– Беҙҙең урманда йәшәүселәрҙең тормошо көндән-көн яҡшыра. Урман халҡының килеме артҡандан-арта.
– ???
– Тиҙҙән беҙҙең урманда һәр ботаҡта сыр эленеп торасаҡ.
– Ха! – ҡарға шулай тигәс, ауыҙынан сыры төшөп китә.
Һығымта: хөкүмәт ҡарарҙарынан көлөргә ярамай.
Элекке эш
Келәт мөдире вазифаһына эшкә урынлашырға утыҙ йәштәр самаһындағы егет килде. Резюмеһын уҡыйым, бурыстары һәм эш шарттары тураһында һөйләйем. Һорайым:
– Һорауҙарың бармы?
– Бар. Өйҙән эшкә тиклемге юлға аҡса түләйһегеҙме?
– Юҡ.
– Кеҫә телефоны өсөн аҡса бүленәме?
– Юҡ.
– Төшкө аш бушмы?
– Юҡ.
– Элекке эшемдә быларҙың барыһы ла бар ине.
– Ни өсөн ундай шәп фирманан киттегеҙ һуң?
– Ул бөлгөнлөккә төштө.
И. ҺӘҮБӘНОВ.