+12 °С
Облачно
Юмореска
15 Октября , 06:34

Нияз АЛСЫНБАЕВ Ахырзаман көндәлеге

Сатирих хикәйә Редакция бүлмәһенә был бабай эш көнө тамамланыуға килеп инде. Өҫтөндә «мин бында, мине ике ай инде йыуғандары юҡ», тип ҡысҡырып торған күлдәк-салбар, башта – иҫке бейсболка, аяҡта – тапалған сандалий. Күренеп тора, был инсан үҙенең барлыҡ көс-ғәйрәтен һәм пенсияһын тышҡы ҡиәфәтенә түгел, ә ниндәйҙер бөйөк маҡсатҡа бағышлаған. Оҙаҡ һөйләштек беҙ уның менән. Дөрөҫөрәге, башлыса ул һөйләне, миңә һүҙ ҡыҫтырырға ла ирек бирмәне. Бары тик шуны аңланым: был кеше ябай кеше түгел. Был кеше – бөйөк кеше! Яугир кеше! Алдына ҡуйған маҡсатына минутлап, сәғәтләп, көнләп, йыллап бара. Яй бара, әлбиттә, әммә бара! Алға ҡарай бара! Бына 40 йыл инде дауам итә баяғы изге алыш…

Добавить в предпочтительные источники Google
Нияз АЛСЫНБАЕВ Ахырзаман көндәлегеНияз АЛСЫНБАЕВ Ахырзаман көндәлеге
Нияз АЛСЫНБАЕВ Ахырзаман көндәлеге
– Исемем – Фидүс, фамилиям – Теүәлетдинов. Хаҡлы ялдағы милиционер. Ғаиләм бар ине, хәҙер юҡ. Сөнки изге көрәш ҡорбан талап итә.
– Ә ниндәй көрәш һуң ул?
– Ике аршын ер өсөн! Ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған күн папкаһын сығарҙы. Гөрһөлдәп торған тауышын һер аҙ «һүндереп», серле бышылданы: – Бына был – папка! Әммә һиңә уны, папканы, бирмәйем! Папка эсендәге көндәлекте бирәм! Ал, уҡы, тарат! Минең көрәште күрһәт! «Ул еңде» тип атарһың мәҡәләңде! Белһендәр Фидүс Теүәлетдиновтың кем икәнен! Торған илдең бер аршынын да тегегә, йәғни күршегә, бирмәҫкә! Ана шул минең тормоштоң һәм көрәштең мәғәнәһе!
Редакция ҡунағына биргән вәғәҙәне үтәйем, йәмәғәт. Фидүс ағай яҙмаһын нисек яҙған, шул рәүештә бирәм. Бына ул, Ахырзаман көндәлеге:
"1982 йыл, 19 май. Район үҙәгендә өй һатып алдым. Бөгөн күсендек. Күршем, Зәйнетдин Мусович, бынамын тигән шәп егет булып сыҡты. Бер «ялтырбаш»ты икәүләп бушаттыҡ. Эй шәп егет! Райүҙәк универмагында келәт мөдире. Олпат кеше. Файҙалы кеше… Өҫтәүенә, бөгөн –пионерҙар көнө. Икеләтә байрам итергә сәбәп бар! Яңы дуҫым һәм күршем менән ҡосаҡлашып урам буйлап йөрөнөк. Йырланыҡ. – Йәшәһен пионерия! – тип һөрәнләнек. Минеңсә, бик матур йөрөнөк. Беҙҙең урам осонда йәшәгән Тимур йоҙроҡ күрһәтеп ҡалды. Яңыраҡ эсеүен ташлатҡандар, шуға йәне көйә тинеләр.
23 май. Зәйнетдиндың хәләл ефете Әнисә бик аҡыллы ҡатын икән. Аҡыллы һәм сибәр…Үҙе әйтте.
