

– Бабай менән һөйләшәһең инде, – тине әбейе Зәкиә, иҫәнләшкәс, – ул нимә тип әйтер. Ғәлләм ҡарт төпкө бүлмәләге диванда ята ине.
– Кем бар унда? – тине ул күҙен асмайынса ғына.
– Был мин, Рафаил, газ үткәреп йөрөйбөҙ, бабай.
Ғәлләм, һул күҙен генә асты ла, тегеңә ҡараны. Шунан бармағы менән икенсеһен астырҙы.
– Улым, беҙгә газдың кәрәге юҡ, барыбер оҙаҡламай үләбеҙ.
– Эйе шул! Балалар үҫеп, таралып бөттө. Беҙҙең күпме генә ғүмер ҡалған тиһең, кәрәкмәй беҙгә газ, - тип йөпләне, бер ҡасан иренең һүҙенән сыҡмаған Зәкиә әбей – аҡсаны үлемтеккә йыябыҙ. Малды ла бөтөрҙөк. Әхирәтте лә уйларға ваҡыт.
Әбейенең һүҙен Ғәлләм ҡарт та күтәреп алды:
– Йәшен йәшәгәнбеҙ, ашын ашағанбыҙ тигәндәй, бынан ары газ яғып күпме генә көн итергә яҙыр. Аҡса бар ул, барлыҡҡа. Әбей менән икебеҙгә ҡәбер ташы ҡуйҙыртырға йыябыҙ. Ап-аҡ мәрмәр таштан буласаҡ! Әллә ҡайҙан уҡ күренеп торһон! Йәшәүен матур йәшәнек, шөкөр, ҡәбер таштарыбыҙ ҙа матур булһын.
– Ғүмер буйы утын яҡтыҡ. Икебеҙ ҙә етмеш биш йәште тултырҙыҡ, бер аяғыбыҙ менән ҡәберҙә тигәндәй, сырхаулап та торабыҙ, - тип ҡушылды Зәкиә әбей.
Рафаил бирешергә теләмәне:
– Ҡалай бик тиҙ донъянан китергә уйлағанһығыҙ әле. Тирмәнселәге Хажғәле бабайҙы беләһегеҙ бит. Һикһән йәштәмен тип торманы, иң беренсе булып, үткәрҙе. Өйөнә ҡушып, кирбестән төкәтмә төҙөттө. Газ менән яғыла торған сауна эшләтте, һыу үткәртте, бәҙрәфе ла шунда. Ҡаласа рәхәтләнеп йәшәйҙәр хәҙер.
Был хәбәрҙе ишеткән Ғәлләм урынынан һикереп торҙо. Шул Хажи ҡарт өйөнә мунса эшләткән, бәҙрәф ҡуйҙыртҡан тиһеңме? Чурт с ним, ҡәбер ташы менән, әбей, үткәртәйек беҙ ҙә! Хажғәленән кәм яғыбыҙ юҡ!
– Эйе шул, - тип килеште Зәкиәһе – үлһәк тә, исмаһам, йылы өйҙә ятып үлербеҙ.
Хәҙер инде газ үткәреү мәшәҡәте лә күптән онотолдо. Ғәлләм ҡарт менән Зәкиә әбей балаларын, туғандарын йыйып, ғаилә ҡороуҙарына алтмыш йыллыҡты үткәрергә йыйына.