Күршеһе аптырауҙан ауыҙын асты.
– Ҡыҙың менән берәй хәл булғанмы әллә? Уҡып йөрөй ине бит.
Шомбай шомлоғон ситкә ҡуйып, хахылдап көлдө.
– Ҡыҙымдың уҡып бөткәненә бер йыл. Һаман эшкә төшә алмай. Һәр береһе стаж һорай. Иң кәмендә алтмыш ай. Ә был хат тап улыма.
– Нисек инде уға?
– Әрмегә оҙатҡаныма бер аҙна. Был көндә уға путевка килде, балалар баҡсаһына барырға сираты еткән.
– Бик хәтәр бит, мәслихәт. Үҙең ҡартайҙың, пинсийәгә сығырға ҡалмағандыр бер ай ҙа.
– Пинсийәһе тәтемәҫ.
– Ниңә улай тиһең, күрше?
– Кисә пинсийәне юлларға барҙым. Алтмыш өс йәш кәм түгел, эшләргә хәлдәрем мөшкөл. Хеҙмәтемдең стажы алтмыш биште һуҡҡансы эшләргә лә эшләргә, тинеләр.
– Улар инде шашты. Күрәһең, һинең сысҡандарың кеүек ашлығымды ашайҙар.
– Үҙең бесәй тотмайһың, аҙығыңды бүлешергә йәлләйһең.
– Миңә ниңә бесәйҙәр? Һинекеләр етеҙ булғанда.
– Теге аҙнала, һин ҡалала булғанда, силсәүиттән килделәр, малдарыма датчик ҡуйып, иҫәп алмаҡ булдылар. Бал ҡортомдоң күплегенә хайран ҡалып, шуларҙан башланылар. Бар күсемде болартып, дауыл-буран уйнатып, эй таланып ҡайттылар. Бесәйҙәрем ҡотолам тип, өйҙән сығып ҡастылар. Ярай әле, йәйләүҙәге һимеҙ атымды белмәйҙәр. Һикһән башлыҡ налог һалырҙар ине.
– Ә ҡарсығың ҡайҙа ҡасып ҡотолдо?
– Әбейгә ни булһын, ике аҙна элек табиптарға күренеп ҡайтырға дауаханаға юлланғайны. Бибисараның шунда эшләгән ҡыҙы, сираты һаман етмәй, тип әйтә, ти. Шуҡбай, ә һин үҙең ҡайҙа юл тоттоң?
Шуҡбай хәйләле генә ҡараш ташланы:
– Бараһы юл алыҫ түгел. Өҫтәге ҡыйҙы ҡағаһы, унан инде утилизовать итеп, ғүмер буйы эшләп тапҡан бурысты килә алаһы.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.