+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Элеккене иҫкә төшөрөп...

Бала саҡта беҙ барыбыҙ ҙа велосипед тип һаташтыҡ: “Школьник”, “Орленок”, “Урал”. Был моделдәргә эйә булыу бәхете бик һирәктәргә эләкте. Өс тәгәрмәсле сәпид иҫәпкә инмәй.

Элеккене иҫкә төшөрөп...
Элеккене иҫкә төшөрөп...

инмәй. Ул шул тиклем ауыр ине, дүртенсе ҡаттан ишек алдына сығара алам әле, ләкин кире мендерергә көсөм етмәй.
“Орленок” велосипедын ун бер йәштә кеше ҡулынан 4 һумға һатып алдым. Аҡсаны әсәйем бирҙе. Уны һарайыбыҙ янындағы подвалда һаҡланым. “Орленок”тың ҡанаттары, ҡыңғырауы, насосы һәм инструменттары юҡ ине. Уның менән йәй буйы йөрөнөм. Ишек алдында бер кем дә юҡ, шуға күрә күрше биҫтәләргә лә барып еттем.
Бер ваҡыт велосипедты асфальтҡа һалдым да һыу эсергә колонкаға барҙым. Һыу эсә генә башлағайным, артымда шатырлау ишеттем. Боролоп ҡарағанда сәпидем йөк машинаһы аҫтында ята ине. Ҡатып ҡалдым, ә кабинанан төшкән шофер артҡы тәгәрмәскә ҡараны ла әрләргә тотондо:
– Велосипедыңды ниңә тротуарҙа ҡалдырҙың?
– Мин һеҙҙең тротуарҙан үтерегеҙҙе белмәнем.
– Артҡа биргәйнем. Йә, ярай, бына һиңә 5 һум, яңыһын алырһың. Яраймы?
– Ярай, – тип яуапланым, ни булғанын төшөнөп бөтмәйенсә.
– Буйың оҙон, һиңә ололар велосипедында йөрөргә ваҡыт. Эшкә ярарҙай нәмәләрен һүтеп алайыҡ, тәгәрмәстәр менән рамды сүплеккә ташларһың.
Шофер алғы тәгәрмәсте, ултырманы һәм артҡы втулканы һүтеп алды. Башҡалары яраҡһыҙ ине. Беҙҙең ишек алдына барғас, велосипедтан ҡалған нәмәләрҙе подвалға йәшерҙем.
Магазинға “Орленок”ты йыйырға запас частар алырға барҙым. Ләкин унда ваҡ-төйәк кенә һатыла ине. Иғтиба­рымды ололарҙың “Урал” велосипеды йәлеп итте. 56 һум 50 тин тора. Уны алырға аҡса йыйырға булдым. Ошо мәлдән бер нәмә хаҡында ғына уйланым: ҡайҙан аҡса алырға? 5 тәңкәм бар. Иҫән ҡалған тәгәрмәс менән артҡы втулканы һатырға мөмкин. Ултырмаға ла хужа табылманы. Аҙнаһына бер тапҡыр миңә пломбирға – 20 тин, лимонадҡа 15 тин бирәләр. Бик инәлһәм, кинотеатрға барырға 10 тин ала алам. Ҡара икмәк һатып алғандан һуң ҡалған 4 тин. Уйынсыҡтар бер кемгә лә кәрәкмәй. Аҙмы-күпме значоктар һәм маркалар коллекцияһы бар. Башҡа аҡса килер урын юҡ. 12 тингә шешә тапшырырға була. Иң яҡшыһы һөт шешәләре, уларҙы 15 тингә ҡабул итәләр. Ләкин беҙ һөттө пирамид­каларҙа, ә кефирҙы бик һирәк һатып алабыҙ. Мәктәптә уҡыуҙар башланғас, миңә 15 тин бирә башлаясаҡтар. Сосиска менән компоттан баш тартырға тура киләсәк.
Каникулдың ҡалған көндәрен шешә эҙләп үткәрҙем. Тик ауыҙы кител­мәгәндәре һирәк табылды. Атайым менән әсәйемә ололар велосипеды алырға аҡса йыя башлауымды рәсми белдерҙем. Белдереүем йылмайыу тыуҙырҙы, ә әсәйем сәпид менән ишек алдынан ситкә китмәүемә ҡыуанды. Капиталым тәҙрә төбөндә ята. Көн дә кис уны һанайым. Ләкин маҡсатҡа өлгәшергә иртә әле.
