+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бәй, был һинме ни?!

Иртә. Йоҡоло трамвай уянып өлгөрмәгән рельстарҙа тигеҙ генә тирбәлә. Ҡапыл ул туҡтаны: барыһы ла аңлашыла, алда – авария. Йоҡолары туймаған пассажирҙар мығырлай-мыңғырлай трамвайҙан төштө.

Бәй, был һинме ни?!
Бәй, был һинме ни?!

Мин дә сыҡтым. Алда ярым буш трамвайҙар теҙелгән.

Яҡындағы юл сатына барып еттем: тап шулай, бәләкәй ҡыҙыл “Пежо” текә джипҡа бәрелгән. “Пежо”ның пассажир ултыра торған яғы иҙелгән, ярай әле, шоферы иҫән ҡалған. “Пежо”ның шоферы – мөләйем йөҙлө ҡатын-ҡыҙ. Ул салондан сыҡты ла телефондан кем менәндер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшергә тотондо. Джип шоферы ла телефондан һөйләшә, тик салондан. Күрәһең, ул ниндәйҙер иҫәр ҡатын янына сығып хәлде асыҡлауҙы үҙен кәмһетеү тип уйлайҙыр. Өҫтәүенә, машинаһы сыйылмаған да. Икеһе лә гаишниктарҙың килгәнен көтә шикелле. Зыян күреүсе ҡатындың тәтелдәгәне ишетелә:
– Күҙ алдына килтерәһеңме, ҡәҙерлем, ҡайһылыр кәзә тәкәһе минең бәп-бәләкәй машинамды бәрҙерҙе. Ни өсөн мин – иҫәр, етмәһә, йөрөй белмәйем? Ул ғәйепле, йөҙ проценты менән! Джибы кеүек, үҙе лә аңра.
Ҡатындың тауышы джип салонына барып етте шикелле. Ишек асылды, хәлде тикшерергә шофер тышҡа сыҡты. Ир ҡатынға ҡарай, ҡатын – иргә. Улар бер-береһен таныны. Икеһе бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе:
– Бәй, был һинме ни?!

А. МИҢЛЕҒӘЛИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: