

Ирем баҫып торған балаҫты йәһәтләп тартып уны ҡолаттым да, сығып ҡастым. Ирем һуғыуға һуҡмай ул минә. Мин үҙем туҡтай алмай, ҡыҙып китеп, ҡулыма нимә эләгә шуны ташлап алам да китәм.
Икенсе мәртәбә ирем миңә урмандан ... мөгөҙ алып ҡайтты. Йәнәһе, ҡиммәт тора хәҙер мышы мөгөҙө. Әллә мышы мөгөҙө ҡиммәт тора, әллә өс төн ҡайтмай йөрөгәнендә миңә “мөгөҙ ҡуйыуына” ишара. Шулай тип уйлап бөтөп тә өлгөрмәнем, иремдең ҡаҡ маңлайына баяғы мышынан ҡалған нәмә барып та эләкте. Саҡ ҡасып ҡотолдо.
Үҙем бер төрөк әртисен яратам. Үләм инде! Шуның киноларын ҡарайым көн-төн. Баяғы ир генәм мине ҡыҙғанған була. Әле бына яратҡан әртисем һынланған ҙур картина эшләтеп алдым. Үҙе буйлығындай. Беҙҙең йоҡо бүлмәһенә элеп, ирем һунарҙа юғалып йөрөгәнендә өс көн, өс төн бер нәмә эшләмәй керпек тә ҡаҡмай текләп ята инем, йоҡлап киткәнмен. Ә ирем ҡәйнеш менән ҡайтып ингән. Был икәү минең теп-тере булып ҡарап торған әртисемде күреп өнһөҙ ҡалған. Ҡәйнеш шунда уҡ туғандарҙың чатына “Еңгә ыспальняларына һөйәренең рәсемен элеп ҡуйған” тип яҙа һалған. Китте ҡаңғырыҡ!
Бөгөнгө талаш та шуның өсөн дауам итә. Сөнки ирем минең яратҡан әртисемдең исемен йөрөткән әтәсемде, башмағымды (һимертмәйенсә!) һуйырға, ә этемде аҙаштырырға йөрөй! Бына шулар өсөн һуғыш бара әле беҙҙең
Ярай, әхирәттәр, йүгерҙем! Ирем машинабыҙға ла әртисемдең исемен ҡушҡанды һиҙеп ҡалған шикелле!
Фото: gagaru.club