+17 °С
Дождь
Юмореска
25 Июня , 09:25

Раушан ҒӘЛИМОВ Тейен ҡапҡасы

Юмореска – Иртәгә, малайҙар, ҡыҙҙар! – тип башланы оҙайтылған көн төркөмө етәксеһе Рәүзиә апай үҙенең телмәр-наказын, – тейен эшләйәсәкбеҙ! Шуның өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ: краска; бер табаҡ бит ҡағыҙ; ҡайсы; елем; кисточка, юҡ ике кисточка! Был барһы ла бөтәгеҙҙең дә бармы? Икенсе кисточка? Әлбиттә, кәрәк! Хәҙер һеҙгә нимә өйҙән апкилергә әйтәм! Ике буш шырпы ҡабы; кисточка, юҡ, өсөнсө кисточка түгел, икенсе; кәтүк ебенең еп кәтүге; кер йыуыу пастаһының һауытының ҡапҡасы! Бөтәгеҙ ҙә ишеттеме?! Онотмаҫһығыҙмы?

Раушан ҒӘЛИМОВ Тейен ҡапҡасыРаушан ҒӘЛИМОВ Тейен ҡапҡасы
Раушан ҒӘЛИМОВ Тейен ҡапҡасы

Барһы ла Асыҡ ауыҙ ҡушаматлы Илдусҡа текәлде. Тегегә “Белмәҫйән мажараларын” уҡығандан һуң йәбешеп ҡалғайны был атама.
– Юҡ, апа, юҡ, онотмайым! – тип Илдус дәфтәренә теркәп ҡуйған исемлекте күрһәтергә булды тиҙ генә аҡланып.

“Кәтүк, шырпы, ҡапҡас..”, тип хәтеребеҙҙә ҡабатлай-ҡабатлай беҙ өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Шырпы ҡабы менән ҡыйынлыҡ тыуманы, буш ҡумта һәр ваҡыт беҙҙең коллекцияла һаҡлана. Бына буш ағас кәтүктәрҙең генә мөйөштәре кимерелгән булып сыҡты, әммә оләсәй был изге эшкә үҙенең епле кәтүген йәлләмәне.

Минең алда бөгөнгө көнгә иң һуңғы һәм ҡатмарлы мәсьәлә генә ҡалды. Нисектер кер пастаһының ҡапҡасын табырға. Йәй булһа бер хәл, сығыр ҙа берәй тыҡрыҡ буйынан алыр ҙа инер инем. Улар һәр ерҙә лә тәгәрәшеп ята. Йәйен беҙ улар менән пушка уйнатабыҙ. Ҡапҡасын ябаһың да, ергә һалып ҡабырғаһына бар көскә баҫаһың. Шарт иткән тауыш сығарып, ҡапҡас алыҫҡа осоп китә. Шунан ҡапҡасты барып алып, тағы ябаһың. Тағы баҫаһың. Ләкин тышта бөгөн йәй түгел, ҡыш. Урам тирәһен ҡараштырҙым, ҡараштырыуын, әммә ҡәһәр һуҡҡыр ҡапҡас күҙгә салынманы. Әсәйҙең эштән ҡайтҡанын көтөр кәрәк. Бәлки тулыһын бушатып бирер.

Шул арал мин буласаҡ тейенде күҙ алдыма килтерәм. Шырпы ҡабы тығылмаған хәҙер уйынсыҡ аҙ инде хәҙер, тик бына кәтүк бер нисек тә тейенгә оҡшамаған. Ҡойроғо ғына булмаһа. Бәлки ҡолаҡтарылыр, аяҡ-ҡулдары ла мөмкин. Шулай ҙа ҡыҙыҡ, был беҙ эшләйәсәк тейенде бик күрге килә. Тиҙрәк иртәгә етһен ине. Эх, бына тик эт йыҡҡыры ҡапҡас ҡына эсте бошора.

Әсәйем эштән ҡайтҡас, донъяның аҫтын өҫкә әйләндереп ҡапҡас эҙләне.
– Яңыһының ҡапҡасын ғына алып бирер инем, уныһы ла юҡ бит әле, ҡороғоро! Керҙе һуңғы ваҡытта порошок менән йыуам! – тип күршеләргә инеп китте. Ауылдың икенсе осонда йәшәгән оләсәйҙәргә лә йүгереп кенә барып килде әсәй, ләкин унда ла табылманы йәне сыҡҡыр ҡапҡас.

Киске ун тула егерме минутта мин бәҙрәфкә сыҡҡанда, әсәйем сарҙаҡтан төшөп килә ине.
– Бер нәмә таптым, бер ярты иллеләй ярығы ғына бар урта тирәһендә. Ярармы икән? – тип һораны ул ҡулындағы ҡапҡасты миңә һоноп.
– Ярар, әлбиттә – тинем мин ҡыуанып.
– Берәй морон-һоронона тейендең ҡуйыла микән был, – тип аптырап ҡуйҙы әсәй.

Иртәгә етте. Оҙайтылмаған көн үтеп, оҙайтылғаны башланды. Рәүзиә апай уҡыусыларҙан өйҙән килтерелгән материалдарҙы йыйып алып өҫтәленә өйөп ҡуйҙы. Синыфташтар барһы ла наказды теүәл үтәгән. Асыҡ ауыҙ хатта һауыты менән килтергән, уныһының эсендә яртылаш паста ла ҡалған икән. Башҡалар ҡайҙан тапҡандыр ҡапҡасты. Ҡыҙҙар ярар “Өй ҡорош” уйнай, бәлки һауыт коллекцияларында һаҡланғандыр. Башҡа малайҙарҙың да, минән айырмалы, ҡыҙ туғандары бар инде, улайға ҡалһа.

Рәүзиә апай кәтүктәрҙе һанап сыҡты ла, теүәл яртыһын Илдусҡа тотторҙо.
– Бар, ошоларҙы мастерскойға алып барып, Мазһар ағайыңдан ҡап уртаға быстырып килтер!
Тегенеһе ярты сәғәттән уҡытыусы өҫтәленә кәтүк яртыларын килтереп бушатты. Апабыҙ тәүҙә күҙен аҡайтып теге малайға ҡараны, аҙаҡтан башын тотоп, ултырғысына сүгәләне, һуңынан ниҙер мығырҙаны ла, ҡалған кәтүктәрҙе йомарлап үҙе сығып китте. Беҙ, ни булды, тип аптырап, уның өҫтәленә ябырылдыҡ. Кәтүктәр барһы ла буйға ярылғайны. Беҙ, белгән кешеләй, Асыҡ ауыҙҙың аңралығынан хайран ҡалып, көлгән булдыҡ.

Уҡытыусыбыҙ уларҙы арҡырыға бүлдереп килтергәс, ниһәйәт беҙ тейен әүәләргә ултырҙыҡ. Тәүҙә беҙ краскаларыбыҙҙы сығарып, табаҡ битте һоро төҫкә буяп ташланыҡ. Икешәр шырпы ҡабы алдыбыҙҙа барлыҡҡа килде шунан. Рәүзиә апа һәр партаға берәр ҡапҡас һәм яртышар кәтүк теҙеп сыҡты. Елемдәребеҙҙе һәм икенсе кисточкабыҙҙы портфельдәребеҙҙән һөйрәп сығарырға күрһәтмә яңғыраны бер аҙҙан.

– Хәҙер ошо ҡапҡасҡа елем ҡоябыҙ. Елемде кисточка менән буяясаҡбыҙ, кисточка партаны бысратмаһын өсөн, кәрәкмәгән ваҡытта ошо кәтүк яртыһының тишегенә ҡаҙап ҡуясаҡбыҙ! Әлегә ҡулыбыҙға ҡайсы алабыҙ ҙа, ошо ҡағыҙҙан тейенгә ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ, аяҡ, һаяҡ киҫеп, шырпы ҡаптарына йәбештерә башлайбыҙ!..

Атаңдың ғына башы! Минең өҫтөмә оло бер сапсаҡ ҡапҡасы менән ҡайнар елем ҡойҙолармы ни. Тәнем буйлап тейендәр йүгерешә башланы. Күҙ алдымдан ниндәйҙер бер гифриттәй кәтүк тәгәрәп үтеп китте, танауыма кер пастаһының еҫе килеп бәрелде. Аҡрын ғына аңымды юғалта бара парта аҫтына шыуа башланым. Артымда ултырған синыфташ ҡыҙҙың сәрелдәп ҡысҡырыуы ғына мине иҫемә килтерҙе ҡапыл.

Мин күҙемде асып, башымды борҙом. Ярыҡ ҡапҡастан парта буйлап елем аға ине.

Автор:
Читайте нас