+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Юмореска
5 Февраль , 07:10

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Юмореска

Телефон шылтыраны. Урында ятҡан Хаят көс-хәл менән башын күтәрҙе. Кемгә нимә кәрәк тағы?– Һаумыһығыҙ, Һаулығығыҙ нисек? – тине яғымлы тауыш теге баштан.– Яҡшынан түгел, урында саҡ ятам. Кем шылтырата әле?– Мин шылтыратам, ирегеҙҙең танышы, йәғни әхирәте. Ул шылтыратып хәлегеҙҙе белергә ҡушты.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ   ЮморескаРәлиф КИНЙӘБАЕВ   Юмореска
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Юмореска

– Нимә тиһегеҙ? Ирем шылтыратып хәл белергә ҡушты? Минең температура бар, етмәһә, ҡан баҫымы юғары. Һәм һеҙ, иремдең әхирәте, миңә шылтыратып, мине тамам сафтан сығарырға итәһегеҙме?
– Юҡ-юҡ, мин һеҙҙең ирегеҙ менән ҡырҡ йыллап танышмын, бер балалар баҡсаһына йөрөнөк. Хатта көршәктәребеҙ бергә ултыра торғайны.
– Көршәктәрегеҙ бергә ултыра торғайны?! Иремдең миңә был хаҡта һөйләгәнен хәтерләмәйем. Бәлки, һеҙ мине кем менәндер бутайһығыҙҙыр?
– Улай тип уйламайым. Ирегеҙ әйтте, һеҙҙе сирләп ята, тине. Хәл белешергә, ярҙам итергә ҡушты.
– Әхирәте, тинегеҙ, исемегеҙ нисек һуң?
– Быныһы мөһим түгел. Мин ғаиләле, ирҙә булған ҡатынмын. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға яратмайым.
– Ә нисә тапҡыр ғаиләле булдығыҙ һуң?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ике тапҡыр. Беренсе ирем эсте, икенсеһендә үҙем саҡ ҡына төшөргөләнем. Әйткәндәй, һеҙҙең ирегеҙ бик хәстәрлекле кеше. Юғиһә, һеҙҙе ҡайғыртып миңә шылтыратмаҫ ине. Апушығыҙҙы әйтәм.
– Апуш?! Ғабдулланы Апуш тип йөрөтәһегеҙме? Дөрөҫөн әйтегеҙ, һеҙҙең арала нимә булды? Юғиһә, һеҙ мине тамам үлтерҙегеҙ. Әйтегеҙ, нимә булды һеҙҙең арала?
– Юҡ, бер нәмә лә булманы.
– Нисек булмаһын, һеҙ үҙегеҙ әйттегеҙ, көршәктәрегеҙ бергә ултырған.
– Ҡырҡ йыл элек булғанды кем хәтерләй инде хәҙер. Беләһегеҙме, хәҙер һөйләүе лә күңелле. Көршәктә ултырғанда беҙ шаярып ыштандарыбыҙҙы алыштырып кейә торғайныҡ.
– Ужас! Ыштандарығыҙҙы алыштырып кейә торғайнығыҙ?! Йә Хоҙай, күрәһеләрем бар икән! Тимәк, ике йыл элек Яңы йыл корпоративынан ирем кейеп ҡайтҡан зәңгәр борсаҡлы ыштан һеҙҙеке ине?
– Мин һеҙгә ике йыл элек, тип әйтмәнем, ҡырҡ йыл элек, тинем.
– Айырмаһын күрмәйем, һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, ыштандарыбыҙҙы алыштырып уйнай торғайныҡ тип. Ә беләһегеҙме, мин һеҙҙең ыштанығыҙҙы нимә эшләттем. Мин уның менән унитаз таҙартам.
– Яҡшы булған, бер эшкә яраған бит. Әле температурағыҙ күпме, ҡан баҫымы нисек?
– Һеҙ шылтыратҡанға тиклем һәйбәт кенә ине, һеҙҙең ҡот осҡос дәлилдәрегеҙҙән һуң һыуына башланым, ҡан баҫымы ла түбәнәйҙе. Үҙемде үлеп барған һымаҡ итеп тоям.
– Юҡ, ҡабаланмағыҙ, әле мин һеҙгә барыһын да һөйләп бөтмәнем. Апушты әйтәм, ул бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле ир икән.
– Әллә һеҙ уның һөйәркәһеме? Әле ҡайҙа икәнен беләһегеҙме? Күңелем һиҙә, ул һеҙҙең эргәгеҙҙә ята һымаҡ.
– Ҡайҙа ятһын, ул командировкала ла инде.
– Ә һеҙ уның командировкала икәнен ҡайҙан беләһегеҙ? Үҙе әйттеме?
– Әлбиттә, үҙе әйтте. Мин һуңыраҡ ҡайтам, ҡатыным сирләп тора, һүҙ менән булһа ла ярҙам итегеҙ әле, тине.
– Рәхмәт, ярҙам иттегеҙ инде. Арыуланып килә инем, эштән сығарып һалдығыҙ. Температурам 37, 2 ине, хәҙер 36-ға төштө.
– Нисек төштө? Иптәшегеҙ температурағыҙ 40 тигәйне. Туҡтағыҙ әле, был ниндәй телефон, 290-15-12-ме?
– Юҡ, 290-15-17.
– Ғәфү итегеҙ, мин бит хаталанғанмын.
– Эй, ошо телефонды, саҡ ҡына аңшайһаң, икенсе һандарҙы йыя ла ҡуя.
– Мин дә шулай уйлайым.

 

Автор:
Читайте нас