

Сәйфи дуҫ әйтмешләй, әҙәм балаһы һәр ваҡыт үҙендә булмағанды башҡала эҙләй. Ысынлап та, шулай: йыуаш – уҫалды, наҙан – уҡығанды, һәләтһеҙ – һәләтлене, аҡсаһыҙ – аҡсалыны, фатирһыҙ – фатирлыны, хатта йыуан – нәҙекте, ҡыҫҡа – оҙондо, ялҡау – уңғанды өмөт итә, эҙләй, таба һәм, ниһайәт, теләгенә ирешә. Ундай парҙар оҙон ғүмерле, татыу була. Ике уҫалдың бергә татыу йәшәгәнен кемдең күргәне бар? Иртәме, һуңмы икеһе ике яҡҡа юл ала. Беҙ ҙә шулай бер-беребеҙҙе тулыландырып, ғүмерлек дуҫҡа әүерелдек. Дөрөҫ, бер ҡарауға шыр тиле кеүек күренгән шаян дуҫым Сафа менән күңелһеҙ минуттар үткәргәнебеҙ ҙә бар. Ни эшләйһең, дуҫҡа үпкәләп булмай.
Бер көн шулай троллейбуста китеп барабыҙ. Сәйфи дуҫым менән Сафа дуҫым минең артта, ә мин сибәр генә бер ханым ҡаршыһында баҫып торам. Боролор инем дә, уңайһыҙ. Ҡатын-ҡыҙға арт менән баҫыу бер ҙә килешә торған эш түгел. Дуҫтарым ниҙер һөйләшеп көлөшкән була. Билетҡа аҡса алыр өсөн кеҫәгә инер инем, сибәр ханым менән терәлешеп тигәндәй торабыҙ. Әллә ни уйлауы бар...
Шул саҡ бер ҡул, минең ҡабырға эргәһенән үтеп, сибәр ханымдың билен ҡосаҡлап алмаһынмы! Белеп торам: Сафа эше был. Сибәр ханым ҡулындағы сумкаһы менән шап минең яңаҡҡа! Күҙемә уттар күренде..
– Ғәфү итегеҙ, аңламаным?
– Нахал! Өҫтәүенә, һөйләнеп тә тора...
Һүҙемде тамамлай ҙа алманым, ханым ярһыған эттәй өҫтөмә менерҙәй булып:
– Тағы бер һүҙ, оятһыҙ... – тип, сумкаһын күтәрҙе. Эштең мөшкөл икәнен аңлап, күҙ ҡарашымды ситкә борҙом. Бөтә кеше миңә ҡараған кеүек. Нисек итеп «мин түгел, Сафа дуҫымдың эше был» тиһең? Ярай, сығайыҡ ҡына әле... Киләһе туҡталышта теге ханым төшөп ҡалды. Троллейбус иркенәйеп китте. Сафаға үпкәмде белдерергә торғанда, контролёр килеп инде. Ишеккә яҡын тороу сәбәпле, билет һорап, иң тәүҙә миңә өндәште. Мин әлегенән дә нығыраҡ ҡыҙарып:
– Алырға өлгөрмәнем, – тигән булдым.
– Һеҙгә штраф, икенсе тапҡыр өлгөрөргә тырышығыҙ.
Аҡсамды сығарып биргәс, дуҫтарымдың да билеты юҡ икәнен шәйләнем. Тик ни күрәм: быларҙы танырлыҡ түгел. Сәйфи дуҫым һуҡыр ҡиәфәтенә ингән. Ә Сафа, күҙен-башын ҡыйшайтып, ирендәрен дерелдәтеп, паралич һуҡҡан кеше һымаҡ баҫып тора. Йөҙҙәрендә меҫкенлек. Контролёр уларға ҡыҙғаныу тойғоһо менән ҡарап алды ла, алда ултырған йәштәргә:
– Оятһыҙҙар! Ғәрип кешегә урын бирер инегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Алғы рәттәр һикереп тигәндәй торҙо. Сафа дуҫым, ҡыйшайған ауыҙын саҡ-саҡ асып, «сығабыҙ» тип әйтә алды. Кеше уларға йәлләп ҡарай.
– Йәп-йәш кенә көйө...
– Бәхетһеҙлек инде...
– Хоҙай ярҙам бирһен...
Троллейбустан төшкәс, дуҫтарым күҙҙәренә йәш килгәнсе, эстәре ҡатҡансы көлдө. Сафаға булған асыуымды, яңағымдағы сумка эҙен һәм штрафты онотоп, мин дә уларға ҡушылдым.
Фото: ru.freepik.com