25 май. Ике аршын ер өсөн янъял сыҡты. Зәйнетдин картуфлыҡтың аҫҡы өлөшөндәге ҡойманы минең яҡҡа «шылдырып» ҡуйған икән. Элекке хужаһы йорт һатылғас ҡына әйтте. Йүнһеҙ! Алдараҡ белдерһә, мин унан, Зәйнетдиндән, ике аршын ерҙе таптырып алыр инем. Мин – мент, ни тиһәң дә. Һәр хәлдә универмагтың кәкере ҡуллы спекулянты түгел инде.
26 май. Әнисә торғаны менән аждаһа икән дә баһа! Бөгөн урамда тап булыштыҡ. Өс сәғәт ирештек, әммә еңә алманы. Кеше беҙҙән көлә, ике аршын ер өсөн талашалар тип. Эштең ғәҙеллекте тергеҙеү тураһында барыуын аңламайҙар. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ. Совет милицияһы – алға! Кис. Зәйнетдин килде, ғәфү үтенде. Кисермәнем. Үҙе менән алып ингән коньягынан да баш тарттым. Иң тәүҙә ерҙе ҡайтарһын…Зәйнедин быға бик аптыранды. Унан үҙе һөжүмгә китте. Былай тине:
–Ҡатыным Әнисәне рәнйетерлек һүҙ әйткәнһең икән. Инде үҙең ғәфү үтен, рас мине аңламағасһың!
–Был ҡайҙан сыҡҡан һүҙ? Ялған! Спекулянт бисәһе тип әйтеүҙән уҡаһы ҡойоламы әллә?
Алыш тағы ла аяуһыҙыраҡ төҫ алды. Көн дауамындағы бәрелештәрҙә бәхәсле майҙан ҡулдан-ҡулға күсте. Унан үҙ-ара рәсми булмаған килешеү төҙөлдө. Бер аршын ер –уныҡы, икенсеһе– минеке. Тот, күрше, быныһы – дуҫлыҡ өсөн! Ләкин төндә ошо уҡ урында тап булыштыҡ. Тамғаларҙы алыштырырға йөрөй инек – ул да, мин дә... Йәнә оло бола сыҡты. Сик буйы ҡаңғырышында этем уның аяғын тешләне. Ер әлегә Зәйнетдин ҡулында. Юҡ, йәмәғәт, бирешмәйбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
29 май. Реестр хеҙмәтенән килеп киттеләр. Ике аршын ер яңылыш үлсәнгән, әммә минең яҡҡа түгел, ә киреһенсә, Зәйнетдин Мусович яғына шылған тинеләр. Тимәк, зыян күреүсе – әлеге лә баяғы спекулянт килеп сыға. Тимәк, ришәүәт биргән. Реестрға ышанмайым. Был әҙәмдәр менән нисек коммунизм төҙөргә? Байтаҡ ваҡыт әүҙем генә уйланып ултырҙым. Редакциянан. Артабан был янъялдың мәғәнәһе лә, сәбәптәре лә онотола. Ике йорт араһында оҙайлы граждандар һуғышы тоҡанып китә. Изге оран аҫтында.
27 май. Бесәйҙәре беҙҙең болдорҙа ашанып ята ине, таяҡ менән тондорҙом. Мияу-у-у итеп ҡалды. Йәл, эләкмәне. Ашап бөтмәй ҡалдырып ҡасҡан ит киҫәген ергә күмеп ҡуйҙым Бында һиңә сталауай бармы әллә? Үәт әй, теүәтәй. Үҙенә ҡайтып ашанһын.
28 май. Бесәй үсегеп йөрөнө-йөрөнө лә, тауыҡ себейен тотоп ашаны. Миңә күрһәтеп тороп, мыҫҡыллап, йыпырҙы! Оятһыҙ, әхләҡһеҙ, ҡап ҡорһаҡ!
30 июнь. Бесәй бер кемгә лә теймәй, тыныс ҡына болдорҙа ултырған туфлийымды бысратып ҡасты. Партизан, блин!
02 июль. Аҡтүште тегеләрҙең бесәйенә һөсләнем. Саң туҙҙырып һуғыштылар. Һөҙөмтәлә, этебеҙ тәртипһеҙ рәүештә сигенергә мәжбүр булды. Тупһа аҫтына ҡасып инеп китте. Ҡурҡаҡ. Бесәй, ҡойроғон байраҡ итеп күтәреп, уның сыҡҡанын аңдып, тегеләй-былай йөрөнө. Шулай итеп, был фронтта ваҡытлыса уңышһыҙлыҡ күҙәтелә.
12 июль. Зәйнетдин менән тар баҫмала осрашып, танау емерештек. Ун биш тәүлеккә изоляторға ябып ҡуҙым. Ун көн ултырҙы ла миңә ришәүәт биреп, иреккә сыҡты. Күрше менән ҡыҙыу бәрелеш яңынан тоҡанды, хатта бесәндәре янып китә яҙҙы. Күп уйландым.
13-25 июль. Уйланам һаман.
01 август. Был юлдарҙы карауатта ятҡан килеш яҙам. Баш ауырта, тамаҡ кибә. Ауыр миңә, бик ауыр… Уф-ф, сирләйем.
03 август. Башты, ниһәйәт, «төҙәтеп» бөттөм. Хәҙер мин көрәштең яңы тактикаһын ҡулланам. Редакциялар буйлап йөрөйөм. Һәр ерҙә – урамда, ашханала, сират торғанда, бәҙрәфтә – хәлемде аңлатам. Китсе, ағай, ике аршын ер өсөн дә кеше талаша икән? Тынысланығыҙ йәки судҡа бирегеҙ тип аҡыл өйрәттеләр редакцияла. Улар аңламай, хикмәт ер остоғонда түгел, ә принципта икәнен. Мин быларҙы – гәзит-журнал хәбәрселәрен, – ғәҙел кеше икән тип уйлаһам, ярайһы уҡ йүнһеҙ булып сыҡтылар. Аңламайҙар. Редакцияларҙа мине күптән танып бөттөләр. Уларҙы үҙ яғыма ауыштырыу буйынса планға ярашлы һәм маҡсатлы эш алып барам.
24 ноябрь. Редакциялар ныҡлы ҡулсала, әммә бирелмәйҙәр. Әлегә бирелмәйҙәр. Килгәнемде ҡарап торалар ҙа, бүлмәләренә ҡасып бөтәләр. Яңыраҡ икәүе миңә әсир төштө, тик уртаса ғына мөһимлектәге начальник булып сыҡтылар. Шулай ҙа ярҙам итербеҙ, фельетонды ошо арала баҫтырырбыҙ тинеләр.
15 декабрь. Баҫмайҙар һаман да. Горбачевҡа хат яҙҙым.
1985 йыл, июль. Төпкөл район гәзитендә, ниһәйәт, «Хаҡлыҡ ҡайҙа? Бер һорауға ике яуап» тигән фельетон баҫылды. Тик тексты теләһә ҡалай үҙгәртеп бөткәндәр. Хатта үҙемде таныманым! Имеш, мин «перестройка» («үҙгәртеп ҡороу») батыры һәм партияның алдынғы ағзаһы. Бигерәк изгелекле, нескә күңелле кешемен икән. Буш ваҡытымда әбейҙәрҙе һәм бабайҙарҙы юл аша сығарып ҡуйыу менән шөғөлләнәм, имеш. Ә бына күршебеҙ Зәйнетдин Мусович улай түгел. Күршебеҙ һөрһөгән торгаш, ришәүәтсе. Ул ғына ла түгел, Мозамбик тигән ниндәйҙер илдең шәйләге. Мин уны яҡшы беләм, ҡырын эштәрен күреп йөрөйөм, шуға ла һыйҙырмайҙар тигән мәғәнәлә баҫып сығарғандар. Үҙгәртеп ҡороу батыры.
Редакциянан. Көндәлектең артабанғы биттәрен уҡыуы ҡыҙыҡ түгел. Яҙмалар өҙөк-һөҙөк, ҡыҫҡа ғына. Ике аршын ер өсөн барған көрәш фронттан килгән хәрби мәғлүмәттәрҙе хәтерләтә.
–Күршенең һарығын һарайға ябып ҡуйҙым,
–мотоцикл тәгәрмәсен тиштем,
–нишләптер мунсаһы янып китте,
– сөгөлдөр түтәлен йолҡоп сыҡҡандар. (исемлекте дауам итергә мөмкин)
1986-1987 йылдар. Мин хәҙер Башҡортостанда киң билдәле кеше. Мин – үҙгәртеп ҡороу батыры! Республика телевидениеһында ла сығыш яһап торам. Республика гәзите минең фотоно икенсе биткә ҡуйып, ҙур ғына мәҡәлә баҫты. Ул «Көрәш юлында» тип аталды. Мине унда бөйөк, иң мөһиме – перестройканың еңәсәгенә мөккибән бирелгән яугир итеп күрһәткәндәр. Күршем Зәйнетдинде, киреһенсә, үҙгәртеп ҡороуға ҡырҡа ҡаршы әҙәм тип нарыҡлағандар. Был ғына аҙ күренгәс, «көмөшкәсе» тигән мисәт һуҡҡандар. Әхләҡһеҙ, сөнки сит ҡатын-ҡыҙҙар менән мөхәббәт хаты алыша тип тә өҫтәп ҡуйғандар. Һөҙөмтәлә, беҙ өйрәнеп, хатта яратып өлгөргән «изге» алыш ялҡыны яңынан гөрп итеп ҡалды...
1988 йыл, 25 март. Горбачевтан яуап хат алдым. Килегеҙ, һөйләшербеҙ тигән. Бына шулай! Ике аршын ер өсөн барған көрәш мине күтәрҙе, бөйөк итте, танылыу табышты. (Редакциянан. Бындай мәғлүмәт беҙгә билдәһеҙ. Был, бәлки, шаяртыу ғыналыр).
28 март. Горбачев киң йылмайып ҡаршыланы. Ҡатыны Раиса апай тәмле туҡмас менән һыйланы. Михаил Сергеевич, һорауыңды мотлаҡ хәл итербеҙ тине. Күҙенә йәш алып: «Рәхмәт һиңә, перестройка батыры! Ғорурланабыҙ һинең менән!» – тине. Ике аршын еремде ҡасан ҡайтарып бирерһегеҙ икән, тип ҡабатлап һорағас, ярты сәғәттән ашыу телмәр тотто. Унан ҡулымды ҡаты итеп ҡыҫты ла, йәнә бер мәртәбә: «Беҙ ышанабыҙ һиңә! Һәм, әлбиттә, ғорурланабыҙ!» – тине. Ике аршын ер мәсьәләһе хаҡында йәнә ләм-мим. Ләкин мин беләм – еңеү минең яҡта буласаҡ.
2021 йыл ноябрь. Зәйнетдин Мусович, ниһәйәт, тулыһынса капитуляцияға мәжбүр ителде.
2022 йыл. Дауаханала ятам, инде икенсе ай. Вирус, ҡороғор… Яныма Зәйнетдин күрше инеп йөрөй. Талашмайбыҙ. Күңелһеҙ.
Март. Зәйнетдин күсеп китте. Урынына йәштәр килде. Әллә ниндәй сит кешеләр. Бер ғаиләлә – ун кеше. Терпе сәсле берәүһе йоҙроғон төйнәп сәләм бирҙе лә, уҫал итеп әйтте:
– Күрше! Ер буйынса талаш тамам тип иҫәплә! Баста!
Редакциянан. Беҙҙең баҫмала булғандан һуң, «бөйөк яугир» Фидүс ағай Теүәлетдиновтың мәрхүм булып ҡалыуы ишетелде. Ике аршынлыҡ ҡәберҙең ташына яҙылғайны: «Ул еңде».
 
 
Автор:
Читайте нас