+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ожмах бесәйе

Эштән ҡайтырға йыйынып ултыра торғас, ваҡыт арыуыҡ булып киткән. Көн кискә ауышып бара. Хәҙер иртә ҡа­раң­­ғы төшә. Эштә ултыр-ултырма барыбер өйгә ҡай­тырға кәрәк икәнен аныҡ ҡына белһәм дә, ваҡытты һуҙып, һаман ултырыу яғын­да булдым.

Ожмах бесәйе
Ожмах бесәйе

Шулай ҙа бергә эшлә­гән коллегам ҡайтырға ҡуҙ­ғалғас, мин дә ауыр көр­һө­нөп алдым да, теләр-телә­мәҫ кенә ҡайтыу яғына юл алдым.
Шундуҡ ишек төбөндә ултырып ҡалған бесәйебеҙҙе күҙ алдына килтереп, саҡ ҡына туҡталып ҡалдым. Әллә күпме ваҡыт инде, иртәгә тышҡа сығабыҙ – прогулка­ға, тип тегене алдаштырып тик киләм. Ә хәҙер бесәй­ҙәр­ҙең тышта оҙаҡ йөрөй торған сағы икәне иҫемә килеп төштө. Шуғалыр инде ике бүлмәле фатирыбыҙҙы бер итеп йүгергеләп, мыжып тик йөрөй. Ашауының да рәте китте. Үҙенә урын тапмаған һымаҡ ҡылана башланы.
Мин ҡайтып ингәс тә ишек төбөнә килеп, тышҡа сығыр­ға һорай ул. Сумканы ишек төбөнә ҡуйып көн аша булһа ла тышҡа алып сыға торғай­ным, һуңғы осорҙа сыҡҡа­ным юҡ. Берҙән, өйҙөң түбә­һен ремонтлайҙар. Урамға сығырлыҡ түгел, төҙөүселәр өйҙөң тирә-яғын уратып тигәндәй алған.
Кит әле, һинең ҡайғың юҡ, үҙем арып саҡ ҡай­тып еттем, тип аяҡ менән этәреп кенә ебәрә башланым. Бер яҡтан, бесәй йәл булһа ла, үҙемде лә йәл­ләйем. Ҡайтып ингәс тә, сисенә һалып, тиҙ генә бер ярты сәғәт диванда ятып хәл алам да, шунан ғына ҡы­бырларға тотонам. Бәлки, шуғалыр, һуңғы осорҙа бесәй менән аралар ҡатмар­лашты. Килеп тороп беләк­тән эләктереп ала ла, тәүҙә йомшаҡ ҡына итеп тешләй, шунан нығыраҡ итеп эләк­терә.
Кисә тышҡа алып сыҡҡа­й­ным, үлән араһына инде лә рәхәтләнеп тик ята, ә мин меҫкен һымаҡ эргәһендә баҫып торам. Ярай әле, кеҫә телефонын алып сыҡҡан­мын. Күңелемә оҡшаған музыканы ҡуям да, шуны тың­лайым. Йыр менән йыр ара­һында ла шундай айырма бар икән, тип үҙемсә фекер­ләйем. Үҙемә оҡшаған йыр­ҙарҙы бер нисә тапҡыр уйнатып алһам, күңелгә рәхәт булып ҡала. Ҡайһы ваҡыт эс тә бошоп ҡуя, йәш саҡтар иҫкә төшә. Бар ине бит әле, Өфө урамдарын бер итеп йөрөгән йәш саҡтар, тип күҙ йәштә­рен дә тамыҙып алғы­лайым ҡайһы саҡта. Нисек кенә булмаһын, бөтә ғүмер ошонда үтте бит.
Ярты сәғәттән һуң тегене саҡ һөйрәп алып индем. Алып ингәс, дүрт тәпәйен йы­уам да таҫтамалға һөртөп ҡоротам. Шунан һуң ғына бесәйебеҙ аяҡтарын яларға тотона. Йәнәһе, ҡорота инде. Ҡайһы саҡта онотоп ебәр­һәм, мыяулап ҡулйыу­ғыс эргәһендә илап тик тора. Бәләкәйҙән аяғын йыуып өйрәткәйнек. Хәҙер олоғая башлағас, үҙемә бер бәлә һымаҡ. Үҙ ваҡытында ул да бит кемдеңдер ғәзиз балаһы булғандыр. Уны тыуҙырған инәһе, иркәләп кенә ҡара­ған­дыр әле. Алғас ҡарарға ла кәрәк бит инде. Ҡайһы ваҡыт урамда йөрөп ҡайтыу яғына боролғас (был күберәк һыуыҡ көндәрҙә була), подъезға йән-фарман йүгер­гән була. Мин уның артынан саҡ һөйрәлеп: «Бахыр, һин бит урам хәйерсеһе, ҡайҙа шулай сабаһың! Һинең өйөң бармы ни!.. Юҡ бит!.. » – тип ҡысҡырғым килһә лә, үҙемде саҡ тыйып: «Әҙерәк көт мине!.. » – тип эстән генә һөй­ләнеп бесәй артынан йү­герәм. Икенсе яҡтан, үҙе­нән-үҙе барлыҡҡа килгән эске тауыш: «Юҡ, юҡ, уның өйө бар! » – ти.
Беҙ уны бәләкәс кенә сағынан инәһенән айырып алып ҡараныҡ! Ул урамда хәйерселәп йөрөүҙең ни икәнен дә белмәй үҫте. Әҙер аш, йомшаҡ урын! Баҡсаға барғанда ла машинала ғына йөрөтәбеҙ. Ә ундай көндә­рең күп булды һинең. Баҡса­ла үҙеңде ожмахтағы һымаҡ хис иткәнһеңдер, моғайын. «Һин тыуғас та ожмахҡа эләктең!..» – тип эске кисе­рештәремдән саҡ айнып, тeрт итеп китәм.
Был донъяла тар күңелле булырға ярамай, бөтәбеҙгә лә урын етә, тип, үҙемде әрләп, бесәйҙең башынан һыйпап ҡуям ҡайһы саҡта. Бесәйгә шул етә ҡала. Ул тағы аяҡ араһында буталып һырғаланыуын белә.

Л. ШАЯНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: