”Ситтә йәнтөйәген һағынған, зар-интизар булған кеше шул нимәне һатып алып еҫкәй. Ә унда нимә тултырылғанын кем генә белһен?! Яйын табып, нескә алдаштырып аҡса һуҡҡан эшҡыуарҙы һис тә ғәйепләмәйем, сөнки гонаһлымын, заманында мин дә ел һатҡан кеше бит әле!
Колхоз осоронда башаҡ һуғырға йөрөй торғайныҡ. Бушап ҡалған баҫыуға барабыҙ ҙа сит-башҡа сәселгән, ҡамыл араһында ҡалған башаҡтарҙы йыябыҙ. Ҡыш бауыры оҙон, иш янына ҡуш, ҡош-ҡортҡа емлек. Төп ҡоралыбыҙ – иген һуғыу өсөн ҡулланылған турпыша, һәлмәк кенә таяҡ, биҙрә, шунан киндер тоҡ. Был эшкә төркөмләп, өмәгә барғандай дүрт-биш ҡатын бер юлы йөрөй. Кәрәк-яраҡты тоторға тип әсәйем мине лә эйәртә. Ҡайтыр мәл етһә, ҡатын-ҡыҙ берәй таҡыр майҙан таба ла ырҙын ойоштора. Әсәйем башҡаларға эйәреп турпышаны йәйеп һала ла биҙрәне юғары күтәреп игенде әкрен генә итеп ҡоя башлай. Бойҙайҙы кәбәгенән айырыу өсөн төрлө кимәлдәге ел кәрәк, ел сығарыу өсөн һыҙғырырға кәрәк, һыҙғырыу өсөн билдәле инде, мин кәрәк. Ауыҙымды остайтып һабан турғайылай төрлөләйем: ас ҡорһаҡта әсе, оҙон итеп һуҙам, кәйефле саҡта өҫтәп сутылдап та ебәрәм. Беҙҙең ыңғай барған эште ҡарап торған бисә-сәсә, әллә ысын, әллә шаяртып ялынырға тотона:
– Хәйҙәр, беҙгә лә сиратлап һыҙғыр әле!
Борсаҡты эренән ярам:
– Эйе, шулайтмай ҙа, буштың атаһы күптән үлгән!
– Нимә бирәйек һуң һиңә?
– Елдең хаҡы бик тә арзан: талғыны бер лампасый, уртасаһы ике, көслөһө инде, өсәү…
Бөгөн шул, миңә кәнфит биреп ашлыҡ, әрем, баҫыу еҫе килгән ел һатып алған апайҙарҙы күргем килә. Игендәр яңынан һары диңгеҙҙәй тулҡынып үҫеүен саҡырып бушлай һыҙғырырға ла ризамын, әммә баҫыуҙар ташландыҡҡа ҡалған, теге апайҙар ҙа юҡ күптән…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Фото: klykva.ru