

Әллә иҫереүе етте Сәғиттең, күңеле тулып, илап ебәрҙе: «Иҫ киткес моң бит һиндә, Ғатуф ағай! Әллә ҡасан ҙур сәхнәләргә сығырға тейеш кешеһең, әрәм генә булып ауылда ятаһың. Сәғиттең маҡтауына ҡупайып киткән Ғатуфтың күңеле булды:
– Шулай тиһеңме, ҡустым, заманында миңә бәлки әртис булырға кәрәк булғандыр?
Сәғит күп уйлап тормай телефонын алды ла, Ғатуфтың йырлағанын төшөрөп, интернет киңлектәренә ебәрҙе. Халыҡ Ғатуфҡа саҡ илле йәш тулып килһә лә, ҡойолған сәсенә, тешенә, күп эсеүҙән шешенеп, бәшегән бәрәңге кеүек бөршәйгән битенә ҡарап, етмеште үткән бабай тип уйланы. Ғатуфтың тамаҡ төбө менән ауылса итеп йырлауы бик күп кешеләрҙең зауығына тура килде, буғай. Кемуҙарҙан күктәргә күтәреп, маҡтарға тотондолар. «Бына исмаһам моң, иҫ киткес тауыш!», «Бик халыҡсан йырлай, әртистәрең ары торһон!», «Быға тиклем ҡайҙа йөрөнө икән был бабай, непременно, халыҡ артисы исемен бирергә кәрәк!», «Телевизорҙан күрергә ине!», «Мәҙәниәт әһелдәре нимә ҡарай икән, шундай талантты күптән сәхнәгә сығармай», – тигән маҡтау һүҙҙәре яуҙы төрлө тарафтарҙан. Төпкөл ауылда тыныс ҡына йәшәп ятҡан Ғатуфтың «йырсы» тигән даны таралды.
«Шундай шәп халыҡ таланты булғас, концерттарға алайыҡ үҙен», – тине район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәйсә Ғәйфуллина. – Тиҙҙән уңыш байрамы була, шунда йырлаһын!». Концерт булаһы көндө Ғатуфты ауылынан барып алдылар, ашханала бушҡа һыйланылар, матур сәхнә костюмы табып бирҙеләр. Район мәҙәниәт йорто баянсыһы Радик Сәғиҙуллин менән репетиция яһалды. Радик, йырҙың бер куплетын уйнаны ла: «Ағай, тональносын билдәләйек, өс куплеттыр, моғайын?», – тип башҡа коллективтар янына китеп бароҙы.
Ғүмерҙә лә сәхнәгә сығып ҡарамаған Ғатуф, ҡаушамаҫ өсөн, үҙе менән алып килгән көмөшкәне кешенән йәшереп кенә ике стакан тултырып эсеп ҡуйҙы. Уға ҡыйыулыҡ өҫтәлде. Хәҙер инде ул үҙен филармония сәхнәһенә сығып йырларлыҡ итеп тойҙо. Ғатуфтың сираты етте. Алып барыусы ҡыҙ: «Башҡорт халыҡ йыры «Гәйҙем, гәйҙем», Ҡарамалы ауылынан Ғатуф Хәйбушин йырлай», – тип иғлан итте. Ғатуфты интернет аша белеп өлгөргән тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Йырсы микрофон алдына сыҡты ла, ҡысҡырып йырлап та ебәрҙе:
Гәйҙем, гәйҙем, гәйҙем, гәйҙем
Гәйҙем тип йырламағыҙ шул.
Гәйҙем тип йырламағыҙ.
Мин дә бит ата балаһы
Мине лә хурламағыҙ.
Ғатуф, йырҙың башҡа куплеттарын белмәгәс, тағы ла бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Уға өсәүҙе генә йырлау аҙ тойолдо, буғай, дүртенсегә ҡабатлап ҡуйҙы. Баянсы Радик хәлде аңлаһа ла, йырсы туҡтарға уйламағас, уйнап торорға мәжбүр булды. Зал тулы халыҡ шаулай, көлә башланы. Ғатуф бишенсегә «Гәйҙем, гәйҙем», – тип башлағайны, шаршау ябылды ла, бейеүсе егеттәре уны күтәреп алып сығып та китте. Ғатуфтың бер ҙә сәхнәнән сыҡҡыһы килмәне: «Пошли вы все тегендә! Йырлайым тағы!», – тип ҡысҡырҙы. Тамам иҫергән Ғатуфты, тауыш ҡуптарып йөрөмәһен тип, тиҙ генә ауылына оҙаттылар. Был ваҡиғанан һуң уға «Әртис Ғатуф» тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды.
Харис Шәрипов.
Фото: stihi.ru