+10 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Юмореска
23 Апреля , 07:40

Юмореска

Ҡылысбай Мыжыҡовтың яҙыу-һыҙыуға булған таланты башланғыс кластарҙа уҡығанда ҡапыл гөлтләп асылды. Уҡытыусы апай Ғабдулла Туҡайҙың “Беҙҙең Ғәле бигерәк татыу кәзә менән” тигән шиғырын уҡығас, Ҡылысбай ҙа тотто ла үҙҙәренең кәзәһе тураһында шиғыр ишараты әтмәләне. “Шуҡ кәзә” тип атала ине ул. Бәләкәс кенә малайҙың был тиклем дә шәп шиғыр яҙыуына Ҡылысбайҙан да бигерәк уҡытыусыһы шат ине шул! Өйөп биргән бит быға Хоҙай талантты! Әлегәсә ауылда ғына түгел, районда бындай ҙа һәләтле малай тойолғаны булманы! Үәт, ә! Киләсәктә уларҙы данға күмәсәк бөйөк шәхес тап уларҙың ауылынан сығасаҡ. Уҡытыусы уны, малаҙис та малаҙис, тип маҡтап, таҡта алдына сығарып бөтә класс алдында шиғырын һөйләтте.“Беҙҙең кәзәбеҙ бигерәк шуҡ –Тик тора белмәй,Бөтә ергә Керә лә китә”, – тип сатнатып һөйләне лә бирҙе Ҡылысбай.

