+28 °С
Болотло
Юмореска
9 Октябрь 2025, 05:10

Венер ИСХАҠОВ Бүләге ни хаҡ икән?

Насиптың эш бүлмәһендә ултырабыҙ. Бер мәл ишек шаҡыйҙар.– Әйҙү-ү-үк!Насиптың аралашып йөрөгән һабаҡташы икән. Университетта бер төркөмдә уҡығандар. Тыуған көнө менән ҡотларға килгән. Ҡара сәсле һөймәлекле һылыуҡай:– Ошо кескәй генә бүләгемде ҙур итеп ҡабул ҡыл. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем, – тип уға ҡулындағы бүләген һондо. 

Венер ИСХАҠОВ Бүләге ни хаҡ икән?Венер ИСХАҠОВ Бүләге ни хаҡ икән?
Венер ИСХАҠОВ Бүләге ни хаҡ икән?

Насиптың ауыҙы йырылды.
– Кит, нимә һөйләйһең! Бүләктең ҙуры, бәләкәйе була тиме. Иғтибарың өсөн ҙур рәхмәт инде, – тип ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап яратып алды. 
Хәл-әхүәл белешеп, бер сама һөйләшеп ултырғас, ҡунағыбыҙ урынынан ҡуҙғалды. Ә Насип компьютерға текәлде:
– Бүләге ни хаҡ тора икән?..

 

Автор:
Читайте нас