Ә хәҙер беҙгә көн аралаш банкыға барырға тура килә. Квартплата, кредит, штраф, ипотека... Ҡыҫҡаһы, бөтә түләүҙәр ҙә банк аша үтә. Шунан ни эшләп банк бай булмаһын, ти. Уларҙың ултырған биналары ҙур, алтындан ялатылған.
Һуңғы ваҡытта банк хеҙмәткәрҙәре бигерәк тә карточка менән түләүҙе хуп күрә. Оператор эргәһенә барып ултырып та өлгөрмәйһең, уның иң беренсе һүҙе «здрасте» булһа, икенсеһе «как будете платить, с карты, да» тип йылмайып ҡаршы ала.
Бер көндө ҡыҙыҡ өсөн мин дә карта менән квартплата түләргә банкыға юлландым. Эре генә итеп оператор эргәһенә барып ултырыуым булды, ул:
– Как будете платить, с карты или наличными? – тине, йылмайып.
Мин дә эре генә:
– Конечно, с карты, – тинем. Быға хәтле бер ҙә карта менән түләгәнем юҡ ине. Үҙем эстән генә картамдың кодын ҡабатлап ултырам. Ҡаушауҙан онотоп ҡуйыуым бар, тип бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙып та алғайным. Уныһы иң кәрәк саҡта юҡ булды ла ҡуйҙы. Шулай ҙа башымда ҡалған бер нисә һанды йыйып, ҡәнәғәт кенә ҡиәфәт менән йылмайған булдым.
Бына бит ниндәй көнгә еттек, бөтә ерҙә техника, бөтә нәмә автоматлаштырылған. Бер яҡтан, ныҡ ҡыҙыҡ, был техника тигәндәре кешенән дә аҡыллыраҡ булып сыға түгелме?
Оператор түләүҙәрҙе компьютерға индереп теркәп бөткәс, шул хәтле хаҡ, шулай, тине. Әммә бер әтнәкәһе бар, карта менән түләгәс, 150 һум комиссияһы бар тигәс, күҙем дүрт булды. Ә миндә үҙебеҙҙең банк картаһы булһа, комиссия әҙерәк алына икәнлеген дә аңлатып ҡуйҙы. «Һеҙ был хаҡты түләргә ризаһығыҙмы?.. » – тип ике күҙен тултырып миңә ҡараны.
Мин шунда уҡ:
– Юҡ!.. – тип ҡысҡырғанымды үҙем дә һиҙмәйерәк ҡалдым. Ә икенсе яҡтан, ниндәйҙер эске тауыш, дөрөҫ эшләйһең, нишләп һин уларға ай һайын 150 һум аҡса бүләк итергә тейешһең, улар былай ҙа бай, ана, күрмәйһеңме ни, ниндәй биналарҙа ултыралар, ә һин нисә йыл эшләһәң дә һаман хәйерсе хәлендә йәшәйһең?! – тигән шомло уй мейене уртаға ярып үтте.
– Юҡ, юҡ! Минең артыҡ аҡсам юҡ, – тип тегеләрҙән саҡ ысҡынып, сығып һыҙғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Һеҙгә түләгәнсе ҡартлыҡ көнөмә тип ай һайын әҙерәк кенә булһа ла аҡса йыйыр инем әле, тип уйлап ҡуйҙым.
Һәр операция өсөн комиссия аҡсаһы алалар. Банк бер ҙә һине бушҡа хеҙмәтләндермәй. Саҡ ҡына ҡул ҡыбырлатҡандары өсөн дә, ҡайырып тороп, комиссия тигән булып, исемен дә уйлап тапҡандар бит әле, күпмелер аҡсаны «һә» тигәнсе банк счётына күсереп тә ҡуялар.
Магазинға ингәндә лә карта менән түләһәң, күпмелер процентын магазин үҙенә алып ҡала икән. Был улар өсөн бик отошло булһа ла минең кеҫәгә ныҡ һуға.
Карта мeнән түләүҙе башҡаса ишеткем дә килмәне. Аҡсам картаға килеп эләгеү менән унда булған аҡсаны тотошлайы менән алып, үҙемдең кеҫәгә һалып ҡуйыуҙы хуп күрәм. Карталағы аҡсаны шулерҙар ҙа үҙ исеменә тиҙ арала күсереп ҡуя ала. Икенсе яҡтан, картаны тығып яңылыш код йыйһаң, карта бер тәүлеккә кәртәләнә лә ҡуя. Шунан асылған ауыҙыңды ябырға ла онотоп тораһың да ҡалаһың. Минең менән дә шундай хәл булды.
Шулай итеп, был карта тигәндәре менән мин дуҫлаша алманым.
Л. ШАЯНОВА.
Фото: eghtesadonline.com