+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гараж тотҡоно

Һүҙебеҙҙе ҡала ирҙәре тормошонда гараждың тотҡан роле тураһында бәйәндән башларға булдыҡ әле. Күпселектең гаражы йортонан байтаҡ алыҫта, ҡаланың икенсе мөйөшөндә урынлашҡан булыуы хаҡында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр.

Гараж тотҡоно
Гараж тотҡоно

Машиналы ир ул гараждың йыраҡлығына, машинаһын килтереп ҡуйғас, үҙ йортона әллә нисә саҡрым юл үтеп ҡайтыу уңайһыҙлығына бик зарланып бармай. Һәр яйһыҙҙың бер яйы була, тиҙәр бит. Яҡын түгел, уның ҡарауы, хужабикә ҡолағынан йыраҡ. Ял көндәрендә, машинаның ҡараш­тыраһы ерҙәре бар, тип китергә уңайлы. Ҡайҙалыр йөрөп ҡайтып, машинаны ҡуйғас, күрше ирҙәр менән кәйеф-сафа ҡороп алырға ла мөм­кинлеге табыла. Йөрөмтәл ирҙәр гаражын һөйәркәһе менән осрашыу урыны итеп фай­ҙаланған осраҡтар ҙа тормошта бул­маған нимә түгел.
Хәҙер инде бик күптәр машинаһын гаражға ҡуйып тормай, подъезд тө­бөндә генә урынлаштыра. Берҙән, яҡын, икенсенән, күҙ алдында. Эйе, һуңғы йылдарҙа гараждың роле бер аҙ кәмей төштө, әммә беҙҙең ҡалала гараж менән бәйле бер мажараны һаман онот­ҡандары юҡ. Хикәйәбеҙҙең геройын инде, уның уңалған тән яраларын иҫенә төшөрөп, уңалмаған йән яраһына тоҙ һибеп, үҙ исеме менән атап тормайыҡ. Әйтәйек, Кәли икән, ти.
Көндәрҙән бер көндө, көҙ ҡыш яғына ауыша башлаған бер мәлдә, Кәлийебеҙ тыуған ауылынан ҡайтып төштө лә, бисәһе Фираяны төйөнсөктәре менән фатирына керетеп ҡалдырып, машина ҡуйырға китте. Ҡуйҙы, бикләне, сыҡты. Был юлы хатта күрше гараждарҙа күңел асып ултырыусылар ҙа юҡ. Автобус туҡталышына барып баҫ та, шул автобусты бик оҙаҡ көтөп ялыҡмай, өйгә ҡайт та, ауыл тәм-томдарын ауыҙ итеп, диванға һуҙыл. Юҡ, был тормошта гел генә уңай булып тормай шул. Автобус юҡ та юҡ. Хәйер, туҡталышта әҙәм заты ла юҡ, тип әйтерлек. Берҙән-бер бисә Кәлиҙең өҫ-башын битараф ҡарашы менән барлап алғандай булды ла, күҙҙәрен тағы автобус килеп сығыр яҡҡа йүнәлтте.
– Был шофер түрәләре ни ҡарай икән? – тине ир һүҙҙән һүҙ булһын өсөн генә. – Транспорт эшен генә лә яйға һала алмайҙар...
– Өлгөрмәйҙәрҙер, – тип ир яғына боролдо бисә.
Төҫкә-башҡа ярайһы ғына икән, тигән уй килде ир башына. Бының менән борсаҡ бешереп булыр, моғайын. Ҡылын тартып ҡарарға кәрәк.
Кәлиҙең ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһендә фәрештә булмағанын уҡыусыбыҙ аңлап өлгөргәндер инде...
Автобус һаман да юҡ. Әллә автобус юҡлыҡтан, әллә башҡа нәмәнән зарыҡҡан икәүҙең һүҙҙәре һүҙгә ялғанып, осрашыу мәсьәләһенә үк барып төртөлдө.
– Ул осрашыуҙы ниңә оҙаҡҡа һуҙырға, ана минең гараж, уның эсендә “Жигули” атлы дөл-дөлөм тора, бардачокта самогон атлы ике шешә зәм-зәм һыуы... Киттекме?
– Киттек! – тине бисә, оҙаҡ уйлап тормай. – Автобус барыбер юҡ...
Керҙеләр гаражға, әле һыуынып өл­гөрмәгән машинаның йомшаҡ ҡәнәфи­йендә урын алдылар. Кәли ике ше­шәнең береһен килтереп сығарҙы, таҙалыҡтары самалы ике ҡырлы стаканға яртышар итеп көмөшкә ҡойҙо. Хатта тост рәүешендә ике ауыҙ һүҙ ҙә әйтергә йыйынды. Һеҙҙәй сибәр бисә менән танышыуыма шатмын, йәнәһе. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым...
– Ә закуска? – тине бисә, Кәлиҙең матур уйҙарын бүлеп. – Һыуыҡ гаражда закускаһыҙ-ниһеҙ көмөшкә һемереп ултырырға мине кем тип беләһең? Тем более асмын...
– Ә-ә... Мин хәҙер, – тине заман Ромеоһы, машинаһынан һикереп төшөп. Оялыңҡыраны ла булһа кәрәк. – Юл аша ғына киоск бар. Йүгерҙем! Ун минуттан әйләнеп килермен...
Ҡабаланды ул, ҡабаланһа ла гараж ишеген өс йоҙаҡҡа бикләргә онотманы. Йә автобус туҡталышы һандуғасы, көмөшкәһен бушҡа һемерер ҙә, сығып тайыр, йә берәй хәйерһеҙе эске эҙләп асыҡ гаражға килеп юлығыр. Ҡаба­ланып, светофорлы сатҡа ла барып етеп торманы, күҙенә аҡ-ҡара күрен­мәй, машиналар гөжләп торған урам аша сапты. Ошо вайымһыҙлығы харап итте лә инде ирҙе, өҫтөнә менеп килгән “УАЗ”дан тайпылып өлгөрә алманы...
Ике көндән һуң ғына ят карауатта аңына килде Кәли. Башы, аяҡ-ҡулдары бинтҡа уралған, бөтә тәне һыҙлай. Баш осонда Фираяһы ултыра. Илап, күҙҙәре шешенеп бөткән.
– М-м-мин ҡайҙа?– тине ир, үҙенең аңра һорау биреүен аңламай.
Шуның өсөн ҡатыны ул һорауға яуап биреп торманы.
– Уф-ф-ф, тәнеңдә йәнең бар икән әле, ниһайәт, аңына килде, – тине.
Ирҙең йәнен ташламаған аңында йәшен тиҙлеге менән юл ваҡиғаһына осрағансы булған хәлдәр йүгереп үтте. Үтте лә маңлайына кувалда менән килтереп һуҡты. “Гараж! Гараж эсендәге машинаһы! Машина эсендәге бисә!”
– Күпме аңһыҙ яттым? – тине ул, телен саҡ ҡыбырҙатып.
– Ике тәүлек, йәнем, – тине бисәһе тағы күҙ йәштәрен һөртөп. – Инде Аллаға шөкөр, былай булғас һауы­ғырһың... Тауыҡ бешереп алып килдем. Ауыл тауығы...
Тик Кәли аңына килһә лә, хәләл ефетенең хәстәренә шатланманы.
– Һинең тауығың ғына етмәй ине... Тиҙ генә йүгереп ҡайт, күрше Иванды саҡыр бында!
Саҡ аңына килгән Кәлигә Иван ниңә кәрәк булғандыр – уныһы Фираяға ҡараңғы. Әммә ул белә, ауыр хәлдә ятҡан сирленең һәр һүҙе закон. Йүгереп ҡайтты ла, дауаханаға күрше ирҙе ебәрҙе.
Уныһы палатаға килеп кереп, хәл белешеп тә өлгөрмәне, күршеһе:
– Иван, ҡотҡар! – тип тегенең ҡотон алды. – Тиҙ генә өҫ кейемемде таптырып ал, куртка кеҫәһендә гараж ас­ҡыстары, барып, гаражымды ас.
– Шунан?
– Оҙаҡ һөйләп торор сарам юҡ, асҡас, үҙең күрерһең.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, машинаһына ултырҙы ла елдерҙе Иван.
Иван елдерә торһон, беҙ инде уҡыусыбыҙға гаражға бикләнеп ҡалған бисә хәлен аҙ булһа ла аңлатып китәйек. Ике тәүлек һыуыҡ гараж эсендә, ике тәүлек ас! Быныһы үҙенән-үҙе аңлашылалыр. Тимер ситлектән сығырға ынтылып ҡарамаған, тиһе­геҙме туҡталыш һандуғасын. Төшөп ҡалған, ебеп барған бисә түгел бит ул, был тормошта байтаҡ күреп, байтаҡ шымарған әҙәм балаһы. Бер сәғәт көткәндер исемен дә һорашып ҡала алмаған ирҙе, ике сәғәт...
Ҡысҡырғандыр, хатта ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенгәндер ҙә. Быларын фараз­лайбыҙ ғына. Унан кувалда эҙләп тапҡан да ишекте дөмбәҫләгән. Биш миллиметр ҡалынлыҡтағы тимерҙең йән­селгән ерҙәре һуңынан гараж хужаһына шул хаҡта һөйләгән булыр. Улай ҙа эше килеп сыҡмаған. Кәштәләге элек­тродрелгә күҙе төшкән бының. Уны эшкә ҡушып, йоҙаҡты быраулап ма­ташҡан. Тот ҡапсығыңды! Атом бом­баһы шартлауына бирешмәгән гараж йоҙағын дрель менән генә асып булһа икән... Ашарына булмаһа, ярай эсеренә бар. Көмөшкә артынан эсеп ҡуйырға сейә компоты...
Башына градустар ҙа өҫтәлгәс, ҡатындың ярһыуы бермә-бер артҡан. Дрель менән Кәлиҙең “Жигули”йын тишә башлай был. Капотын иләк хәленә килтерә, дүрт ишеген, алғы һәм артҡы ҡанаттарын... Ике көнөн, ике төнөн бына шул халәтендә үткәрә. Өсөнсө көн төшкә ауышҡанда ғына, күңелендә өмөт сатҡыһы уятып, йоҙаҡ асҡан тауыш ишетелә. Юҡ, рәхмәтле булып ҡаршы­ларға йыйынмай бисә үҙен тотҡонлоҡҡа дусар иткән ирҙе. Әлеге дрелде ҡулына алып, һөмһөҙ ирҙең кергәнен көтә. Ишек асылып та китә, бисә ишек асыусының маңлайына, йән асыуы сығарып, дрель тотҡаһы менән килтереп тә тондора. Ир аңын юғалтып йығыла, бисә ситлектән сығып ысҡына.
Ни менән тамам булды тиһегеҙме был мажара. Ауыҙ йырырлыҡ әллә ни ҡыҙығы юҡ, ағай-эне. Кәли менән Иван йәнәш карауаттарҙа ятты. Кәлиҙең һынған уң ҡулы менән һул аяғы ялғанды, ҡабырғалары ла бөтәште. Ивандың лепкәһенә ямау һалдылар, һелкенгән мейеһен урынына ултырттылар... Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙар. Хәйер, Ивандың, хатта гаражы ишеген асҡанда ла ҡулдары ҡалтырауын, Кәлиҙең йөрө­гәндә һул яҡҡа янтайыбыраҡ атлауын иҫәпкә алмаһаҡ... Уныһы инде... Һул яҡҡа ҡыйшайып атлау ул бит әле “һулға йөрөү” тигән һүҙ түгел...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: