+20 °С
Облачно
Юмореска
8 Июля , 09:45

Өйҙә кем хужа?!

(Юмореска) Беҙҙең йортта кем хужа икәнен белеү өсөн бик аҡыллы булырға кәрәкмәй: телевизор пульты кемдең ҡулында — шул парад менән “командауать” итә. Мин күберәк хоккей, футбол һәм үҙебеҙҙең илдә төшөрөлгән кинофильмдарҙы ҡарарға яратам, ә ҡатын сит ил сериалдары өсөн үлеп бара. Пультты эләктереп, хоккейҙың беренсе бүлемен ҡарап өлгөрһәм өлгөрәм, ә унан һуң хоҡуҡ таяғы ҡатын ҡулына эләгә. — Спорт яратҡан кеше тәүҙә үҙе спорт менән шөғөлләнергә тейеш, телевизорға төбәлеп, ҡорһаҡ үҫтереп ятма, бар, минең кина бөткәнсе урамдың теге осонан йүгереп кил, — тип, мине өйҙән сығарып та ебәрҙе. Урамдағы өс электр бағанаһы араһын биш-алты тапҡыр йүгереп урап сыҡтым да, телемде эт кеүек һәлендереп, өйгә ҡайтып индем.

Өйҙә кем хужа?!Өйҙә кем хужа?!
Өйҙә кем хужа?!

— Вәт, маладис, һинән хәҙер шәп спортсы сығасаҡ! — тип, ҡатын миңә телевизор пультын тотторҙо.

Икенсе көндө лә телевизор ҡаршыһына барып ятҡайным:

— Бар әле, бер-ике әйләнеп ин, шунан хоккей ҡарарһың! — тип, ҡатын мине тағы тышҡа сығарып ебәрҙе. Мин шул бағаналар араһын тиҙ генә мыш-мыш йүгереп килдем дә, өйгә инеп, телевизорҙы тоҡандырҙым.

— Бик тиҙ керҙең, әле минең сериалым да башланмаған, бар, тағы йүгереп ин! — тип, бесәй һымаҡ тышҡа ҡыуып сығарҙы.

Урамда, бүре кеүек тирә-яғыма ҡаранып торғанда, күршенең ҡатыны ҡайҙандыр ҡайтып килә ине.

— Күрше, кисә ниңә ҡойроғоңа ут ҡапҡандай, бер бағананан икенсеһенә саптың? – тип һорайсы.

— Физкультпривет! Мин бит хәҙер спорт менән шөғөлләнәм! – тигән булдым, бер нисә тапҡыр сүгәләп күрһәтеп. – Республика чемпионатына әҙерләнәм!

— Һинең кеүектәр генә етмәгән ине унда, – тип хәйләкәр йылмайҙы ла, йортона инеп китте.

Мин тағы алан-йолан ҡарандым да ары киттем. Беренсе бағана араһын бик тиҙ үттем, өсөнсө бағанаға етәрәк: “Бына кем йөрөй икән ул төн буйы этте өрҙөрөп, йоҡомдо бүлеп!” – тигән тауыштан һиҫкәнеп туҡтап ҡалдым. Яҡындағы йортта йәшәгән Яппар икән.

— Күрмәйһеңме, йоҡлар алдынан спорт менән шөғөлләнәм, йөҙгә етергә иҫәп бар, – тигән булдым, яҡшы ат кеүек бер урында тыпырҙап.

— Етерһең, етерһең, беҙҙең ауылда йөҙҙән артыҡ бағана бар, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ла, ҡапҡаһын шарт итеп ябып инеп китте.

Мин дә юлымды дауам иттем. Был араны ут тиҙлеге менән үттем дә, өйгә тиклем йүгереп ингәнемде лә һиҙмәнем.

— Ниңә шул тиклем сабаһың, ҡорт саҡтымы әллә? – тип ҡаршыланы мине ҡатын.

Бер көн дә ҡалдырмайым, өс бағана араһын көндән-көн шәберәк үтә башланым.

Шулай ҡыш та яҡынлашты. Ҡатын бер көндө:

— Һиңә хәҙер саңғы алып бирергә кәрәктер, ҡарҙан йүгерергә һин ҡуян түгел инде, – ти.

— Әй, хоҙайым, күрәһеләр алда икән әле! – тип көрһөнөп ҡуйҙым да, башыма башлыҡ, аяғыма ҡыҫҡа ҡуныслы ката кейеп, урамға йүгерҙем.

Ҡапҡа төбөнә генә сығып баҫҡайным, ҡапҡаһынан егелгән аты менән күрше күренде.

— Күрше, ҡайҙа бараһың? – тип һораным.

— Атайҙарға, һуғым ашына, – ти.

— Улай булғас, мине лә үҙең менән ал, тип, тиҙ генә ат арбаһына һикереп менеп тә ултырҙым.

Ҡар-бурандарҙы туҙҙырып барып еткәндә, күктә йондоҙҙар ҙа ҡабына башлағайны. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, беҙҙе табын артына ултырттылар. Рәхәтләнеп ит ашаныҡ, ҡоймаҡлап сәй эстек, телевизорҙан яратҡан кинофильмды ҡарап, хоккей бөткәс кенә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Баҡһаң, күршем дә үҙ өйөндә телевизор ҡарай алмайынса этләнә икән, шуға күрә көн аралаш булһа ла күрше ауылда йәшәгән атаһына барып ҡайта.

Мин урам башында уҡ төшөп ҡалдым да, йүгереп арыған кеше кеүек, өйгә ҡайтып индем. Ҡараһам, ҡатын ҡулына пультты тотоп диванда йоҡлап ултыра. Асыуымдың нисек ҡабарғанын белһәгеҙ ине, ҡулынан пультты тартып алдым да:

— Өйҙә кем хужа?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем.

Ҡатындың нисек тертләп уянғанын күреп, үҙем дә һикереп киттем. Ул, бахыр, ҡалтыранған тауыш менән: "Һи-и-н-н..." – тине лә, ҡото осҡан бесәй кеүек аш бүлмәһенә инеп тә ҡасты. Бына шунан алып йортта мин хужа, нимә теләйем — шуны ҡарайым...

Таһир УЙЫЛДАНОВ.

Фото: Игорь Кийко һүрәте.

Автор:
Читайте нас