+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мыжыҡ

Магазинда төшкөлөккә ҡапҡыларға ризыҡ алырға сиратта торам. Алдымда – егет менән ҡыҙ. Тегеләрҙең сираты етте.Егет. Ни ашайһың?Ҡыҙ. Белмәйем, үҙең һайла.

Мыжыҡ
Мыжыҡ

Егет. Мин һиңә доширак алам, ә үҙемә икмәк менән кефир.
Ҡыҙ. Мин доширак ашай алмайым, уны ашаһам, үҙемде насар тоям.
Егет. Улайһа, ваҡ бәлеш менән һут.
Ҡыҙ. Кит әле, мин уларҙы яратмайым, һуңынан үҙәгем көйгәнен беләһең дә баһа.
Егет. Әтеү салат менән икмәк, картуф иҙмәһе.
Ҡыҙ. Салатҡа селедка ҡушылған, һуңынан ауыҙҙан насар еҫ килә – кәрәкмәй.
Сират тотҡарланыуға минең әкренләп һарыуым ҡайнай башлай. Егет тә сығырынан сығырға етешкән, тауышы үҙгәрҙе.
Егет. Үҙең һайла, улайһа!
Ҡыҙ. Мин витриналағы әйберҙәрҙе күрмәйем.
Егет. Бәлки, һиңә ундағы нәмәләрҙе һанап сығырға кәрәктер?
Ҡыҙ. Әйҙә, тик әсе булмаһын.
Мин тынысландым, үҙемде ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән саҡ тыйып торам.
Егет. Доктор колбасаһы.
Ҡыҙ. Ул ҙур, һатыусы уны нисек киҫһен.
Егет. Һөтлө сосискалар.
Ҡыҙ. Уларҙы бешерергә кәрәк тә баһа.
Көлгөм килә, шулай ҙа үҙемде тыям.
Егет. Ни кәрәк һуң һиңә?
Ҡыҙ. Берәй тәмле нәмә.
Егет самауыр урынына шыжларға тотондо.
Егет. Ниңә һин мине бөтә магазинға мыҫҡыл итәһең? Нимә бирәм, шуны ал, мыжыма!
Ҡыҙ (ҡаушап). Сосискаларҙымы ни?
Мин түҙмәнем, магазиндан йүгереп сыҡтым да урамды яңғыратып көлөргә керештем. Быларҙың барыһы ла нисек бөткәнен белгем килгәнлектән, тәмәке көйрәткән кеше булып магазин янында торам.
Бер аҙҙан улар сыҡты. Ҡыҙҙың ҡулында – ҙур ҡаплы чипсы, сникерс һәм кока-кола баллоны.

И. ҒИМРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: