

Бер нисә көндән инде бер аҙ хәле еңеләйгәс, тәфтишсе үҙенең һорауҙары менән ирекенләберәк һөйләшергә, тип йәнә янына килеп ултырҙы.
– Кемде шикләнәһегеҙ?
– Нимәлә?
– Ниндәйҙер әҙәм аҡтығы һеҙҙең бармағығыҙҙы киҫеп алып киткән. Бәлки берәй үсле кешегеҙ барҙыр?
– Юҡ. Бер кем дә юҡ. Минең дошмандарым да, көнләшер кешем дә юҡ.
– Ярар. Аңлашылды. Өс көн элек утыҙ беренсе март көнөндә һеҙгә дөйөм ятаҡҡа ҡайтып барышлай Гоголь ун өс кәсер өс урамында билдәһеҙ кеше һөжүм итеп, бармағығыҙҙы киҫкеп алып киткән. Ошо хәл тураһында һеҙҙең нимә иҫегеҙҙә ҡалған?
– Белмәйем ҡараңғы ине. Кемдер артан төртөп йыҡты ла, өҫтөмә ятып ҡулдарымды ҡайырғанын ғына иҫләйем. Шул.
– Тимәк күрмәнегеҙ ул кешене?
– Юҡ.
– Ниндәйерәк ине ул кеше? Ирме? Берәй һүҙ әйтмәнеме?
– Юҡ. Егет кеше ине шикелле.
– Шул ваҡиғанан алда берәй шикле йә сәйерерәк кеше лә осраманымы юлығыҙҙа?
– Ундыйҙарҙы хәтерләмәйем.
– Һеҙ ул кисте бер үҙегеҙ инеме?
– Әйе.
Артабан һөйләшеү ҙә бер ни һөҙөмтә бирмәгәс тәфтишсе Еникеев яҡындары һәм ата-әсәһе менән дә аралашып ҡараны. Университеттың һуңғы дәрестәрен алып барған уҡытыусылары ла, бергә уҡыған курсташтары, бүлмәләштәре лә ла аныҡ ҡына яуабын бирә алырҙай түгел ине. Көндәш ҡыҙҙары ғына түгел, хатта йөрөгән егете лә булмай сыҡты уның. Ҡулында балдаҡ та, талап алырлыҡ ҡыйбатлы башҡа биҙәүес әйберҙәр ҙә таҡмай икән баҡһаң Диана. Хатта үҙе менән күп сумма аҡса ла йөрөтмәүе асыҡланды.
Көн артынан көн үтте. Тәфтишсенең был эше ҡомға терәлде, тығыҙ график һәм башҡа енәйәти эштәрҙе тикшереү менән мәшғүллек был хәлде Еникеевтың иғтибарынан ситкә этте. Шулай ҙа был үҙенсәлекле ваҡиғаны нисектер тейешенсә еренә еткереп тәфтишләү бурысы уны тынысландыра алманы. Ниндәйҙер осо был эштең булырына ул ышанысын юғалтмай ине барыбер. Ҡыҙҙы дауаханан сығарҙылар, ул уҡыуын артабан дауам итте. Ул бармағы юҡлығына килешеп тә бөткәйне инде.
Участковый Судоплатовты ла был енәйәтте асыу эшенән бер кем дә азат итмәгәне аңлашыла. Әлбиттә, тәфтишсе тәү ваҡыттарҙа уға ары-бире йөкләмәләр яҙғылаһа ла, һуңғы ваҡыттарҙа уныһы ла туҡтаны. Инде бер ҡарыш ҡалынлығындағы белешмәләр һәм рапорт, аңлатмалар тейешенсә тултырылып енәйәт эшенең материалдарына беркетелеп ҡалын ептәр менән тегелеп ҡуйылғайны инде.
Шулай ҙа участка уполномоченныйы Еникеевтың кабинетына ара тирә ингесләп, тикшереү барышының һөҙөмтәләрен белешеп, үҙенең фараздарын еткереп йөргөсләүен туҡтаманы. Бөгөн ул тәфтишсенең өҫтәленә тышына бер иблис төшөрөлгән ҡалын булмаған бер китап килтереп һалды.
– Был нимә? – тип һорарға булды аптырағас Еникеев.
– “Сихырсы бармағы”. Авторы Сантис Лайт. Күптән уҡығайным. Хәҙер иҫемә төштө лә шуны магазинда тапмағас, почтанан яҙҙырып алырға булдым. Уҡып сыҡ. Бәлки был эште асырға ярҙам итер.
– Минең уҡырға ваҡыт юҡ. Ҡыҫҡаса нимә тураһында бара?
– Бер сихырсы ҡарт була борон бер ауылда. Төрлө һүҙ сығып, бәлә-ҡазаны унан күреп, ҡартты яндырарға булалар бер заман. Тик бына балдағы менән ни эшләргә, сөнки сихырсының бар көсө ошонда һаҡлана имеш, ти. Шуның өсөн утҡа тығыр алдынан балдағын ҡарттан айырырға ҡарар итәләр, әммә бер ҙә генә һурып ала алмайҙар икән. Шуның өсөн ҡыҙған халыҡ бармағы менән киҫеп алып, эткә ашаталар. Аҙаҡ сихырсының йәне йөрөп үс ала башлай. Бармағын эҙләгән булып сыға инде. Ул да кешеләрҙең төндә тотоп, бармаҡтарын киҫеп алып китә икән. Шулайыраҡ ҡыҫҡаса. Фантастика, әлбиттә.
– Фантастика? Слушай, Судоплатов! Һин нимә миңә делоға шул әкиәтте беркетеп ҡуйырға ҡушаһыңмы? Һин нимә!? Бөгөндән тилеләр йортона алып барып тығасаҡтар икебеҙҙе лә.
– Һуң белмәйем атыу. Эште бары ябыр кәрәк тә инде һиңә.
– Кәрәк шул. Тик реаль материал һорай беҙҙән начальство менән закон! Реаль!
– Һуң, белмәйем, улай булғас. Бер генә сара ҡала инде, уны ла ҡабул итмәйһең. Берәй асарбаҡты ултыртайыҡ, тигәнгә риза түгелһең.
– Мин әле намыҫ тигәнемде һатып ашамағанмын әле. Икенсенән, мотив кәрәк. Ни өсөн мәҫәлән ул асарбаҡҡа бармаҡ кәрәк? Ҡайҙа ҡуйған ул бармаҡты? Аңлайһыңмы?
– Ас булған да, бешереп ашаған.
– Судоплатов! Һинең менән бергә бәлки араҡы эсеүе күңеллелер ҙә. Әммә бында енәйәти эш. Бик етди, аңла! Министр контроле аҫтында тора. Һин дә енәйәтте асыу буйынса төркөмдә тораһың. Шулай булғас. Уйла, башыңды эшләт. Улай тиһәң ҡайҙа инде ул башты эшләтеү. Инде өлкәнән ебәрелгән оперативниктар ҙа бер ай еҫкәнеп тә бер ни ырата алманылар... Ярар, туҡтап тор, бына нимә?! Зыян күреүсе ҡыҙҙың кейемдәрен өҫтәмә экспертизаға ебәргәйнем. Иртәгә инеп сығырһың. Результаттар килергә тейеш...
Дөйөм ятаҡҡа Диананың бүлмәһенә кисләтеп участковый килеп инде.
– Ҡыҙҙар, Диананың эксперизаға алынған кейемендә башҡа төркөм ҡан барлығы асыҡланды. Криминал донъяһы менән бәйле енәйәтселәрҙең ҡаны менән идентификация үткәрелде. Береһе лә тура килмәй. Иртәгә райбүлеккә барып тәфтишсе кабинетына инеүегеҙ мотлаҡ. Ул аңлатыр, барығыҙ ҙа кем Диана менән аралашҡа ҡан биреүегеҙ талап ителәсәк.
– Ҡан? Ҡайҙан? Тимәк мин ҡаршы көс күрһәткәнменме? – тип Диана һорарға булды
– Шулай булып сығыуы ла ихтимал.
– Миңә лә бирергә кәрәкме? – тип өндәште тағы зыян күреүсе.
– Юҡ. Һеҙҙеке бар материалдар эсендә.
– Кәрәк булһа, мин дә бирер инем дә, әммә ҡан бирә торған берҙән-бер бармағым да юҡ бит әле, – тип шаяртырға урын тапты Диана шулай ҙа.
– Нисек берҙән бер? – Судоплатов һағайып китте.
– Шулай. Башҡа бармаҡтарымды сәнсеүҙе кисерә алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, сәнстергәнем дә юҡ инде. Ҡурҡҡас, гел был бармағымды ҡан биргәндә һона торғайным. Баласаҡта осо туңғайны ул, шунан бире ауыртыу тойманым. Йәл, хәҙер ул бармағым юҡ.
Шул саҡ шунда торған Карина исемле ҡыҙ, ҡапыл ниҙер һиҙенгәндәй, битәрен усы менән ҡаплап коридорға сығып югерҙе. Быны Судоплатов һиҙеп ҡалып, ҡыҙҙың артынан йүнәлде...
Икенсе көн Карина тәфтишсе бүлмәһендә ултыра ине инде.
– Белмәйем, был ваҡиғаның эшкә ҡағылышы бармы, юҡмы, әммә участковый Судоплатов һеҙгә барһын һөйләп бирергә ҡушып ебәрҙе... Диананың бармаҡ тишеү тураһында әйткәс ҡапыл минең башҡа һуҡҡандай булды, – тип башланы ҡыҙ ҡалтыранған тауышы менән.
– Тынысланығыҙ. Һеҙ ҡан биреү тураһындамы?
– Шулай тиһәң дә була. Мөмкинме баштан һөйләргә?
– Бик оҙон булмаһа. Миңә теүәл факттар ғына кәрәк, һеҙҙең фекерегеҙҙе тыңлау миңә тамсы ла ҡыҙыҡ түгел. Шуны аңлағыҙ!
– Диана бик аралашыусан кеше түгел, уның дуҫтары ла, дошмандары ла юҡ. Бер ваҡыт ул миңә күңеле менән асыла, нисектер ышанысын белдерә башланы, эс серҙәрен бүлешер булып китте Шулай бер саҡ бер егеткә ғашиҡ булғанын һөйләне ул миңә. Әммә теге егет һис кенә иҫ китәрлек булмаһа ла, Дианаға ҡарамай ҙа ҡуя икән. Шулай айҙар үтте. Етмәһә тегенең һөйгән ҡыҙы бар икәнен белеп ҡалып, Диана бөтөнләй аҡылдан яҙа башланы тиһәң дә була. “Барыбер үҙемдеке итәм!” – ти ҙә ҡуя бит был. Мин уға аңлатырға ла тырышам. “Һин матур, бына тигән егеттәр үҙеңә ҡарарға ғына тора!” – тим.
– Ул егеттең исемен хәтерләйһегеҙҙер?
– Нарим. Фамилияһын белмәйем. Юрфакта уҡый.
– Һеҙ миңә уны күрһәтә алаһығыҙҙыр бит?
– Белмәйем. Диана бер тапҡыр ғына күрһәтте уны миңә. Зира аша табырға була инде.
– Ярар. Шунан?
– Минән ярҙам һораны бер саҡ. Сихыр эшләргә. Мин ундый ҡараңғы эштәрҙән бик ҡурҡам. Шулай ҙа ярҙам итергә бер ни тиклем ваҡыт үткәс ризалаштым инде. Барыбер был үҙенекен эшләмәйенсә, туҡтамаҫ ине.
– Һеҙ магик сара эшләнегеҙме? – Еникеев, тағы әкиәт башланды, тигән уйҙар менән йәнә өмөттәрен өҙөп, башын тотто. Шулай ҙа ҡыҙҙы тыңлап бөтөрөргә үҙендә көс тапты.
– Эйе. Ҡайҙандыр ул магия китабын һатып алған. Төнәтмә эшләргә уйлай был. Төрлө ысулдарҙы миңә күрһәтте ул. Үҙе ҡурҡа, мине янда булһын, тип һорай. Күп эҙләнә торғас, ҡыҙыл шарап менән эшләнә торған вариантҡа туктаныҡ. Балсыҡ көршәк табып, уға ике бокал шарап, корица, ванилин, имбирь, кипкән үрмәксе бото, эт йөнө, чемерица үләне һалып ҡайнаттыҡ. Төнәтмә әҙер булғас, Диана бармағын тишеп бер тамсы ҡанын, кәрәкле һүҙҙәр уҡып, төнәтмәгә төшөрҙө.
– Шунан?
– Шунан икенсе көн ул егеткә эсерҙе.
– Ул егетте ҡайҙан эләктергән һуң?
– Беләһегеҙ ҙә инде беҙҙең бүлмәләш Зираны? Уның егете бар, беҙгә килгәндә, йыш ҡына дуҫын да эйәртә торғайны, Наримды. Шунда Дианабыҙ ғашик булған да инде. Теге сихырҙан һуң егетте күргәнебеҙ юҡ. Юҡ. Бер тапҡыр килде һәм туҡтаны. Дуҫы уны ауырый ти...
Еникеев Карина менән әңгәмәләшкәндән һуң тәүҙә нимә эшләргә икән, тип уйлап ултырҙы. Ул егеттән һорау алыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ һымаҡ. Магия һымаҡ юҡ-барға ул ышанмай, етмәһә был ваҡиғаны енәйәт эшенә бәйләп ҡуйыу ҙа аҡыллы аҙым түгел. Шулай ҙа оҙаҡ уйлағандан һуң тәфтишсе тәүәкәләргә ҡарар итте. Бындай эштә һәр ваҡ-төйәк мөһим һәм был турала бер ваҡытта оноторға ярамай.
Кисен ике оперативник Наримдың йәшәгән бүлмәһенә юлланды. Егет өйҙә булмай сыҡты, ә бергә йәшәгән бүлмәләштәре:
– Уны дүрт-биш көнләп күргән юҡ инде. Шул наркоманкаһы менән берәй ерҙә буталып йөрөйҙөр инде, – тип һөйләнде.
– Ниндәй наркоманка уныһы тағы? – тип аптырап китте полиция хеҙмәткәрҙәре.
– Шунда бер ҡыҙмы, бисәме тапҡан үҙенә. Ҡайҙалыр шунда Свердловала йәшәй, шикелле. Адресын түгел, исемен дә белмәйбеҙ әле хатта.
– Күптән йөрөйме уның менән?
– Ярты йыллап булалыр. Ул да хәҙер шул энәгә ултырғанға оҡшай. Ниндәйҙер икенсе ул. Шунда бер ҡыйлыраҡ.
– Аңлашылды. Был уның карауаты менән тумбочкаһымы?
Оперҙар тумбочкаһын ҡараштырҙылар, әйберҙәре араһында соҡондолар, матрацында әйләндерҙеләр, әммә бер ниндәй ҙә шикле нәмә табылманы. Наркотик матдә ҡулланыуы хаҡында ла, енәйәткә ҡағылышы тураһында ла хәбәр итеүсе предметтар юҡ ине. Шулай ҙа тумбочкала ятҡан бәкене үҙҙәре менән һалып алып киттеләр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре дөйөм ятаҡҡа килеп икенсе көндә лә быны тап итмәгәс, розыскка бирергә булдылар. Яҡшы хәбәр аҙна үткәс кенә килеп етте. Күрше райондың участковыйҙары сираттағы наркопритонды ябып, шунда булған барһын да райбүлеккә килтереп тултырғайны. Шундағы бер тотҡондо тентегән саҡта кеҫәһенән нимәһе менәндер кеше бармағын хәтерләткән сәйер предмет килеп сыға. Әлбиттә, полиция хеҙмәткәрҙәренең баштарыны был һуңынан ғына барып етә, сөнки тәүҙә был әйберҙе берәй уйынсыҡтыр, тип кенә уйлаған булалар. Байтаҡ ваҡыт үтеү сәбәпле был бармаҡ үҙенең төҫөн ярауһы ғына юғалтҡаны аңлашыла. Егеттең шәхесен асыҡлау ҙа бер ни тормай. Был әҙәм бар күрше район полицияһы эҙләгән Нарим булып сыға. Уны шундуҡ алып китеп, тәфтишсе кабинетына ла индереп баҫтыралар.
