-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Батша килә

Малайының йоҡо аралаш һаташып һөйләшеүенән Мәүли шуны аңланы – мәктәпкә Хаммурапи батша килә икән! Уны әпәй-тоҙ менән ҡаршы алырға пионервожатый актив туплай.

Батша  килә
Батша килә

Уҡыусылар формаларын үтекләйҙәр, барабан тишектәрен лейкопластырь менән ямайҙар. Үткән айҙа Пушкинды ҡаршы алғанда тишелеп бөткән улар. Мәктәп директоры йүгерә-йүгерә Хаммурапи батшаға тәхет яһай, башҡалар уның вәзирҙәрен ултыртыр өсөн мендәр тегергә ауыл өҫтөнән ҡаҙ мамығы йыя. Мәхшәр…
Инде нисәнсе төн Мәүли малайы шулай Хаммурапи исеме менән ауыҙ сайҡай. Ә иртән һорашһаң, бер ни белмәй. Уҡый-уҡый башына зыян килдеме әллә? Үткән айҙа төнө буйы: «Беҙҙең ауылды беренсе булып Колумб асҡан», – тип һөйләнә-һөйләнә география китабы өҫтөндә йоҡланы бит.
– Былай булмай, табипҡа күрһәтергә кәрәк, – тип уйланы Мәүли һәм малайын дауаханаға алып китте.
Табип ишеге төбөндә халыҡ күп ине. Мәүли йыуантыҡ ханым артынан сиратҡа баҫты.
– Улығыҙ ауырынымы ни? – тип ҡыҙыҡһынды ул.
– Эйе, йоҡлай алмай, һаташа. Үткән айҙа Колумб менән яңы материктар асып йөрөнө. Караптарының төбөн ҡомаҡ кимереп тишкәс кенә йөҙөүҙән туҡтанылар. Ә хәҙер ниндәйҙер батшаны ҡаршыларға әҙерләнә. – Мәүли көрһөндө. – Уҡыу программалары ауыр шул хәҙер. Башына зыян килде, күрәһең. Һәйбәтләнһә ярай ҙа. Берҙән-бер улым бит.
Йыуан ханым көлөп ебәрҙе. Әйтерһең дә, ҙур аҡса янсығынан тинлек аҡса сылтырап ҡойолдо.
– Ха, ха… Юҡҡа борсолаһығыҙ! Минең ҡыҙым да шулай һаташа. Һуңғы ваҡытта ул төнө буйы Чеховтың һаҡалын тарай. Асыҡ дәрес алдынан була бындай хәлдәр. Уҡытыусылары дәрес материалын бер нисә көн алдан һәр уҡыусыға бүлеп бирә лә, беҙҙең бахырҙар, шуны ятлай-ятлай, һаташа уҡ башлайҙар. Гел генә бер нәмәне ҡабатлау үҙәктәрҙе өҙә, күрәһең. Һинең малай менән дә шул хәл. Кластарында тарихтан асыҡ дәрес булалыр уларҙың.
– Эйе, – тип баш ҡаҡты Мәүли малайы.
Йыуан ханым һүҙенә ышанып, табипҡа күрһәтеп торманы, улын алып ҡайтып китте Мәүли. Ысынлап та, тарихтан асыҡ дәрес үткәс, малайы Хаммурапи батша исемен телгә алмаҫ булды.
Ләкин Мәүли иртә шатланған икән. Күп тә үтмәҫтән малайы: «Баҡаның ҡан әйләнеше менән кешенеке ара­һында оҡшашлыҡ бар», – тип һаташып һөйләнә башланы. Мәүлиҙе тағы борсоу биләне – хәҙер биологиянан асыҡ дәрестәре була, күрәһең.

Ғәли ҒАТАУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в