+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өс пакет әҙерлә

Командирҙы беркетеп ҡу­йылған часынан алалар. Ул яңы килгән командирға һуң­ғы инструкцияһын бирә: – Һинә беркетелгән часты бер йылдан һуң тикшерергә киләсәктәр, шул ваҡытта эшең ныҡ ауырлашып китһә, сейфта өс пакет ята, шуны асып инструкция буйынса эш ит, – ти.

Өс пакет әҙерлә
Өс пакет әҙерлә

Бер йыл үтеп тә китә, часта тәртипһеҙлек. Генерал тик­шереү менән килеп төшә. Командирҙы саҡыртып алалар ҙа, шулай ҙа шулай, иртәгә устав буйынса рапорт яҙып бирерһең, тиҙәр. Былай булғас, эштәр насар тора, ти ҙә командир шундуҡ беренсе пакeтты аса: «Бө­тәһен дә миңә япһар», – тип яҙылған. Ул шулай эшләй ҙә.
Тикшереү шуның менән тамамлана. Яңы командир был юлы һыуҙан ҡоро сыға.
Шулай йәшәй торғас, тағы бер йыл үтеп киткәне һи­ҙелмәй ҙә ҡала. Тағы тикшереү килә. Часта бер ниндәй ҙә тәртип юҡ. Күп уйлап тормай, командир икен­се пакетты аса: «Бөтә­һен дә йәшлегеңә япһар, мин, һис шикһеҙ, төҙә­лермен әле, тиң».
– Мин был яуаплы эштә яңы ғына эшләй башланым. Бөтәһен дә үҙләштереп еткермәнем әле, – ти.
Тикшереүселәр, ярай инде, йәш бит, эшләр әле, өйрәнер әле, – тип ҡайтып китә.
Яңы командирҙың эшләүе­нә өсөнсө йыл китә. Шуға ҡарамаҫтан, часта тағы ла яманыраҡ тәртипһеҙлек хө­көм һөрә, булған техника ватыҡ-емерек. Командир өйрәнгән ғәҙәт буйынса был юлы ла оҙаҡ уйлап тормай, тиҙ генә тағы сейфты асып өсөнсө пакетты асып ебәрһә, унда: «Минең һымаҡ өс пакет әҙерлә», – тип яҙылған.

Л. ДАЯНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: