

“Һеҙгә бынау күн плащ бик килешәсәк. Төркиәлә тегелгән”, - тип кәңәш итте кибеттәге консультант ҡыҙ. Ысынлап та, күн плащ бик килешә ине Сәйфелмөлөккә. Хаҡы ла әллә ни ҡыйбат түгел кеүек – егерме биш мең һум. Сәйфелмөлөк күп уйлап тормай, плащты һатып алырға булды. Карта менән иҫәпләшәйем тигәйне, иҫәбендә йәмғеһе ике мең аҡса ғына ҡалған булып сыҡты. Унда бит йөҙ илле мең булырға тейеш ине! Тимәк, Гөлбүләк үҙенә нимәлер алған, суҡынып ҡатҡыр!
- Гөлбүләк! Үҙемә плащ алам тигәйнем, картала аҡса ҡалмаған. Тағы нимәгә тотондоң,- тип ҡатынына шылтыратты асыуланып.
- Сәйфелкәйем, Мөлөккәйем! Һиңә әйтергә онотҡанмын. Үҙемә манул тиреһенән тегелгән тун һатып алдым. Актриса Гөлфиә Рәхимовала шундай тун күргәйнем, аҡса булғанда алмайынса түҙмәнем шул, алтынҡайым, бәғеркәйем!
- Маймыл тиреһенән тинеңме? - тип һораны Сәйфелмөлөк аптырап.
- Һин үҙең маймыл! Манул - себерҙә йәшәгән ҡырағай бесәй була. Шәшке тун кеймәй хәҙер кеше, модала манул туны.
Сәйфелмөлөк аптырап ҡалды. Күн плащ бик тә килешә ине уның мөһабәт кәүҙәһенә. Нисек тә алырға кәрәк тип уйланы ул. Консультант ҡыҙға плащты һатмай торорға ҡушты ла, аҡса эҙләргә тотондо. Кемгә генә шылтыратмаһын, “юҡ” тигән һүҙҙән башҡаны ишетмәне. Сәйфелмөлөктөң бурысҡа аҡса алып, кире ҡайтармағанын күп кеше белә ине. Яҡташы Хажиәхмәткә шылтыратып ҡарарға булды. Пенсияла булһа ла, аҡсаһыҙ түгелдер, моғайын.
- Хажиәхмәт ағай! Миңә егерме биш мең биреп тормаҫһыңмы икән? Балаларҙың өҫтөнә алырға кәрәк ине. Ҡатыным эшләмәй, өйҙә балалар менән ултыра. Үҙемә көс төшә инде. Теүәл бер айҙан кире ҡайтарырмын аҡсаңды, тиненә тиклем.
- Үҙем инфаркт үткәрҙем бит әле, ҡустым. Артыҡ аҡса юҡ та. Дарыуҙарға тотоноп торам. Бер айҙа ҡайтарыр булһаң, биреп торормон инде.
- Ҙур рәхмәт, ағай! Һин электән шәп кеше булдың инде. Әлбиттә, һис һүҙһеҙ бер ай ҙа үтмәҫ, кире ҡайтарырмын. Минең телефон номеры буйынса күсереп ҡуй инде!
Иртәгеһен Сәйфелмөлөк эшкә йылҡылдап торған күн плащ кейеп барҙы. Бер ай ваҡыт үтеп тә китте. Сәйфелмөлөк Хажиәхмәткә бурысын ҡайтарып бирергә уйламаны ла. “Инфаркттан һуң кеше оҙаҡ йәшәмәй шикелле, Хажиәхмәт үлеп ҡалһа, “Аллаһу әкбәр” тип әйтәбеҙ ҙә ҡуябыҙ”, - тип уйланы устарын ыуып Сәйфелмөлөк.
Хажиәхмәттең түҙемлеге бөттө. Көн һайын бурысын ҡайтарыуҙы һорап шылтыратты. Тегеһе, көн һайын иртәгә күсерәм”, - тип алдашты. Итә барып, Хажиәхмәттең телефон номерын “ҡара исемлеккә” тығып, бөтөнләй юйҙы. Хажиәхмәт хәҙер шылтырата алмай, адресын да белмәй. Ялыу яҙыр ине, расписка яҙып бирмәгән. Аптырағас, ҡул һелтәп ҡуйҙы.
Сәйфелмөлөк, элемтә салонында ҡыйбатлы телефон күреп ҡалды ла, аҡса эҙләп, таныш-тоноштарына шылтыратырға тотондо.
Харис Шәрипов.