

- Уны ҡайҙан алырға бит әле?
- Ипподромға барып ҡара, ат заводы ла бар. Бик булмаһа, яҡын-тирә районға барып кил, – тип кәңәш бирҙе Альбина. Гөлмирә, хужалыҡ тауарҙары магазинынан сүп һала торған шыптыр тоҡтар, унар кило һыйҙырышлы, алыпһатарҙар тауар ташый торған ике баул һатып алды ла, автобусҡа ултырып, ипподроиға китте. Юлы уңманы. “Беҙҙең аттарҙы йәйгелеккә районға алып киттеләр, аҙбар тап-таҙа”, – тинеләр. Бер ниәт иткәс, берәй районға барып килергә булды. Иртүк тороп ҡәһүә генә эсте лә, электричка менән Шишмә районына юлланды. Бер станцияға яҡын ғына ятҡан ҙур ауылды күрҙе лә, төшөп ҡалды. Сәйғәфәр тигән ауыл икән. Урамда тәүге осраған кешенән: “Һаумыһығыҙ! Ҡайҙан ат тиҙәге алырға була икән?”- тип һорашҡайны, уныһы әллә аңламаны, Гөлмирәгә иҫәр кешегә ҡараған кеүек итеп ҡараны ла, бер һүҙ әйтмәй үтеп китте.
"Ат тиҙәге булһа, шул Ғатауллала була инде. Ул ғына йылҡы малы тота, анау комбайн торған йортҡа барығыҙ, – тип күрһәтте бер ҡатын. – Үҙе өйҙә түгелдер, ҡатыны Рәйҙә өйҙә тора торған".
- Һеҙгә нимә кәрәк? Йомортҡамы, май-ҡаймаҡмы? – тип һораны ишек алдында йөрөгән хужабикә.
- Һаумыһығыҙ, Һеҙ Рәйҙәме? Миңә ат тиҙәге кәрәк ине, – тине Гөлмирә ҡыйыуһыҙ ғына. – Шуны һибеп ҡарарға ине, юҡһа, баҡсамда бер нәмә лә үҫтерә алмайым.
- Эйе, һатабыҙ, әлбиттә, һатабыҙ! Һеҙгә күпме кәрәк? Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың быға тиклем тиҙәк һатып ултырғандары юҡ ине. Гөлмирә шул тиклем юл килгәс, һатып алырға ла риза ине. Ике шыптыр тоҡто баулдарҙың эсенә урынлаштырҙы ла, һыйғансы ат тиҙәге тултырҙы. Еҫе сығып тормаһын тип баул эстәрендәге тоҡтарҙы ныҡлап бәйләне. Хужабикә һораған бер меңлекте бирҙе лә, ҡушарлап бәйләгән баулдарҙы аллы-артлы яурынына артмаҡлап ҡайтырға сыҡты. Рәйҙә иһә, тиҙәктән дә аҡса эшләй алғанына шатланып, иренә шылтырата һалды. “Ат тиҙәге һатыла, адресы шундай", тип иғлан яҙып ҡуйҙы.
Йөгө яурынын ныҡ баҫһа ла, Гөлмирә ат тиҙәге таба алғанына ҡәнәғәт ине.
-Әйбер һатып йөрөйһөгөҙмө? Нимәләрегеҙ бар? – тип ҡыҙыҡһынды ҡаршыһына осраған бер ҡатын.
- Бер нәмә лә һатмайым, үҙем Рәйҙәнән ат тиҙәге һатып алдым баҡсама.
- Ыстағафирулла! Ат тиҙәген дә һата башлағандар икән һыҡмырҙар, - тип аптырап тороп ҡалды ҡатын.
Сумкаларын йөкмәп станцияға барып еткәнсе тамам хәлдән тайҙы Гөлмирә. Билет алып, электричкаға ултырғайны, арыуы еткәнме, иҙерәп йоҡлап киткән. Төшөндә үҙенең баҡсаһында тоҡлап-тоҡлап ҡыяр, баклажан, йәшникләп эре помидор йыйғанын күрҙе. Дим станцияһын үткәс, уянып китһә, сумкаларынан елдәр иҫкән. “Урлағандар, сумкаларымды урлағандар!”, - тип вагон яңғыратып ҡысҡырҙы Гөлмирә аҙарынып. “Ике ир кеше баулдар йөкмәп Дим станцияһында төшөп ҡалды”, – тинеләр ишек янында ултырған пассажирҙар.
Өфө вокзалына еткәс тә полиция бүлегенә йүгерҙе. Ах та ух килеп хәлен аңлатып бирҙе. “Сумкаларымда бик ҡыйбатлы әйберҙәр ине”, – тип тә өҫтәне. Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ Дим станцияһы менән бәйләнешкә керҙе. “Борсолмағыҙ, йыраҡ китмәһәләр, әйберҙәрегеҙ тиҙ арала табылыр”, – тинеләр Гөлмирәгә.
Урлаған ике ир Дим станцияһына яҡын ағаслыҡ араһында Гөлмирәнең сумкаларын аҡтарып ултырған саҡта тотолдо. Нимә урлағандарын белгәс, икеләтә үрһәләнделәр. Полиция хеҙмәткәрҙәре Гөлмирәгә сумкаларын ҡайтарып бирҙе. Кисен телевизор ҡарап ултыра ине, криминаль яңылыҡтар күрһәтәләр: “Ике ир кеше электр поезында Өфөлә йәшәүсе ханымдың ике сумка ат тиҙәген урлаған. Бурҙар тотолоп яуапҡа тарттырылды. Урланған әйберҙәр ханымға ҡайтарып бирелде”, - тинеләр.
Был хәбәр шунда уҡ интернет сайттарында таралды.
Фото: https://ya.ru/images/