+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эште боҙаһың!

(Булған хәл) Бер нисә сәғәт эсендә ергә арыу ғына итеп ҡар-юрған да яуған икән. Ошо юрғандың һырҙарынан, беҙҙеңсә әйткәндә, һуҡмаҡтарҙан, беҙ, кешеләр, бөрсәләр шикелле тегеләй-былай йүгерешкән булабыҙ.

Эште боҙаһың!
Эште боҙаһың!

Ә тәбиғәт беҙҙең мәшәҡәттәрҙе бар тип тә белмәй. Тәбиғәт кенә түгел, беҙ, кешеләр ҙә, эргәбеҙҙә йүгерешкән йән эйәләренең хәленә битараф түгелме?
Эштән ҡайтып барышлай башҡа ошондай сәйер уйҙар килә лә тора. Әллә ни булды... Ҡапыл алдараҡ, уң яҡ ҡулда, көрттә, тора алмай интегеп, бер кеше ятыуы күҙгә салынды. Уға етергә бер аҙ ара бар әле. “Был ниңә ҡоланы икән?”, “Иҫерекме ул, әллә йөрәк өйәнәге тотоуҙан аяҡтан яҙғанмы?” – тигән һорауҙар йәшен тиҙлегендә мейене бырауланы. Барып етергә лә, ярҙам итергә кәрәк бәләгә тарыусыға. Ул урындан кеше күп үтә, тик ярҙам ҡулы һуҙыусы ғына юҡ. Туҡта, эргәһендә кемдер бар түгелме? Эйе, эйе, бисаранан 3-4 аҙым ситтәрәк ниндәйҙер бер әҙәм, ир затынан шикелле, тегеңә нимәлер ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Уның һүҙҙәре, юлда геү­ләшкән машина тауыштарына күмелеп, урыҡ-һурыҡ ҡына миңә лә ишетелеп ҡалғандай. “Ниңә иптәшенә ярҙам итмәй икән ул мәлғүн, әллә иҫерекме икән үҙе?” – тип, тегене үҙ алдыма һүгеп алдым.
Ниһайәт, ҡарҙа аунап ятҡан бисараға килеп еттем. Бер аяғымды алғараҡ күсереп баҫтым да, курткаһының еңенә үрелдем. Ул бейәләйһеҙ ҡулдары менән ҡарға таянырға ҡурҡып, терһәге менән үҙе яһаған ҡар бутҡаһына таянырға итә. Ярты метрлыҡ көрттә улай еңел генә торорлоҡ түгел шул. Хәҙер торғоҙам. Хәҙер ярҙам итәм. Эйелгән ыңғайға, йөҙөнә иғтибар иттем. 10-11 йәштәрҙәге малай икән. Ғәйепле рәүештә йылмайып ята. “Моғайын, үҙенең ошондай хәлгә тарыуынан уңайһыҙланалыр,” – тигән фекергә килдем. Шул саҡ:
– Теймә, теймә уға, үҙе торһон... Мин улымды үҙ аллы булырға өйрәтергә итәм. Ә һин эште боҙаһың... – тигән ирҙәр тауышы ҡолаҡты ярҙы... Башымды күтәреп, тауыш килгән яҡҡа ҡараным. Теге ир икән, бисараға ярҙам итмәгән демагог. Күҙенән ҡырағай хайуандарҙа ғына була торған зәһәр осҡондар сәсеп, миңә ҡарап тора. Хас та, мин уның ҡабып йотор алдынан уйнатҡан ҡорбанын тартып алғанмын.
Был тамаша нисек бөткәндер, ул урындан “табанымды ялтыраттым”. Йә, мин әйтәм, үҙемде ҡарға быраҡтырыр тәрбиәсе атай.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: