+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фасоль

Яңы йылға хәтле был магазин «Аҙыҡ-түлек магазины» тип атала ине. Юл ыңғайы шунда инеп, тиҙ генә кәрәк-яраҡты алып сыға торғайным. Яңы йылдан һуң инһәм, «Аҙыҡ-түлек магазины» тигән алтаҡтаның ҡап уртаһына «Фасоль» тип өҫтәп яҙып ҡуйғандар.

Фасоль
Фасоль

Туҡтале, икмәк алып сығайым, тип боролдом. Адресы: Октябрь проспекты, 13.
Магазинға барып ингәс, аптырап киттем. Бәләкәй генә бина эсенә аҙыҡ-түлектән башҡа кәштәләргә химикаттар теҙеп ҡуйғандар. Порошок, шампунь, бәҙрәф таҙартҡыс – бөтәһе лә аҙыҡ-түлек менән бер кәштәлә терәлеп тигәндәй тора. Саҡ ҡысҡырып ебәр­мәнем, был бит аҙыҡ-түлекте һаҡлау ҡанундарын боҙоу, уларға буйһонмау, тигән һүҙ. Бер яҡтан, тиҙ генә сығып китеү яғын ҡайғыртһам да, икенсе яҡтан, ҡыҙыҡһыныу туҡтатты. «Фасоль» тип яҙылғас, һатыусынан фасоль һорарға уйлап, прилавка эргәһенә килеп:
– Һаумыһығыҙ? Һеҙҙе етеп килгән 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән! – тинем.
Йәш кенә ҡыҙыҡай матур итеп йылмайып:
– Һеҙҙе лә шулай уҡ! – тип яуапланы.
– Өйҙә фасоль бөткән, запас торһон әле, ҡапыл кәрәк булыуы бар, – тип уйлап алырға кергәйнем!
Һатыусы ҡыҙ күҙҙәрен ҙур итеп асып, аптыраңҡырап миңә ҡараны ла, һәр бер бүлеккә күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң:
– Беҙҙә юҡ ул, – тине.
– Нисек юҡ? Магазинығыҙ «Фасоль» тип атала, ә һатыуҙа фасоль юҡ? Һеҙ, ҡыҙыҡай, мине шаяртаһығыҙҙыр әле? – тип йылмайҙым.
Һатыусы аптырауын йәшермәне:
– Белмәйем мин ул фасолде…
– Нисек инде белмәйһегеҙ?.. – Ашай торған, борсаҡтан саҡ ҡына эрерәк, ҡыҙыл, аҡ төҫтә. Консерваланғаны ла була, – тип, һаман аңлатырға тырыштым.
Шулай күпмелер тартҡылашҡас ҡына, ысынлап та, ҡыҙыҡайҙың фасолдең нимә икәнен белмәгәнен аңланым. Һатыусы ҡыҙға уның файҙаһы тура­һында һөйләп бирергә тура килде.
– Фасоль – бик яҡшы диеталы аҙыҡ. Составында организмға кәрәкле матдәләр күп. Ревматизмдан һаҡлай. Беҙ уны йыш ҡына борщҡа ҡушып бешерәбеҙ, бик тәмле була, – тип һүҙемде тамамлап, икмәк түгел, башҡа бер төрлө аҙыҡ-түлекте лә бынан алмаҫҡа ант итеп, сығып китеү яғын ҡараным.

Л. САЙРАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: