+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тәмле тартма

Офис. Ҡатын-ҡыҙҙар коллективы. Барыһы ла тырышып-тырмашып төрлө диетала ултыра.

Тәмле тартма
Тәмле тартма

Ләкин ҡырҡтартмасы килһә, ондан бешерелгән ашамлыҡтар, кәнфиттәр, печеньелар, вафлиҙар һатып алалар. Беҙҙең бүлектә был байлыҡ өҫтәл тартмаһына һалына, шунан ул фигура тураһында уфтана-уфтана ашала.
Бер иптәшебеҙ ханымдарға диета һаҡларға ярҙам итергә булды, “тәмле” тартманың ручкаһын бороп алды. Тартманы асырға маташҡанда уларҙың икеһе тырнаҡтарын һындырҙы, өсәүһе тырнап ҡараны ла ташланы, бишеһе ишеттермәй генә һүгенде.
Уның ҡарауы, бөгөн ҡамыр аштары ашаманыҡ, тип бер-береһенә маҡ­таныштылар.

Т. ЙӘНҒӘЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: