

Әбейемдең Өфөләге Марс кейәүе бизнес һымағыраҡ эшмәкәрлек менән буталып йөрөй. Күп булһа, шуның берәй хәйләһелер инде. Хәҙер күптәр бизнесын ҡәйнәләренә яҙҙыра. Шулай ҙа ҡарттарҙы ла мәхрүм итмәйҙер әле бай кейәүҙәре. Күрәм: өр-яңы бабайымдың “Ладаһы” урамда ултыра, төҙөк йорт, ваҡ мал-тыуарҙары ла бар, шикелле.
– Банктар хәҙер урам һайын. Бик еңел түгелдер инде был заманда ул эште алып барыуы ла?
– Беҙ күберәк инвестицион проекттар менән мәшғүлбеҙ. Әбейең бына бөгөнгө көндә ике фермер хужалығын ҡурсалай, – бабайымдың юғары белемле тарихсы булараҡ бындай стилдә һөйләшеүенә аптырамайым.
– Фермер ғынамы, Фәнил улыңдың күҙ төбәп торғаны ла шул банк та инде, – тине әбей.
– Әәә, әйе төҙөлөш компанияларын финансылайбыҙ икән дә етмәһә, – ти бабайым.
– Әллә сәнәғәт предприятилары ла һеҙҙең банк аша эшләйме?
– Улары ла ҡалмағандыр инде. Бынау Тарғауылдағы Хәмит ҡоҙа тимер бөгөп, ҡапҡа эшләү менән булыша ла инде. Хатта ул да бер көн кредит юллап килгән. Йөҙ мең алып китте.
– Өс айҙа түләп бөтөрәм, ти.
Ҡарттар рәсми рәүештә генә теркәлмәгән, тимәк. Аңлауымса, улар күп нәмәгә мәғлүм булып сыҡты. Беҙҙеңсә әйткәндә, тема эсендәләр, был бизнестың тап уртаһында ҡайнаша. Һаран Марс эшсе ҡулдар экономиялау маҡсатында ҡарттарҙы ла ҡушҡандыр инде. Тик ятмаһындар, тигәндер.
– Документтарҙы Марс кейәүең үҙе алып барамы?
– Наҙан да ул. Үҙем тултырам, ғүмер буйы складта эшләп, уның ғына рәтен беләм инде мин, – тине әбейем.
– Һалым инспекцияһы ҡыҫмаймы?
– Ейәнсәрем юридик институттың иҡтисади факультетында белем ала. Шул үткән айҙа ҡына килеп, сығым-керемде иҫәпләп, отчёт эшләп китте. Баҡһаң, беҙ түгел, ә хөкүмәт үҙе беҙгә тейеш булып сыҡты.
– Әлбиттә, яңы ғына башлап тораһығыҙ, етмәһә пенсияла. Ташламалар байтаҡтыр, һанай башлаһаң. Ә бандиттар ҡамасауламаймы?
– Сәмиғулланан башҡа бында бандит юҡ. Ул да бер литр араҡы алып киткәндән һуң, күҙен дә күрһәтергә оялып, ҡасып йөрөй. Инде ике ай.
Шул арала ҡаланан Фәнил шылтыратты. Әбей телефондан һөйләшкән арала, ике өй аша торған яңғыҙ ҡатынға машина килеп туҡтаны.
– Ана милиция бында көн ашала йөрөп тора. Тирә яҡлап охран. Ғәйнетдинов эйәләшеп алған унда, – тине бөйөрөмә төртөп бабайым.
– Бегемот Глорияға ла ҡарар кеше бар икән дә был донъяла, – тип йылмайҙым мин.
– Ҡараған, ти. Араҡы килтереп бушатып китә. Самопалын һаттыра унан, үҙе милиция начальнигы.
– Начальник түгелдер инде ул тиклем. Прокуратура ла эшләп, ҡыуылды түгелме? Хәҙер ябай тәфтишсе генә, шай.
– Бары шул ҙур кеше инде.
– Малайың илле мең аҡса һорай, ҡарт. Таш бысамы, ер тишәме торған станок алырға кәрәк икән. Элекке төҙөгән урындарынан расчёт килеп етмәгән, ти. – Әбейем телефонын һүндереп, бабайыма боролдо.
– Бирәһең инде. Банк һиндә лә. Ҡара унда, баҙар иҡтисадында әсәй-атай юҡ, тип әйт. Срогын да, процентын да теүәл ҡуй, – тип бабайым мут йылмайып ҡуйҙы.
– Халыҡ көнләшеп интектермәйме? Ауыл советы менән нисек йәшәйһегеҙ?
– Беҙ бит шәфҡәтлелек, социал программалар менән булышабыҙ, – тип һөйләп алып китте тағы ла бабайым. – Пенсионерҙарға ярҙам итәбеҙ, аҙ тәъмин ителгәндәргә...
– Әйтмә лә инде. Шул Фәнүзә лә минең һымаҡ пенсия ала, әйләнгән һайын аҡсаға килә лә етә. Бер көн Урал бисәһе илап килде, һөт аҡсаһы килгәнсе, тип.
Шул саҡ беҙҙең янға шалтырап бөткән машинаһында фермер Кәбир ағай килеп туҡтаны:
– Ғәлимә апай! Берәй ун мең аҡса биреп тормаҫһығыҙ микән? Малайҙар солярка урлап килтергәндәр ҙә, шуны алып ҡалырға ине.
Әбейем фермер менән йорт эсенә инеп киткәс, бабай һорап ҡуйҙы:
– Һин әллә, улым, район гәзитенә эшкә керҙеңме? Беҙҙең бында бик шәп интервью килеп сыҡты ла, сығыуын, әммә бер үк яҙа ғына күрмә инде.
– Юҡ, бабай, мин эшләмәйем унда. Интернетта лайк менән селфи ҡуйыуҙан да бөйөгөрәк ижадым юҡ әле ошоға тиклем.
– Банкир кәрәк булһа, һин Сәфәр тураһында яҙ. Ул банкир.
– Ысынлап та халыҡ Сәфәр ағайҙан аҡса ала торғайны түгелме? Уға хәҙер әллә йөрөмәйҙәрме?
– Һуң ул бит процентҡа бирә лә баһа!
– Ә һеҙ?..
– Процентын һорап ултырһаң, кем килһен ул беҙгә?! Һумға һум. Икебеҙҙең пенсия, Аллаға шөкөр, илле меңдән ашып китә, шуны йыйыштырабыҙ ҙа. Үтескәгә һорап килгән кешене ни йөҙ менән илатып бороп сығарып ебәрәһең?! Ярар, былай кире килтереп торалар ҙа.
– ?..
Фото: ЯИ