән, – тим асыуымды баҫа алмай. Бәләкәсем:

– Атай, күрһәт әле, – ти. Триконы аҫтан күтәреп күрһәткәс, оло ҡыҙым көлөп ебәрҙе.

– Бер көндө инәй ҡөрьән ашында әбейҙәргә ҡулъяулыҡ таратҡас, Рәсимә инәй хәйергә төшкән ҡулъяулығы менән тирләгән битен һөрткәйне, бите ҡарайҙы ла куйҙы. Шунан инәй-апайҙар: үзбәк әйбере шул инде, буяуы сыға ла тора, тип һөйләнде. Ҡыҙының ошо һүҙенән һуң, бүлмәгә индем дә триконы һалып бәрҙем. Ҡатын ҡайтҡас: – Ыштанды йыуып бир әле, – тим. Порошоклы һыу менән биш мәртәбә йыуғас ҡына, һыу таҙара башланы. Баҙарҙан нәмә алһағыҙ ла йыумайса кейә күрмәгеҙ, минең көнгә ҡалыуығыҙ ихтимал.

Фото: https://omet-rb.com/

Автор:
Читайте нас