Егеттең енәйәткә ҡағылышы хаҡында байтаҡ факттар ҙа раҫлай. Хатта ҡан анализын да алып тороуҙың кәрәге ҡалмай. Шулай ҙа был процедураны ла үтәйҙәр барыбер. Әммә ни өсөн был енәйәтте ҡылыуҙың сәбәбен генә асыҡлау бер ни һөҙөмтә бирмәй булып сыға. Тәфтишсенең һорауҙарына Нарим һәр сәғәт һайын күрһәтмәләрен үҙгәртеп, төрлө яуаптар бирә.
– Һеҙ Диана менән танышһығыҙмы?
– Юҡ.
– Һин бармағын киҫеп алған ҡыҙҙың исеме була Диана.
– Бәлки күргәнем барҙыр. Исемен белмәйем.
– Ни өсөн ҡырҡтың уның бармағын?
– Белмәйем, иҫләмәйем мин ул саҡты.
Бер сәғәттән тәфтишсе менән тағы бер һөйләшеү үтте.
– Ни өсөн ул ҡыҙҙың бармағын киҫеп алдығыҙ?
– Ниндәйҙер йола үткәреү өсөн ғиффәтле ҡыҙҙың бармағы кәрәк, тигәйне Вера.
– Ниндәй йола?
– Белмәйем. Вера, дауаланыр өсөн кәрәк, тигәйне.
– Кем ул Вера?
– Минең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым. Уның бөйөрҙәре ауырта.
– Бөгөн притондан һеҙҙе алып сыҡҡанда, ул да шунда инеме?
– Әйе.
– Ни өсөн Диананы ҡорбан урынына һайланығыҙ?
– Башҡаһын ҡайҙан алайым? Мин уны Рафиҡ менән ятаҡҡа килгәндә бер нисә ҡабат күргәйнем. Аҡыллы ғына ҡыҙыҡай һымаҡ ине.
Икенсе көнгә тәфтишсе Еникеевтың кабинетына һорау алыу өсөн Наримдың һөйгәнен дә килтереп еткерҙеләр.
– Нимә өсөн һеҙгә ғиффәтле ҡыҙҙың бармағы кәрәк булды?
– Ниндәй бармағы? Аңламайым! Ниндәй ҡыҙҙың?
– Егетегеҙ, һин бөйөрөңдөме, бауырыңдымылыр дауалау йолаһы өсөн бармаҡ һорағанһығыҙ, тип әйтә.
– Уға нимә етмәйме әллә?! Һөйләмәһен юҡты! Бер нимә лә һораманым мин унан!
– Ошоға яуап бирегеҙ: һеҙгә дауаланыр өсөн бармаҡ кәрәк инеме?
– Ниндәй дауаланыу?! Был наркотиктарҙы ташларға кәрәк миңә тәүҙә. Белмәйем мин бер ниндәй ҙә йола тураһында!
Кабинетҡа Наримды ла алып инделәр.
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙ бер ниндәй ҙә бармаҡ һораманым, тип әйтә.
– Иҫеңдәме, Вера, һин миңә бөйөр дауалау өсөн киҫеп алған бармаҡ тураһында һөйләгәйнең? Һинең бауырың сирле лә инде, мин дә шулай итергә...
– Һин нимә әллә, иҫәрләндеңме тамам?! Берәйһенең бармағын киҫеп алдыңмы? Ысынмы был?
– Мин бит һинең өсөн...
