+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бүрек

(«Приказға тиклем 100 көн» повесынан өҙөк) «Дембель» өсөн иң төп проблема – кейем-һалымыңды яңыртыу. Ике йылда бүрек менән ҡайыш ныҡ туҙа. Бүрек таушала, формаһын юғалта, ә ҡайыш ялтырап, йылан һымаҡ, тайғаҡҡа әйләнә.

Бүрек
Бүрек

Әлбиттә, бер генә старшина ла «дембель» өсөн махсус яңы обмундирование бирмәй. Ә шунда йәштәр килә: бүректәре, әйтерһең, бәпембә, ҡайыштары өр-яңы, шоколад ҡатламы менән ҡапланған кеүек.
Бына шулай, бер «ҡарт»ҡа яңы бүрек ныҡ кәрәк була – үҙенекен учениеларҙа яндырған. Уйлаған-уйлаған да бына нәмә уйлап сығарған. Уларҙың часында «йәшел йорт» бер яҡ ситтә торған, етмәһә, электр үткәрелмәгән. Көндөҙ ярайһы, ә кисен, күр ҙә тор – батаһың! Теге егет йәш һалдаттың йоҡлар алдынан шунда барыуын күҙәтеп торған да уға эйәргән. Ҡараңғыла сүкәйгән шәүләне шәйләгәс, эләктергән – бүрек ҡулда! Әммә «ҡарттар» – ғәҙел кешеләр: йәш һалдатҡа бүрекһеҙ ярамай – һалҡын тейҙереүе бар. «Кейеп йөрө, сынок!» – тигән дә йәш һалдатҡа теткеләнеп бөткән бүркен батырып кейҙергәс, иреккә йүгергән. Өс йөҙ метр елгәс, беренсе фонарь аҫтында уҡ табышына һоҡланмаҡсы булған. Ҡараған да ҡото осҡан: бүрек – цигейка – офицерҙарҙыҡы! Баҡтиһәң, бер үк ваҡытта йәш һалдат менән ротный ҙа тормош хаҡында уйланған. Оятһыҙ һөжүм итеү ротныйҙың асыуын шул ҡәҙәр килтерә, ул шунда уҡ подразделениены тревога менән күтәреп, плацҡа теҙә. Күрәһең, былай уйлағандыр: бур йә офицер бүркендә, йә яланбаш. Барлау үткәрәләр – бөтәһе лә урынында, барыһы ла үҙ бүркендә, юғалған баш кейеменең бер ниндәй ҙә эҙе юҡ: каптерщик хәленә ингән...
Быларҙың барыһы ла ни менән бөткән тип уйлайһығыҙ? Дөрөҫ: ротный иртәгәһен бәҙрәфкә электр үткәрергә приказ биргән!

Юрий ПОЛЯКОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: