+21 °С
Облачно
Юмореска
28 Июля , 19:35

Саҡырылмаған ҡунаҡ

Венер ИСХАҠОВ – Батырхан Мөхтәровичҡа дан!– Һеҙ беҙҙе ысын йырсы иттегеҙ!– Мең йәшәгеҙ. Хәҙер һеҙгә үҙегеҙ яҙған йырҙы бүләк итәбеҙ!Өфөнөң иң шәп рестораны осоп бара! Шулай булмаҫлыҡ та түгел! Билдәле композитор Батырхан Миһрановҡа күптән түгел атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән исем бирҙеләр. Ошо хөрмәткә ул бергә эшләгән дуҫтарын, туғандарын оло мәжлескә йыйҙы. Үҙе композитор булғас, байрам ғәҙәттәгенән дә шәп бара. Уның йырҙарын башҡарып күпме йырсы йондоҙға әүерелде, төрлө конкурстар еңеүсеһе булды, маҡтаулы исемдәр алды! Улар әйтергә теләгән изге һүҙҙәрен, рәхмәттәрен тап ошо байрамда еткерә алыуына ифрат шат ине.

Саҡырылмаған ҡунаҡСаҡырылмаған ҡунаҡ
Саҡырылмаған ҡунаҡ

Данға күмелгән йырсылар сәнғәт әһеленә береһенән-береһе йылы ҡотлау яуҙырып, рәхмәткә ҡойондорҙо, сәскәләргә күмде.
Байрам ҡыҙған ғына мәлдә ишектә сәсе-башы туҙған, өҫтөнә шалпайып төшкән джемпер, төҫһөҙләнеп, оҙон балағы иҙәнгә төшөп, тапалып бөткән джинсы салбар, аяғына ибәтәйһеҙ кроссовка кейгән Зарафетдин пәйҙә булды. Ҡулына ун йәштәрҙәге малайын да етәкләгән. Бығаса уның шундай байрамдарға саҡырылмай йөрөүен ишетеп-белеүселәр, ана күрҙегеҙме тигәндәй, ҡарашып, бер-береһенә күҙ ҡыҫышты. Билдәле йырсы, мин шулай булыр, тип уйлағайным тигәндәй мыҫҡыллы йылмайып, күршеһенә терһәге менән төрттө. Уныһы эйе тигәнде белдереп, ауыҙын йырып, күҙ ҡыҫты. Был әҙәмде сәнғәт тирәһендәге бер нисә генә кеше белгәс, танымаусылар ҙа бихисап ине. Улары, был ниндәй юлаусы, әллә яңылыш килеп индеме, тип уйлап ҡуйҙы.
Зарафетдин был мәжлескә саҡырылмағайны. Шулай ҙа беҙҙең халыҡта килеп кергән кешене бороу юҡ. Бер килке аптырап ҡалған хужа өҫтәл янына юртып килгән ҡунаҡты табынға әйҙүкләне.
– Әйҙә, әйҙә!
– Килгәс-килгәс, әйҙүкләмәһәң дә үтәбеҙ инде. – Ҡунаҡ композиторға күҙе менән сәнсеп ҡараны. – Ай-бай, минһеҙ генә эсергә уйланығыҙ инде. Ни эшләп миңә әйтмәнең! Әллә бөлөп китермен, тип шөрләнеңме?
Көтөлмәгән ҡунаҡтың тупһыҙ һорауҙарына Батырхан Мөхтәрович, иғтибар итмәҫкә, мәжлестең йәмен ебәрмәҫкә тырышты. Уны әҙәпле генә табын түренә саҡырҙы.
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! Һеҙҙе күреүгә бик шатбыҙ.
– Бигерәк түбән кешеһең инде һин. Кимәлле кеше булһаң, алдан уҡ әйтер инең. Кимәл етмәй шул, кимәл!
Зарафетдин табындың түренә лып итеп барып ултырҙы ла, нимәләр бар икән тигәндәй, өҫтәлде күҙе менән һөҙҙө. Унан бер ҡаҙ ботон эләктереп алды ла уны ҙур ғына итеп умырып, супылдатып сәйнәй-сәйнәй:
– Һуңлап килгән ҡунаҡҡа нимә тейеш әле? – тип һораны.
– Штрафной, – тине кемдер.
– Тап шулай!
Ул арала аяҡсы рюмкаға араҡы ҡойҙо:
– Әйҙәгеҙ! – Зарафетдин «һо-о-о» тип өрөп ебәрҙе лә ҡулындағыһын ауыҙына оҙатты. Артынан бәләкәс кенә һауыттағы йәшел нәмәкәйҙе ҡалағы менән алып ҡапҡайны, йөҙө сытырайып, быныһы тағы ниндәй тәмһеҙ нәмә тип, кире төкөрҙө.
– Закускаға йүнле нәмә икән тиһәм, ҡалай тәмһеҙ нәмә ултыртҡанһығыҙ! – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
– Васаби, – тип атала ул. – Был күренеште ҡыҙыҡ итеп ҡарап торғандар пырх итеп көлөп ебәрҙе. – Ул бит тәмләткес!
Был, әлбиттә, Зарафетдинға оҡшаманы!
– Уныһын ғына беләм! – тине дорфа ғына. – Ҡаҙылыҡ юҡмы ни?
– Бар! Бына! – Йәш йырсы ҡаҙылыҡ һалынған тәрилкәне Зарафетдин эргәһенә яҡынараҡ этеп ҡуйҙы.
– Бына быныһы шәп! Ҡаҙылыҡ тиһәң, үләм дә китәм. – Ҡунаҡ бөтә ҡаҙылыҡты үҙенең тәрилкәһенә һалды ла һоғона башланы.
Бер аҙҙан официант ҡунаҡтың алдына аш килтереп ултыртты. Зарафетдин өҫтәлгә алан-йолан ҡаранды:
– Мин бында ҡорот күрмәйем.
– Ҡорот юҡ шул.
– Ҡорот юҡ! Бына әкәмәт! Башҡорттоң табынында ҡорот булмаһынсы! – Күперектәре ауыҙ ҡырыйына ап-аҡ булып йәбешкән Зарафетдин күҙен упайтты. – Ҡорот хәстәрләргә лә зауыҡ, мәҙәнилек кәрәк, мәҙәнилек!
Зарафетдин йәнә уң яғындағы, һул яғындағы күршеләрендәге рюмкаларҙы бер-бер артлы бушатты. Унан бәлештәрҙе һоғондо.
Саҡырылмаған ҡунаҡ килгән тип байрам туҡталып ҡалмай бит инде. Мәжлес дауам итте. Бына һүҙ йырсы Тәслимә Ғәйзуллинаға бирелде. Ул алға сыҡты һәм:
– Хөрмәтле Батырхан Мөхтәрович! – тип һүҙ башланы. – Беҙҙең быуын һеҙҙең кеүек талантлы композиторыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетле. Һеҙ ғәжәп халыҡсан композитор. Беҙҙең эстрадыбыҙға күпме матур йырҙар бүләк иттегеҙ. Һеҙҙең көйҙәр ябайлығы, шулай уҡ профессиональ кимәлдә ижад ителеүе менән отошло. Һеҙ бит күп артистар менән эшләйһегеҙ. Йырсының талантына, булмышына ғына хас йырҙар яҙаһығыҙ. Мәҫәлән, ошо йырҙы һеҙ яҙмаған булһағыҙ, мин бөгөн ошонда тормаған булыр инем. Көндәрҙең береһендә һеҙ мине саҡырып алып, һеңлем, бына һинең өсөн генә ошо йырҙы яҙҙым, тип минән йырлатып ҡаранығыҙ. Унан радиоға, телевидениеға яҙҙырырға кәңәш бирҙегеҙ. Беләһегеҙме, халыҡ был йырҙы бик ихлас ҡабул итте. Ошо йыр менән мин йондоҙ булып уяндым. Халыҡ мине йырсы булараҡ таныны. Унан һуң 20 йыл үтте. Ә тамашасы һаман был йырҙы ярата, концерттарҙа һорап-һорап йырлата. Һеҙ яҙған йырҙар бына нисәмә йылдар халҡыбыҙҙы тәрбиләй, үҫтерә. Артабан да ошо илаһи моңдар барлыҡ тамашасыларҙы тормошҡа дәртләндерер тип ышанам. Бөгөн һеҙҙе ҡотлап, ошо йырҙы үҙегеҙгә бүләк итәм.
Көмбәҙемде болот ҡаплағанда
Ҡояш булып көлөп сыҡтың һин.
Бар донъямды нурға-моңға күмгән
Йырланмаған моңло йырым һин.
Бар донъямды нурға-моңға күмгән
Йырланмаған моңло йырым һин.
Был мәлдә бер сама иҫергән Зарафетдин йәнә телгә килде:
– Ошо йырҙы маҡтап йырлаған кешегә аптырап ултырам әле, – тине Батырхан Миһрановҡа. – Йә, һин, ошоно ысын сәнғәт, ижад тип әйтәһегеҙме. Кит, шул да булдымы йыр! Был бит бытавуха! Бында философия күрмәйем. Яратыу, мөхәббәт имеш.
Батырхан Миһранов, әҙәпле һаҡлапмы, әллә был әҙәм менән бәхәсләшеү урынһыҙ, дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме – барыбер үҙенекен һөйләп тик ултырасаҡ тип уйлап, ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Шулай ҙа йырҙы әҫәрләнеп тыңлаған бер ир:
– Ағай, һеҙ яңылышаһығыҙ! – тине. – Насар йыр булһа, егерме йылдан артыҡ ошо йыр популяр булып йөрөмәҫ ине. Радионан, телевизорҙан ҡотлауҙарҙа ошо йырҙы һорайҙар.
– Эйе, был классик тип әйтер ине, – тип уны ҡеүәтләне ҡаршыла ултырған йәш йырсы Айнур. – Иҫләйһегеҙме, бер конкурс­та тап ошо йыр менән ул лауреат булды!
– Кит әле, юҡты һөйләмә! Табылған сәнғәт белгесе! – Зарафетдин йырҙы маҡтаусыға тупаҫ өндәште. – Белгең килһә, тәрәнлек юҡ был йырҙа, тәрәнлек. Философия юҡ.
– Ағай, һеҙ ҙә композитормы ни? Йырҙар яҙаһығыҙмы? – тине табында ултырыусыларҙың береһе.
– Ниндәй мәғәнәһеҙ һорау ул! Һеҙ ҙә композитормы, имеш! Белгегеҙ килһә, мин Батырхан Миһранов кеүек шәләй-бәләй генә композитор түгел! Ә философ-композитор! – Йөҙө салышайған ҡунаҡ тишә яҙып һорау биреүсегә ҡараны.
– Мин Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова тигән композиторҙарҙы беләм. Ә һеҙҙең исемде тәүгә ишетеүемсе.
– Ишетмәгәнеҙ икән, тимәк, һеҙ ата наҙан! Ысын сәнғәтте аңламайһығыҙ. Ҡара әле мин кемдәр араһында ултырам. Хатта мине танымайҙар. Шаҡы-шоҡо йырҙарҙы яҙғандарға аптырайым мин.
– Ағай, композитор тигәс, һеҙҙең ниндәйерәк йырҙарығыҙ бар ул? Уны кемдәр йырлай?
– Әйттем бит, мин философ-композитор. Әле мин минең йырҙарымды башҡарырҙай йырсыларҙы күрмәйем. Минең йырҙарҙы йырлау өсөн әҙерлек, кимәл, юғарылыҡ кәрәк. – Шул мәл ҡунаҡ композиторға ҡарап:
– Әйт әле, бына һин ошо йырҙы күпме ваҡытта яҙҙың? – тип һораны.
– Күпме ваҡыт тип ни, бер кистә ултырҙым да яҙҙым.
– Бер кистә тиһеңме? – Бер ҡулына рюмка, икенсеһенә сәнске менән ике-өс телем ҡаҙылыҡты бергә эләктергән ҡунаҡ ауыҙын салшайтты.
– Эйе. Шулай ашыҡ-бошоҡ яҙылған тип уйланым да шул. Ысын, юғары сәнғәт улай булмай. Мин, мәҫәлән, бер йырҙы өсәр-дүртәр йыл яҙам. Ныҡ уйланып, хатта һәр ижеккә философия ҡушам.
– Ағай, әтеү миңә берәй йырығыҙҙы бүләк итегеҙ әле, – тине Сәғит тигән йәш йырсы.
– Әйттем мин, мин әлегә минең йырҙарҙы йырларҙай ысын сәнғәт кешеләрен күрмәйем. Шуға ла әлегә йырҙарымды берәүгә лә бирмәнем. Мин киләсәк күҙлегенән ҡарайым. Икенсенән, мин һеҙҙең кеүектәргә йырымды әрәм итеп биреп тормаҫ инем. Ҡабатлап әйтәм, әле мин бында минең йырымды башҡарырҙай йырсыны күрмәйем. Һеҙҙә кимәл юҡ, зауыҡ юҡ. Үҙең уйлап ҡара, нисек инде һин минең йырымды йырламаҡ итәһең. Тауышың да бала әтәстеке кеүек. – Табындағылар ҡунаҡ менән бәхәсләшеүҙе кәрәк тип тапманы.
Ахырҙа бер яҡ мөйөштә атаһының күндәм генә көтөп ултырған улының түҙемлеге бөттө. Ул, атаһы янына килеп:
– Атай, әйҙә ҡайтайыҡ, минең өйгә эштәрем әҙерләнмәгән, – тине.
– Кит әле-е-е, ололар һөйләшкәндә бында бимазалап йөрөмә! – Зарафетдин улын этәп ебәрҙе. – Дәрес әҙерләү, понимаешь! – Малай шым ғына урынына барып ултырҙы.
Бына мәжлес тамамланыуға яҡынлашты. Ресторан хужаһы билдәләнгән ваҡыттың яҡынлашыуы хаҡында иҫкәрмә лә яһаны. Ә был мәлдә философ-композитор рюмкаһын усында тотҡан килеш өҫтәл аҫтында хырылдап йоҡлай ине...

Автор:
Читайте нас