

Мине шатлыҡ биләп алды, йәшәйешемдә тыныслыҡ хасил булды. Кеҫәмдәге аҡса янсығымды ҡапшап алдым, ҡабарып тора, йылмайып ҡуйҙым. Кибеткә инеүем ашағым килгәнемде көсәйтте. 4 пакет еләк-емеш, ит һәм балыҡ деликатестары, сыр төрҙәре алыу финанс күләмен кәметмәне.
– Нишләп 4 кенә пакет алдығыҙ? – тип ғәжәпләнде кассалағы ҡыҙ. – Һеҙ бит күберәккә иҫәп тота алаһығыҙ?
– Эйе! Минең хеҙмәт хаҡым – 73 мең!
– Ә беҙҙең кассирҙарҙыҡы – артығыраҡ! – тип, иҫе китмәй генә оҙон керпектәрен леперҙәтеп ҡуйҙы.
Ҡыҙҙың дөрөҫөн әйтеүе мине борсоманы. Йәштәрҙең уңышына мин шат ҡына.
– Башҡа эш эҙләгеҙ! – тип кәңәш бирҙе ул.
– Уның ҡарауы, мин күптән түгел генә яңы машина алдым, – тинем бер аҙ төрттөрөп.
– Ә минең 12 балам бар...
– 12!
Мине һыйпап ҡуйҙылар. Йоҡо аралаш ҡатыныма ҡараным.
– Инде сәғәт – 11. Иртәгә эшкә. Тағы йоҡоң туймаған булыр. Телевизорыңды һүндер.
– Нимә? – тип, экранға ҡараным.
– Халҡыбыҙҙың хәле көндән-көн яҡшыра, – тип һөйләп тора һаҡаллы аналитик. – Регионда уртаса хеҙмәт хаҡы 73 мең, был әле сик түгел! Шуның һөҙөмтәһендә һуңғы декадала еңел машиналар һатылыуы артты, фатирҙар һәм зиннәтле әйберҙәр ҙә шулай. Ысын күңелемдән әйтә алам: йыллыҡ инфляция кәмене, 2 тингә булһа ла бензин хаҡы ла төштө. Халыҡ яҡшыраҡ туҡлана башланы. Был – йәштәрҙең кәйефенә ҙур йоғонто яһаны, эш урындарын һайлау мөмкинлеге артты, ғаилә ҡороу теләктәре көсәйҙе, ҡатын-ҡыҙҙар бала таба башланы – күпләп, күпләп, күпләп…
Мин кәйефһеҙ генә пульттың кнопкаһына баҫтым. Статистика программаһы аҡрынлап һүнде.
– Их, – тип мығырҙандым ҡатыныма. – Ниңә уяттың? Мин ысын йәннәттә йөрөй инем бит!
– Иртәгә нығынған рубль курсы тураһында һөйләйәсәктәр һәм туристик индустрия йүнәлештәрен күрһәтәсәктәр. Курортҡа «осарһың», – тигән булды ҡатын, хәйләкәр генә йылмайып. – Мәрйен утрауҙарына барырһың һәм диңгеҙ һауаһын һулап, башың әйләнеп йөрөрһөң шунда...
Айҙар ФАРТОВ.