9 декабрь. Малайҙар менән гараждан һикерҙек. Өсөнсө мәртәбә һикергәндә Рузил аяғын һындырҙы, шунан мин һикерҙем, уның ҡулын һындырҙым. Белмәйем, иртәгә ул гипс менән нисек һикерер икән?
12 декабрь. Математика уҡытыусыһы бөтөнләй аҡылдан шашты. Бөгөн миңә, һин математиканы бөтөнләй белмәйһең, тине лә көндәлеккә ниндәйҙер цифр ҡуйҙы.
13 декабрь. География уҡытыусыһы төшөмә инде. Ҡылыс менән глобус тотҡан. Дәресте насар аңлатты. Хәтеремдә бер нәмә лә ҡалманы.
17 декабрь. Атайымдың компьютерында DООМ уйнаным. Шунан әҙерәк “Инфобухгалтер” уйнаным. Ул да ҡыҙыҡ, өсөнсө кимәлгә еттем. Һалым менән быуҙылар.
22 декабрь. Бөгөн математиканан контроль эш булырға тейеш ине. Мәктәпкә мина һалынған, тип алты тапҡыр шылтыраттылар. Бишен беләм, береһе кем икән?
15 ғинуар. Бәҙрәфтә тәмәке тарттыҡ. Ғәҙәтләнмәгәнлектән йүтәлләнем, әҙәбиәт һәм ботаника дәрестәрен үткәреп ебәрҙем.
20 ғинуар. Параллель класҡа һуғышырға барҙыҡ. Беҙ уларҙың кәрәген бирҙек! Улар беҙҙе туҡманы.
21 ғинуар. Бөгөн кисәге өсөн директорға саҡырҙылар. Мин хатта роликтарымды ла һалып өлгөрмәнем. Директор сәсемдән тотоп кабинет буйлап тәгәрәтеп йөрөнө.
25 ғинуар. Әсәйем миңә химиянан, ә атайым тәртиптән шөғөлләнергә ярҙам итә.
26 ғинуар. Әсәйем: “Улым, ни өсөн көндәлегең мөйөштә тора?” – тип һораны. “Әсәй, мин уға “икеле” алған өсөн яза бирҙем!” – тип яуапланым.
27 ғинуар. Кисә мәктәпкә барманым. “Ниңә килмәнең?” – тип һораны класс етәксеһе. “Һеңлемде бала табыу йортонан алып ҡайттыҡ, тәпәйен йыуҙыҡ”, – тинем. “Уға нисә йәш?” – тип һораны класс етәксеһе бер килке уйланғас.
7 февраль. Рузил математиканан “бишле” алды. Көндәлеген өйҙә онотоп ҡалдырған, үҙемдекен бирҙем.
8 февраль. Рузилдәргә барғайным. Ашап ултыралар. Рузил: “Ашағың киләме?” – тип һораны. “Килә!” – тип яуапланым. Әсәһе: “Өйөңә ҡайтып аша”, – тине.
15 февраль. Кисә, ниһайәт, физиканан “бишле” алдым. Дәрестән һуң уртаса билдәне иҫәпләнем – барыбер сиреккә 1,88 килеп сыға. Ниҙер эшләргә кәрәк.
23 февраль. Әрме тураһында уйланым. Барғым килмәй. Йә үлтереп ҡуйырҙар. Бәлки, ике бала яһарға кәрәктер. Ҡуй, йә атайым үлтерер! Был әрмене кем уйлап сығарҙы икән? Белһәм, үлтерер инем!
26 февраль. Рәмиләнең дәфтәренә: “Мин һине яратам!” – тип яҙҙым. Ул: “Маңҡаңды һөрт”, – тип яҙҙы. Мин дә бирешмәнем: “Маңҡа мөхәббәткә мишайт итмәй!”
4 март. Рәмилә менән үбештек. Ришат менән Рузил тотоп торҙо.
8 март. Әсәйем кухняла һауыт-һаба йыуа ине. Атайым уға: “Эшеңде ҡалдырып тор, бөгөн байрам, иртәгә йыуып бөтөрөрһөң”, – тине.
15 март. Әсәйем атайыма ҡысҡырҙы: “Ҡыҙҙар артынан сабыуыңды ҡасан туҡтатаһың!” Дә-ә-ә... Атайым да үҫеп етте, ә мин күрмәй ҙә ҡалғанмын...
24 март. Рухи яҡтан үҫергә, күберәк уҡырға кәрәк. Йоҡлар алдынан атайымдың пейджерын уҡыным. Оҙаҡ уйландым...
1 апрель. “Насар уҡыһаң, һине киоскер итеп алмайҙар”, – тине әсәйем. Ә минең киоскер булғым да килмәй, мин контролер буласаҡмын!
Көндәлеккә К. МУЛЛАБАЕВ күҙ һалды.
Фото: Twitter