Бер көндө икмәк магазинынан сығып килгәндә ерҙә 50 тин аҡса ятҡанын күрҙем. Уны ҡулыма алып, хужаһын көтөргә тотондом. Әммә ул күренмәне. Өйгә йүгерҙем. Маҡсатым тағы ла 50 тингә яҡынлашты! Тиҙҙән “Орленок”тың ҡалдыҡтарын 1 һум 50 тингә һата алдым. Уҡыу башланғас, эштәр яйлана төштө. Ашарға тип биргән 15 тиндән тыш. Пионерҙар йортона йөрөргә 10 тин ала башланым. Йәйәү йөрөнөм, ә аҡсаны тәҙрә төбөнә һалдым. Бер нисә мәртәбә магазинда ҡарбуз бушатырға ярҙамлаштым. Ҡарбуз урынына аҡса һораным. Миңә һәр ваҡыт 50 тин бирҙеләр. Күрәһең, йәлләгәндәрҙер.
Беҙҙең өйҙә һәр фатирҙа титан тора. Уға яғырға тигән утын подвалда. Лифт юҡ, пенсионерҙар беҙҙән дүрт бәйләм утынды фатирҙарына индереүҙе үтенә. Тариф бер төрлө: бер фатир өсөн 20 тин. Ә бер мәл 3 һум эшләнем! Күрше “Волга” һатып алды. Ул осорҙа машиналар магазиндан майлы килеш килә ине. Хужабикә өйҙә һыу йылытты, хужа майҙы һөрттө, мин биҙрә менән ташыным. Бәхетемә күрә, фатирҙары икенсе ҡатта ғына ине. Яңы йылға һәм тыуған көнөмә бүләк урынына аҡса һораным. Плюс 5 һум.
Бер йыл уҙҙы. Йәйге каникул етте. Хыялымды бойомға ашырырға 11 һум ҡалды. Үҙемдең иҫәп-хисап буйынса, велосипедты февралдә аласаҡмын. Бер хәл ярҙам итте. Атайым баш төҙәтергә теләгән, ә аҡсаһы булмаған. Минең аҡсаны иҫенә төшөргән. Беҙ әсәйем менән Ҡара диңгеҙгә ял итергә барғайныҡ. Ҡайтҡас та 2 һум өҫтәргә тәҙрә төбөнә йүгерҙем, ә ул буш, хатта баҡырҙары ла ҡалмаған. Илай башланым. Әсәйем тынысландырҙы, аҡсаң иҫән, тәҙрә төбөн һөрткәндә атайың берәй ергә алып ҡуйғандыр, тине. Иртән торғас, атайым янына барҙым.
– Атай, аҡсамды бир.
– Күпме аҡсаң бар ине?
– 45 һум 50 тин.
– Ә велосипед күпме тора?
– 56 һум 50 тин.
Атайым ҡулына янсығын алды ла унан ике купюра сығарҙы: 10 һум һәм 50 һум. 50 һумлыҡты беренсе тапҡыр күрәм. Велосипедҡа түләргә ҡағыҙ яҙҙырғанда һатыусыны ныҡ ғәжәп­ләндергәнмендер, күрәһең. 50 һум­лыҡты күргәс, кассир:
– Малай, бәлки, шунда уҡ машина ла алырһың? – тине лә магазинда торған “Москвич-412”-гә ымланы.
– Юҡ, миңә велосипед кәрәк, – тинем шөрләп.
Магазинда миңә рулде дөрөҫ ҡуйырға һәм тәгәрмәстәргә һауа тултырырға ярҙамлаштылар. Ишек алдына яңы сәпидтә килеп ингәс, малайҙар телен йотто, сөнки береһендә лә бындай велосипед юҡ ине. Барыһы ла сиратлап сәпидтә йөрөгән арала нисек аҡса туп­лауым тураһында һөйләнем.
Биш йылдан һуң сәпидте күршеләге күп балалы ғаиләләге малайға бүләк иттем. Яңы хужа сикһеҙ шатланды, уға мин магазинда һатып алғанда нисек ҡараһам, шулай баҡты.
Шунан бирле ергә ҡарап йөрөргә ғәҙәтләндем. Тинлек тапһам, “Урал” велосипедына нисек аҡса йыйыуым иҫемә төшә...
Р. ХӘЙЕРНАСОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: