

Бер аҙҙан беҙ ҙә улар артынан юлға ҡуҙғалдыҡ. Кейәү йортонда ҙурлап ҡаршы алһалар ҙа, машина тәҙрәһе аша оран һалған әтәсебеҙ күҙ алдынан китмәне. Табын артында ултырғанда ла нисек тә уны урлап, кире үҙебеҙгә алып ҡайтыу тураһында уйланым. Әтәсем өсөн үс алаһым килде.
Туй гөрләй, йыр, бейеү, изге теләктәр, ләкин минең генә башта башҡа уйҙар бөтөрөлә. Саф һауа һуларға сыҡҡанда:
– Ҡоҙа, әтәсеңде кире ҡайтараһың килһә, бер литр инде, – тип, минән мәгәрис һорай башланылар.
Мин дә аптырап ҡалманым, улар һорағанды сығарып күрһәттем дә:
– Әйҙәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарға белгертмәй генә аҙбарға инеп эсәйек, – тинем.
Барыһы ла риза булды.
Шунда бер түмәрҙе өҫтәл ҡиәфәтенә килтереп, табын ҡорҙоҡ та туйҙы дауам иттек. Бер шешәне бушатҡас, ҡоҙалар берәм-берәм шунда өйөлгән һалам өҫтөнә ауа башланы. Өсөнсөһө лә ауғас, мин тиҙ генә аҙбар ҡапҡаһына бик һалдым да улар янына ике быҙауҙы ябып ҡуйҙым. Унан, бер ни булмағандай, йортҡа инеп, үҙ урыныма ултырҙым. Бер аҙ ашап-эсеп алғас, ҡоҙасаларҙың иҫенә ирҙәре килеп төштө.
– Ирҙәр ҡайҙа икән? Ниңә һаман инмәйҙәр? – тип, ирҙәрен барларға тотондо тегеләр.
Уларҙың ғына түгел, төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙың да йөҙө ҡасты.
– Ҡоҙа, бергә сығып киткәйнегеҙ бит, ҡайҙа иттең уларҙы? – тип миңә ҡарайҙар.
Мин, мыйығымды борғолап, серле генә йылмайҙым да:
– Күрҙем, – тинем. – Ләкин урлап алып ҡайтып киткән әтәсемде кире бирһәгеҙ генә ҡайҙа икәнен әйтәм.
– Эй, ҡоҙаҡайым, берҙе генә түгел, икене бирәбеҙ. Әйт кенә, – тип ялбара былар.
Ике-өс егет йүгертеп, әтәсемде алып та инде. Мине күргәс, әтәскәйем шатлығынан ҡанаттарын йәйеп, өй тултырып ҡысҡырып ебәрҙе лә минең алдыма килеп ҡунды. Ҡосаҡлашып, бер-беребеҙгә һыйындыҡ.
– Йә, ҡоҙа, әйт инде, ҡайҙа тегеләр? – тип янымда бөтөрөлә башланы ҡоҙасалар.
– Мал һарайында бикле яталар, – тинем тыныс ҡына.
Ҡунаҡтар барыһы ла йыйылышып, мал аҙбарына сығып китте, бер аҙҙан ирҙәрен көс-хәл менән һөйрәп алып инделәр.
Туй дауам итте, был хәлде әленән-әле иҫкә алып, бот сабып көлөштө ҡунаҡтар. Икенсе көндө туй йолаһын шулай матур итеп башҡарған өсөн ҡоҙа-ҡоҙағый мул күстәнәстәр тейәп, беҙҙе оҙатты. Нисә йылдар үтһә лә, осрашҡан һайын был хәлде иҫкә алып, балаларыбыҙҙың бәхетенә һөйөнөп, татыу булып йәшәп ятабыҙ.
Таһир ВИЛДАНОВ.
Һүрәт: https://kiziltan.ru/