– Һин диуана! Мин бит кино тураһында һөйләгәйнем! Беҙ уны икәү бергә ҡараныҡ! “Сихырсы бармағы” тип атала ине, шикелле. Бәлки икенсе төрлөрәктер, дөрөҫөн иҫләмәйем. Һин бер нимә лә аңламағас, һуңынан мин һиңә яңынан эстәлеген һөйләгәйнем.
– Барығыҙ, әҙерәк тағы уйлағыҙ. Ултыра-ултыра тағы бәлки берәй нимә хәтерегеҙгә төшөр. Ә һеҙ, гражданка, үҙегеҙҙең енәйәттә ҡатнашмауыҙҙы иҫбат итә алмаһағыҙ, бергә китәсәкһегеҙ, – тип Еникеев быларҙы тағы ла камераға оҙатты.
Бер нисә сәғәттән Нарим тағы тәфтишсегә алып инеүҙәрен һорай башланы.
– Гражданин тәфтишсе, миңә уны бирә алмаҫһығыҙмы икән?
– Кемде уны?
– Бармаҡты.
– Юҡ, әлбиттә! Ни бысағымамы ул һиңә?!
– Яратам мин уны!
– Кемде уны?
– Бармаҡты. Диананың бармағын.
– Бармаҡты?! Һин нимә бөтөнләй ысҡындыңмы әллә?!
– Минең йөрөгән ҡыҙым бар, Вера. Ниңәлер бер ваҡыт һыуына башланым мин уға. Ярар ҙа шул ғына булһа икән. Миңә Диананың бармағы оҡшай башланы. Юҡ, ул ҡыҙ үҙе миңә бөтөнләй кәрәкмәй. Тик бына бармағы ғына үҙенә гел генә тартып тик тора. Мөмкин тиклем түҙҙем, әммә башҡа минең сарам юҡ ине.
– Нисек? Бармаҡ үҙеме?
– Әйе. Яратам мин уның шул бармағын.
– Шуның өсөн уны ҡырҡып алдыңмы инде?
– Әйе. Гел уның менән бергә булайым тигәйнем.
– Тағы ла шул балыҡ башы. Нимә булды һуң был донъяға, хоҙайым?!
– Шулай.
– Һөйләп бөттөңме? Бөтһәң, инде китһәң дә була...
Бөгөн тәфтишсе ҡулға алынған егетте психиатрик тикшереүгә оҙатты. Шунан алда ғына Нарим Еникеевҡа енәйәтенең тағы бер сәбәбен асып өлгөрҙө. Уның һөйләүе буйынса ул элекке тормошонда сихырсы булған икән, утта яндырыр алдынан бармағын киҫеп алып эткә биргәндәр. Шуның өсөн ул ошо ниәтте башҡарған булып сыҡты. Был версия бигерәк тә участковый Судоплатовҡа ныҡ оҡшаны. Еникеев үҙе был яңы ғына наркотиктар ҡуллана башлауына ҡарамаҫтан тамам тилеләнгән әҙәмдең һүҙҙәренә ышанмай ине. Шуның өсөн енәйәтте тикшереү барышында асыҡланған мәғлүмәтте бер кемдән дә йәшерергә маташманы. Студент ҡыҙҙарҙың был хәлгә үҙҙәренең айырым ҡарашы булды, һәм улар белгәндәрен Диана менән уртаҡлашыуҙы хуп күрҙе.
– Кем һиңә әйтте уны, ҡайҙа уҡының ул турала? Ҡанды бит, иҫәркәй, тегенән күрем ваҡытында алалар, бармаҡтан түгел!
– Әйе! Эсемде ҡырҡып алһа яҡшыраҡ булыр инеме? Ышанмаһағыҙ, бына китапта шулай яҙылған.
– Юҡ, юҡ, Диана, һин бер нимә лә кешенең ҡан һәм йән системаһында аңламайһың! “Бармаҡ”, тип бында ҡайҙа яҙылған?!
– Бына ҡара!
– Һин нимә, ҡыҙый? Бында бит “ҡан”, тип кенә яҙылған, бер ниндәй ҙә “бармаҡ” юҡ!
– Һуң ҡанды бармаҡтан алмайҙармы?
– Юҡ!