– Йәш ғүмеребеҙҙе ниңә заяға үткәрәбеҙ әле! – тине Рөстәм, Зиләнең ялҡынлы күҙҙәренә ҡарап. – Әйҙә, өйләнешәбеҙ!
– Беҙ кемдән кәм? – тип шунда уҡ ризалашты Зилә. – Ҡасан яҙылышабыҙ?
– Ниңә ҡасанға ҡалдырырға! Ҡалған эшкә ҡар яуа, ти. Әйҙә, хәҙер үк!
– Хәҙер үк икән – хәҙер үк!
Шулай итеп, уйламағанда-нитмәгәндә генә өр-яңы йәш ғаилә шытып сыҡты. Тик бер ай самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы, Зилә – Рөстәмдән, Рөстәм Зиләнән биҙеп тә өлгөрҙө.
– Атайың вәғәҙә иткән машинаһын биреү менән айырылам! – тине Зилә.
– Әсәйең үлеп, унан ҡалған ике бүлмәле фатирҙы үҙ исемеңә күсерткән көнөңдә үк судҡа ғариза яҙам! – тине Рөстәм.
Көндәр, айҙар, йылдар үтте… Алма кеүек ике бала тыуҙы. Рөстәм менән Зилә әле һаман эт менән бесәй һымаҡ бер-береһенә ырылдап-мырылдап йәшәүен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта был ғаилә ҡайҙалыр имен йәшәүсе ныҡлы йәш ғаиләләр исемлеген биҙәп тора.
Әле кисә генә, бер хәбәрсе килеп, үҙҙәренән интервью алды.
– Саф мөхәббәткә ҡоролған татыу ғаилә кеше ғүмеренең сағыу биҙәге! – тип тамамланы Рөстәм һүҙен.
– Ниндәйҙер иҫәптән сығып әүмәләнгән ғаилә кешене мәңгегә бәхетһеҙ итә! – тип өҫтәне уға Зилә.
Хәбәрсе уларға оҙайлы ғаилә бәхете теләп, ҡәнәғәт булып ҡайтып китте.
Вәғәҙә ителгән машина ла, ике бүлмәле фатир ҙа һаман алынмағайны әле…
Рәйес ҒАБДРАХМАНОВ.