-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кокос

Бөгөн апайымдың әхирәте нисек кейәүгә сыҡҡанын белдем. Уның кокос ашағыһы килә. Һатып ала, өйөнә алып ҡайта, асмаҡсы була. Бер сәғәт маташа, ике, бер ни ҙә килтереп сығара алмай.

Кокос
Кокос

Ул бишенсе ҡатта йәшәй, аҫта – асфальтлы парковка. Ватылһын өсөн кокосты шунда ырғытырға уйлай. Ҡараңғы төшкәнен көтә, урамда бер кем дә булмаясаҡ. Парковкаға ут үткәрелгән. Ҡағыҙға: “Кокосты аша­маҫҡа!” – тип яҙа ла, аҫҡа төшөп, уны асфальтҡа һала. Кире менгәс, кокосты бар көсөнә тәҙрәнән ырғыта. Яңынан тышҡа сыҡһа, асфальтта ҡағыҙ янында бер егет ултыра. Шаңҡыған, әммә үҙ аңында. Ә ҡулында кокос. Ватылмаған. Ҡыҙ “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата, егет менән дауаханаға бара. Шунда танышалар ҙа.
Ирҙең һүҙҙәренән: “Өйгә ҡайтып барам, бер кемгә лә теймәйем. Асфальтта яҙыу күреп ҡалдым, уҡыйым: “Кокосты ашамаҫҡа!” Туҡтап, тирә-яғыма ҡа­рандым. Бер кем дә юҡ. Бер минут үттеме-юҡмы, юғарынан һыҙғырыу ишетелде. Артабан бер ни ҙә хә­терләмәйем. Аңыма килгәндә өйлән­гәйнем инде”.
Ә кокос әле лә уларҙың сервантында тора. Ватылмаған килеш.

Б. СӘЛМӘНОВА.

Фото: irecommend.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в