

Икенсе көн мин өйҙә булмаған саҡта ауылдан Юрис ағайым килеп, әсәйемдәрҙән бер тоҡ күстәнәс ҡалдырып киткән. Тәлғәт өйҙә булған да, әммә тегенеһе бүлмәнең ишек төбөнә тоҡто орған да, мине көтөп тормаған. Юрис ағайымдың килгәнен мин вахтер апайҙан ишеттем. Сөнки Тәлғәт һөйләшерлек хәлдә түгел ине. Йөҙө ап-аҡ, ауырып киткәнме, тип уйлағайным башта. Әммә бүлмәләшем бер аҙҙан сығып китте лә, төн уртаһында лыйҡа иҫереп ҡайтты. Шундуҡ ауылға минең менән ҡайтмаясағы тураһында ла белдерергә тырышҡанын да аңлап ҡалдым.
Иртән мин юлға сыҡҡанда, Тәлғәт баш төҙәтеп ултыра ине. Миңә ул:
– Һин башҡортмо, түгелме? – тигән мыҫҡыллы һәм һағайыш ҡарашын ташлап тороп ҡалды.
Ауылға мин тағы бер үҙем генә ҡайтып киттем. Унда шаҡтай эш кәмегән икән. Һуғымды ике көн элек һуйғандар. Утынды ғына үҙебеҙгә бысырға тура килде инде, ни эшләйһең. Кис клубта тағы егеттәргә талашып ҡыҙҙар һуғышты. Бынау Тәлғәте ҡайтҡан булһа, бөтәһенә лә етер ине лә бәлки? Әллә ниндәй ҡорт саҡты бит егетте.
Икенсе көн әсәйем:
– Юрис минең хатты бирҙеме, әллә кеҫәһендә ятамы һаман икән? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ниндәй хатты? – тим мин.
– Тоҡтоң ауыҙына бәләкәй ҡағыҙ киҫәгенә хат һымаҡ бер-ике һүҙ яҙып бәйләгәйнем. Ағайың ни көрәктәй ҡулдары менән елтерәтеп ҡапсыҡты алып сығып та китте, өҙөп тә сығарҙы. Шунан: “Ярар! Үҙенең ҡулына тотторормон, йә өҫтәленә һалып китермен”, – тип кеҫәһенә тығып алғайны хатты, онотҡан инде сығарырға. Һуғым һуйған көндө быйылғы иттән һин дә ауыҙ итһен, ас ятмаһын, тип күстәнәс әҙерләгәнем. Ашыҡ-бошоҡ ҡына килеп сыҡты шул, улым, ярар тоғон алып барып еткергән икән, ни эшләйһең.
Кис ятаҡҡа килеүемә, Тәлғәт икенсе бүлмәгә күсенеп йөрөй ине. Һуңғы төйөнсәктәрен күтәренеп сығып киткәс, бүлмәлә буп-буш булып ҡалды. Өҫтәл аҫтында ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәге ята икән. Ҡулыма алдым.
Бәй, был әсәйемдең яҙған хаты ла баһа.
“ Ришат! Юрис ағайың артынан ваҡ-төйәк ебәрәм. Аша. Ҡунаҡты бөгөн һуйҙыҡ”.
Башмағыбыҙҙың ҡушаматы Ҡунаҡ икәнен, дөрөҫөн әйткәндә, мин белмәгән дә инем. Хәлдең асылы башыма барып еткәс, мин Тәлғәттең артынан йүгерҙем, ул йөҙ ҙә туғыҙҙа булырға тейеш. Әммә бүлмә ишегенә яҡынлашҡас, мин уның иҫерек тауышын ишеттем:
– Ағай! Мин үлемдән тороп ҡалдым, аңлайһыңмы! Белдем мин уның башҡорт түгел икәнлеген! Танауы ла елле генә, һаҡалы ла бар!