+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Самалап асһындар

– Ә һин Таиланд короленең тулы исеме нисек яңғырағанын беләһеңме?– Юҡ. – Былай: Сомдет Пхра Боромма Орасатхират Чао Фан Маха Ватчиралонгкорн Саям Макутрачакуман. Шәп бит, ә!

Самалап асһындар
Самалап асһындар

– Ә һин Брежневтың тулы исемен беләһеңме?
– Юҡ.
– Былай: Советтар Союзы Коммунистар Партияһының Генераль Секретары, СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе, Оборона Комитеты Рәйесе, дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, “Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытҡан өсөн” Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты, тоғро ленинсы, замандың бөйөк сәйәси эшмәкәре Леонид Ильич Брежнев. Шулай булғас, таиландтар ауыҙҙарын самалап асһын!

Бригада

Ҡарале, ниңәлер беҙгә заказсылар күптән килгәне юҡ. Эсерлек тә хәл ҡалманы. Әйҙә, берәй төрлө ҡыҙыҡ­тырырлыҡ иғлан маташтырабыҙ. Яҙ: фатирҙарға евроремонт – бер квадрат метры 7 000 һум. Иң оҫта профессионалдар бригадаһы. Тулыһынса әҙер объект. Алдынғы технологиялар. Сифат һәм үҙ ваҡытында. Тәк... Беҙҙән ремонт яһатыусыларҙың дуҫтары һәм таныштары сират тора. Тағы ла нимә?.. Һеҙгә күршеләрҙең көнләшеүе тәьмин ител­гән... Артабан. Беҙҙең ремонтты һеҙ бер ҡасан да онотмаясаҡһығыҙ. Атаҡ, ата-а-ҡ, беҙ бик шәп бригада икән дә баһа. Йәле, алыштыр – бер квадраты 10 000 һум!

Р. ЯМАЛОВ.

Фото: krot.info

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: