+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хуш, мөхәббәтем!

Һин – мөхәббәтем! Иренемә тәү тапҡыр тейеүең утҡа һалды. Башым әйләнде. Мин һиңә мөкиббән булдым. Йыш осраша башланыҡ. Һин миңә – йәшәү йәме, йөрәк майы инең.

Хуш, мөхәббәтем!
Хуш, мөхәббәтем!

Иҫеңдәме, күрше ауылға һине алырға барҙым. Ямғыр. Егет һүҙе бер булыр – йөҙөп булһа ла, ҡолаҡҡа ҡәҙәр бысраҡҡа батып булһа ла барҙым. Һәм алып ҡайттым. Бына әлеге кеүек күҙгә-күҙ ҡарашып ултырғас, барыһы ла онотолдо… Был фани донъяла беҙ икәү – ҡауышыу шатлығынан телемде лә ҡуҙғалтмаған мин һәм көләс йөҙлө, күпте вәғәҙә иткән һин инең. Ярата инек бер-беребеҙҙе. Мөхәббәтем арҡаһында бөтөнләй сығырҙан сыҡтым. Ғишыҡ, тип дыуамалланып йөрөгәс, «хулиган» исеме тағып каталашкаға ла яптылар. Таш һикеле айырым бүлмә бирҙеләр. Уныһы яҡшы булды, ошо йәшкә етеп фатир төҫө күрмәгәйнем, йорт-ерле булдым. Ләкин оҙаҡҡа түгел. Сығарҙылар. Мин тағы яңғыҙым. Ярай, һин бар, йән дуҫым! Һөйләштек. Әммә уйың гел этлектә ине. Мин, һинең көйгә йөрөп, аҡҡошом, тағы эләктем. Был юлы ун биш тәүлек кенә түгел ине инде. Ике йыл! Шул ғүмер эсендә мине мөхәббәт сиренән дауаланылар. Хәҙер мин һиңә серҙәш түгел. Туҡта, туҡта! Аҡ алъяпҡысыңды бәйләп миңә килмә! Әле һуңғы тапҡыр, күҙгә-күҙ аңлашыр өсөн генә, осраштыҡ беҙ. Аңланыңмы? Хуш, йәнем!
Һәм, урта йәштәрҙәге ир, өҫтәлдә торған араҡы шешәһен иҙәнгә сәпәне. Ул селпәрәмә ватылды. Хуш, мөхәббәт!

Фото: aminoapps.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: