+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Эт этлеген итә

Минең өсөн Эт йылы хәтәр шәп башланды. Аллергия тигән ауырыу эләк­тереп, эт һымаҡ тегеләй ҙә былай ҙа сабыулап ҡараһам да, табип сирҙең нимәнән икәнен асыҡ ҡына итеп әйтә алманы.

Эт этлеген итә
Эт этлеген итә

Яңы йылда күп кенә итеп мандарин ашағайным, үҙемсә шуның бә­ләһелер, тип уйлайым. Цитрус емеш­тәрен ашарға ярамағанлығын да белә тороп.
Эште дерматологҡа күренеүҙән башлап ебәрҙем. Таң менән регистратура тәҙрәһе алдында ике сәғәттәй сиратта тороп, карточкамды алып, табип ҡабул итә торған бүлмә эргәһенә килһәм… бында ла сират.
Бер-ике сәғәт коридорҙа ултырғас, нәкәнис бүлмәгә барып индем. Бер өлкән генә йәштәрҙәге ир кеше ихлас йылмайып, ҡаршы алды. Табиптың аҡ халаты ла, башлығы ла юҡ. Табип борон-борондан аҡ халатлы була, хәҙер зәңгәрен дә кейәләр. Был күңелемә оҡшаманы. Ябай бер шофёр һымаҡ свитeр кейгән. Шундуҡ кире сығып китерҙәй булдым, түләүле табиптарға күренгәнсе, туҡтале, бәлки, файҙаһы ла тейер, тип туҡталып ҡалдым. Һорашҡас, ул миңә бер нисә дарыу яҙып ҡулыма тотторҙо, шуның менән вәссәләм! Бер-ике аҙна үткәс яңынан килерһең, тип оҙатып ҡалды.
Барҙым янына. Бармай ни хәл итәһең, көнөң шуға ҡалғас. Хәлем әҙерәк кенә һәйбәтләнде шикелле, тигәйнем, тағы күпмелер ваҡыттан һуң килергә ҡушып ҡайтарып ебәрҙе.
Өсөнсө тапҡыр килгәндә, табип ап-аҡ халат кейгәйне, уны күргәс күңелгә рәхәт булып китте. Карточкамды асып та ҡараманы. Үҙемсә мине нисек дауалауы тураһында күп кенә итеп яҙыр әле, тип өмөтләнгәйнем. Ләкин ул карточкаға үрелмәне лә. Аптырағас, карточканы регистратураға тапшырырға буламы тигәйнем, ул, тапшыр, тине. Ошо карточкаһыҙ үҙҙәре ауырыуҙарҙы ҡабул итеп тә бармай бит. Ә был уға керпек тә күтәреп ҡараманы. Ошондай духтыр­ҙар ҙа бар икән, тип аптырап сыҡтым. Беҙ бит табипҡа инеп тә өлгөрмәйбеҙ, улар шунда уҡ баш күтәрмәй карточкаға нимәлер яҙа ла яҙа. Сирле кеше уны көтөп ултыра-ултыра хәле бөтөп китә. Шунан һуң ғына, бында һин дә барһың бит әле, тигән һымаҡ, теләр-теләмәҫ күтәрелеп ҡарай ҙа, үҙенең дауалау ысулын һеңдерә башлай.
Регистратурала бер сират булһа, табипҡа күренер өсөн икенсе сират. Таң менән поликлиникаға барып инәһең дә көн кисләгәс кенә ҡайтыу юлына төшәһең. Шуға беҙ сирләргә бик яратмайбыҙ. Сирле булһаң да эштә йөрөһәң, мең мәртәбә яҡшыраҡ.
Тағы шуны уйлап ҡуйҙым: Эт йылының башынан уҡ ауырый башлағас, был бик шәп тә түгелдер әле. Аҙағына хәтле ауырырға яҙмаһын. Беҙҙең халыҡ, Яңы йылды нисек ҡаршы алһаң, йыл буйы шулай йәшәрһең, ти бит. Шуға баш ватып, аптырап ултырам…

Л. ШАЯНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: