-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Һыу эйәһе

Беҙ Ағиҙел буйына килеп еткәндә көн кискә ауыш­ҡайны. Машиналарҙы бушатып, ҡараңғы төшкәнсе, һәр кем үҙе балыҡ тота торған урынға ем һибеп сыҡты.

Һыу эйәһе
Һыу эйәһе

Кәмәләрҙе ярға сығарып бәйләп ҡуйғандан һуң, усаҡ яғып, сәй ҡайнатып, фонарь яҡтыһында тамаҡ ялғарға ултырыштыҡ.
Тамаҡ ялғап алғандан һуң, Николай Иванович һүҙ башланы:
– Анекдоттар ул, егеттәр, бөтәһе лә ысынбарлыҡтан алына. Тормошта ҡыҙыҡ ваҡиғалар һәр көндө тиерлек осрап тора. Минең менән дә шундай ҡыҙыҡ хәл булды. Былтыр ике егет менән Һаҙ күленә балыҡҡа барғайныҡ. Тәүҙәрәк балыҡ арыу ғына ҡапһа ла, төшкә табан бөтөнләй сиртмәй башланы.
Николай Иванович һөйлә­үе­нән туҡтап, тамағын ҡырып алғандан һуң, стакандан бер йотом сәй ҡапты ла, һүҙен дауам итте:
– Ҡояш ҡыҙҙыра, йылы. Сергей ултырған ерендә йоҡомһорап китте. Беҙ Витя менән сиртмәҫме икән, тип ултырабыҙ. Тегеләй ҙә һалып ҡарайбыҙ, былай ҙа осора­быҙ – юҡ, файҙаһыҙ. Шул саҡ Витяның ҡармағы һыу төбөндәге үләнгә эләкте. Япон ҡармағын әрәм итмәҫ өсөн, ул әкрен генә һыуға төшөп, уны ысҡындырырға уйланы. Мин эш юҡтан Витяны күҙәтеп ултырам. Ҡармағын ысҡындырғас, йоҡомһорап ултырған Сер­гей­ҙы ҡурҡытыу ниәте менән, ул миңә бармағы менән ымлап күрһәтте лә, уға табан һаҡ ҡына йөҙөп китте. Кәмәгә килеп етәрәк сумды. Мин шул саҡ: “Сергей, һыу эйәһе! Ҡара әле, ҡара!” – тип төртөп күрһәтә башланым. Күҙен яңы ғына асҡан Сергей алдына күл төбөнән үләндәр йәбешкән Витя килеп сыҡты. Йоҡо­һонан уянып та етмәгән Сергей тиҙ генә ишкәген алды ла Витяның башына тон­дорҙо.
– Витя менән ни булды?
– Нимә булһын, аҙна буйы «мөгөҙ» менән йөрөнө, – тип ҡуйҙы оҙон-оҙаҡ һөйләргә яратмаған Николай Иванович.
Тирә-яҡты яңғыратып ҡыс­ҡырып көлгән тауыш яңғы­раны. Бер аҙҙан, халыҡ кө­лөү­ҙән туҡтағас, Юра:
– Егеттәр, мин дә үҙемдең баштан үткән бер ваҡиғаны һөйләп китәйем әле, – тип беҙҙән рөхсәт һорағандай итте. – Мин фотосалонға эшкә урынлашҡан йылды булды был хәл. Минең атай, күптәнге пенсионер, ғүмер буйына йыйған аҡсаһына ҡулдан иҫке генә «Жигули» һатып алды. Эсенә шатлығы һыймаған атай, машинаһына туҙан да ҡундырмай, гаражда тотто. Үҙе руль артына ултырырға ҡурҡа, ә беҙгә бирмәй,правағыҙ юҡ, ти.
Шулай бер көндө, ҡулға әҙерәк керем кергәс, кеҫәгә ярты ҡыҫтырып киттем атай янына, гаражға. Минең күс­тәнәс менән килгәнде күр­гәс, атайҙың ауыҙы йырылды. Миңә рәхмәттәр уҡый-уҡый капот өҫтөнә гәзит йәйеп, үҙенә тип алып килгән төшкө аҙығын шунда теҙеп ҡуйҙы. Күптән күрешмәгән кешеләр кеүек, һүҙгә-һүҙ ялғап бушаттыҡ теге ше­шәне.
Эскә төшкән шайтан һыуы башты әйләндереп ебәрҙе, бының менән генә булмай, тағы бер “ялтыр баш” кәрәк­леген иҫбат иткәндәй, танау­ҙы ҡытыҡлай башланы. Шул саҡ атай миңә:
– Давай, ултыр машинаға, – тип ишекте асты.
– Һин тағы нимә уйлап сығарҙың?..
Атай, минең ултырғанды ла көтмәй, машинаһын гараждан сығарҙы. Йәштәрсә, етеҙ генә машинаһынан төшөп, гараж ишеген бик­ләгәс, ҡалаға табан юл тот­тоҡ.
– Ә ГАИ?!
– ГАИ, улым, ҡарт-ҡороно туҡтатмай ул, – тип, ул миңә ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
Их, елдерәбеҙ генә! Атай­ҙың етеҙ хәрәкәт яһауҙары мине шатландырһа ла, машинаны ул түгел, ә 40 градуслы эскә төшкән шайтан һыуының алып барыуы көн кеүек асыҡ ине..
Магазинына ла күп ҡал­мағайны инде. Ҡайҙан килеп сыҡты ҡәһәр төшкөрө был инспекторы! Беҙҙе туҡ­татҡас, ҡулын козырегына тeйҙереп инспектор үҙе менән таныштырҙы.
– Инспектор Иванов. Ваши права, папаша! – тине.
Атай ҙа инспектор хәрә­кәт­тәрен ҡабатлап, ҡулын маңлайына тeйҙереп алды. Инспектор праваны ентек­ләп ҡарағандан һуң, атайҙың ай кеүек балҡыған йөҙөнә күҙ һалып:
– Һеҙ, папаша, иҫерек бит!.. – тип көтмәгәндә әй­теп ҡуйҙы.
«Килеп етттек, былай бул­ғас», тип уйланым эстән генә. Ә атай, бер ни булмағандай:
– Мин, улым, был зәхмәткә айныҡ баш менән ултырырға ҡурҡам шул, – тип асыҡтан-асыҡ әйтеп һалды.
Инспектор «пырх» итеп көлөп ебәрҙе, бер ни ҡәҙәр көлгәндән һуң, атайға документтарын ҡайтарып бирҙе. Атай профессионалдарса урынынан ҡуҙғалып киткән­дә лә, инспектор башын сайҡай-сайҡай көлөүенән тыйыла алмай тороп ҡалды.
– Да, улым, бында туҡтап булмай инде. Әйҙә, йылға аръяғындағы магазинға барайыҡ, – тип юлын дауам итте ул.
Баҙарҙы үтеп, Ашҡаҙар йылғаһы аша һалынған ағас күпергә боролдоҡ. Күпергә етәрәк юл уртаһында нин­дәйҙер таҡта киҫәктәре, юл тамғалары осраны. Атай юл ремонтлаусыларҙы һүгә-һүгә алға елде. Машина менән һыуға килеп төшкәс кенә беҙ эштең ниҙә икәнен аңлап алдыҡ. Яңы күпер һалынып бөткәндән һуң, иҫкеһен бер аҙна элек һүтеп ташлағандар икән, – тип һүҙен бөтөрҙө Юра.
– Ә нисек һыуҙан сыҡ­тығыҙ! – тип һорап ҡуйҙы Борис дуҫ.
– Ишек быялалары төшкән булыуы беҙҙе ҡотҡарҙы. Һушыбыҙҙы йыйғансы машина һыу төбөнә китте. Ма­шинаға һыу тулғас, йөҙөп сыҡтыҡ. Ә машинаны икенсе көндө генә сығара алдыҡ, – тип ҡыҙыҡлы әңгәмәһен тамамланы Юра.

Л. ҒӘЛИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в