-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Изгелеккә – изгелек

(Хикмәте– хәрефтә) Ишбикә – ипле, игелекле, Ирназар илтифатлы ир ине. Илектәй Ишбикә ибәтәйһеҙләнде. Ихласлап иғтибар­лаһаң, икеһе лә иртәнсәктән иҫерек. Ирешкәндәрен ишетһә-ә-әң:

Изгелеккә – изгелек
Изгелеккә – изгелек

– Ирназар – иждивинис ир!
– Ишбикә – икс, игрек!
Иманһыҙҙар, ике иблис!
Игеҙәктәрҙең илашҡанын ишетеп, Илһөйәр ишектән инергә итһә, иртән Илсур, Илнур илаша-илаша имергә иҙәндә имгәкләгән. Иҫеректәр индермәгән. Ихатала иҙмәкәйен иҙеп, имгәткәндәр, илаһым. Илһөйәр – инвалид. Июндә Ирназарҙы изоляторға илттеләр.
Илле икеләге инәһе иҫ ингәнсе игеҙәктәргә имеҙлек имеҙгән, иркәләгән. Иҫерек Ишбикә, исмаһам, игеҙәктәренең исемен иҫләмәй. Идарала ишетеп, инәһе иғландағы исемлеккә Ишбикәне индереп, иглотерапияға илттерҙе. Ирназар, Ишбикә интектеләр, иҫәрләнделәр.
...Июлдә – имтихан. Инәй изгелегенә "икеле"һеҙ имтихан. Инәләре ифрат ирәүәнләнде.
...Илсур Иорданияның Ирбид институтында историк. Иномаркаһы – "Исудзу". Илнурҙыҡы – "Интернэшонал", инженер. Ихатаһында – ирис, иксоралар. Иҫәптәре: инәйгә – иҫәнлек-именлек.
Игеҙәктәргә: ишләнеп ишәйеү.

Филүрә МОРАТШИНА.

Фото: 505.tvoysadik.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в