ЮморескаЮмореска
Юмореска

Уҡыусыһынан шул тиклем ҡәнәғәт булған уҡытыусы:
– Ултыр! Ҙур “бишле”! Һиндә талант бар! Һин бит, ҡойоп ҡуйған шағир! Тағы ла яҙ! – тип маҡтап ебәргәс, Ҡылысбай космосҡа осҡандай хис итте үҙен!
Иртәгәһенә Ҡылысбай тағы ла шиғыр яҙып килтерҙе.
Сусҡалар ҙа, тауыҡтар ҙа
Бер кәзәнән көнләшә!
Беҙҙең кәзәбеҙ бик шуҡ,
Шуға тамағы гел туҡ!
Уҡытыусы йәнә маҡтаны! Китте хәҙер Ҡылысбайҙың даны. Уны район, республика конкурстарына йөрөтә башланылар. Шағир булыу ҡалай һәйбәт икән! Бөтәһе лә һине маҡтай! Хатта бер конкурста, бер үҙе генә ҡатнашҡас, үҙенә бүләк тә бирҙеләр! Ошо бүләк Ҡылысбайҙы тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе. Киләсәктә ул мотлаҡ шағир буласаҡ!
Хәҙер шағир исеме алған егет гел шиғыр яҙыу тураһында ғына уйланы. Математика дәресе бара, ә ул шиғыр уйлай. Яҙа, һыҙа, башын тотоп ултыра, тәҙрәгә ҡарап уйға ла бата. Шул әллә кәрәк, әллә кәрәкмәгән икс, микстар әлегә берәүгә файҙа килтергәне юҡ. Бер шулай уҡытыусы физика дәресендә өйгә бирелгән эште тикшерә башланы, сират Ҡылысбайға етте. Ә ул, тәҙрәнән алыҫҡа ҡараған да, ҡымшанмай ҙа ултыра. Ахырҙа, уҡытыусы уға яҡын уҡ килеп, иңенә ҡағылды:
– Ҡылысбай, һиңә әйтәм! Өйгә эшеңде эшләнеңме?
– Ағай, ни эшләйһегеҙ ул? Мин шиғыр ижад итәм, ә һеҙ минең фекеремде бүлдерәһегеҙ! – тип асыуланды уға малай...
Шиғырҙар табанан төшкән ҡоймаҡ кеүек тыпылданы. Шуҡ кәзә, кәзә бәрәсе, кәзә тәкәһе, туҡал кәзә, ҡыҫыр кәзә, Фәнүзә менән кәзә...
Яҙа торғас, хәтһеҙ генә йыйылды ла китте шиғырҙары.
Ваҡыт үтә барҙы. Шағир ҙурайҙы, мәктәпте бөттө. Шулай ҙа талантына хыянат итмәне. “Кәзәләре” лә ишәйҙе. Кемдеңдер, китап сығарыға кәрәк тип әйтеүе етә ҡалды – нәшриәткә кәзә тураһындағы тупланма барып та ятты. Кәзәләнгән шиғырҙарҙы оҡшатып та бөтмәнеләр. Тик үҙе лә кәзә кеүек әрһеҙ, теләһә ҡайһы ишектән килеп кергән егетте йәлләпме, әллә өмөт бағлапмы, бер көндө “Шуҡ кәзә” тигән китап тып итеп килеп тә сыҡты. Хәҙер ул бит – шағир! Шулай булғас, рәт-сиратына килештереү мотлаҡ. Ҡылысбай кәзә кеүек һаҡал-мыйыҡ та ебәрҙе.
Китап сығыуын сыҡты ла, уны бит халыҡ белергә тейеш. Үҙе лә кәзә кеүек ваҡ-ваҡ, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөгән шағир билдәле ҡәләмдәштәргә китабын да, уның менән бергә күстәнәсен дә йәлләмәне. Вазифалы ғына урын да биләгәс, тегеләре был шағирҙың һөтһөҙ кәзәләрен рәхәтләнеп күккә сөйҙө. “Бөгөн кескәйҙәргә тап шундай туҡал кәзәләр тураһында шиғырҙар кәрәк, балалар әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе талант барлыҡҡа килде”, – тигәнерәк маҡтауҙар, һаҡаллы шағирҙың фотоһүрәттәре менән гәзит биттәре тулды.
Йөрөй торғас, үҙе лә кәзә кеүек әрһеҙләнеп, кермәҫ тишектән дә майлаған кеүек үтеп бөткән “шағир” “кәзәләрен” премияға тәҡдим итеүҙәрен мыҡырлай башланы. Тағы китте журнал, гәзит биттәре. “Бығаса “Шуҡ кәзә” кеүек китапты күргән юҡ ине. Ә авторы, унан да шәберәк. Ҡылысбай Мыжыҡов, был премияға күптән лайыҡ. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Үлгәнен көтөргә ярамай. Ундайҙар юлда тәгәрәп ятмай. Һәр кем дә “Шуҡ кәзә” кеүек үлемһеҙ әҫәр тыуҙыра алмай. Тыуҙыра алһалар, быға тиклем, биллаһи, булыр ине. “Шуҡ кәзә” өсөн шағир Ҡылысбай Мыжыҡов дәүләт премияһына лайыҡ!” Хәҙер инде кәзәләр тураһында кандидатлыҡ диссертацияһы ла яҙып, ғалим да булған шағир үҙе тураһында шәп мәҡәлә яҙып, авторы итеп билдәле бер халыҡ яҙыусыһының исем-шәрифен ҡуйып, аҫтына бөтә наградаларын теҙеп, редакцияларға алып барып та бирҙе. Унан икенсеһен, өсөнсөһөн...
Был донъяла бөтәһе лә һине шәп тип кенә тормай. Тар күңелле, ижадыңды күрә алмағандар менән дә донъя тулған. Мәктәптә бер-ике йыл уҡытҡан ваҡытта “Алла юҡ”, дин – иҫкелек ҡалдығы” тип уҡыусыларға тылҡыған Мыжыҡов, мәсеткә барып, хәйер ҙә бирҙе, доға уҡытты.
“Кәзәһе” шәптән булмаһа ла, әллә үҙе кәзә кеүек әрһеҙ, талымһыҙ булғанғамы, әллә мәсеттәге доға килештеме, мәгәр алды бит премияны Ҡылысбай атлы шағир... Гел тәмлене генә ашап өйрәнгән нәфсеһе туймаҫ кәзәгә был ғына аҙ, бик аҙ. Уға тағы, тағы кәрәк... Бер көн юлда радионы тыңлап барһам, әлеге лә баяғы, Ҡылысбай Мыжыҡов менән әңгәмә алып баралар. “Балалар шағирҙарына иғтибар юҡ. Уларҙың хеҙмәте баһаланмай”, – тигән кәзә тауышы ишетелде унан.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас