+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тубырсыҡсылар

Вениамин БОРИСКИН,шор яҙыусыһы Тайга буйлап бабай менән әбей атлай. Ҡулдарында – киндер тоҡ. Оло ҡара эрбет ағасын күргәс, ашығып уның янына барҙылар.

Тубырсыҡсылар
Тубырсыҡсылар

– Йәле, ҡарсыҡ, – тине бабай, – һинең күҙҙәрең үткер, ҡара әле, был эрбеттә тубырсыҡтар бармы-юҡмы? Әтеү минең күҙҙәр насар күрә башланы.
Әбей ағасты әйләнеп сығып ҡарағас:
– О-о, бабай, бында тубырсыҡтар ғәләмәт күп! Тиҙерәк үрмәләй һал. Һин ҡойоп торорһоң, ә мин йыйырмын.
– Ашыҡма, әбей, бер аҙ ял итергә, төрөпкә тартырға ирек бир. Тубырсыҡтар беҙҙән бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ. Һин дә ял ит, алыҫтан киләбеҙ бит.
Эрбет аҫтына ултырғас, бабай төрөпкәһен тоҡандырҙы.
– Хәҙер, әбей, тубырсыҡтарҙы ҡойорбоҙ, сәтләүектәр яһарбыҙ. Мин Мыски ҡалаһына барып, сәтләүектәрҙе һатам. Аҡсаһына һиңә һәйбәт итектәр һәм яңы эске күлдәк алам. Кейеп йөрөгәне ылбырап бөткән.
– Миңә күлдәк тә кәрәк, – әбей тауыш бирҙе. – Юҡ, хатта икәү.
– Береһе лә етер. Минең үҙемә бүрек һәм яҡшы пальто кәрәк.
– Ә миңә йылы мамыҡ шәл, ҡышҡылыҡҡа тун. Тағы ла быймалар кәрәк. Былары әллә ҡасан туҙып бөттө.
– Ярар, ни кәрәк һатып алырмын. Аҡса етерлек. Һуңынан һин миңә ҡағыҙға яҙып бирерһең, йә онотормон. Юҡһа, һыу мейегә әйләндем... Ай, Алла, саҡ онотманым! Беҙҙең телевизор ҙа күптән иҫкерҙе, алмаштырырға ваҡыт. Хәҙер бик кү-ү-үп телевизорҙар барлыҡҡа килде – төрлөләре, япондарҙыҡы. Бына шундайын алырбыҙ үҙебеҙгә.
– Ә миңә кер йыуыу машинаһы һәм ҙур һыуытҡыс кәрәк. Шулай уҡ импортныйҙар. Бик һәйбәт әйберҙәр, тиҙәр. Әтеү беҙҙең һыуытҡысҡа ит күп һыймай, тағы ла һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ ҡуйырға кәрәк. Кер йыуа торғас, ҡулдарым һыҙлап этләй. Беҙгә кер йыуыу машинаһы мотлаҡ кәрәк – автомат, центрифуга менән.
– Борсолма, ҡарсыҡ, барыһын да алырбыҙ, аҡса етер.
Ошо мәлдә ҡарттар янынан ике егет уҙҙы. Улар ҙа – тубырсыҡсылар. Бабай менән әбейҙе күргәс, һоранылар:
– Бында ни эшләп ултыраһығыҙ? Был эрбеттә тубырсыҡтар юҡ.
Бабай һүгенде:
– Китегеҙ, китегеҙ бынан, был минең эрбет. Мине алдай алмаҫһығыҙ, унда тубырсыҡтар күп, шулай бит, ҡарсыҡ? Йәле, яңынан ҡара, унда тубырсыҡтар бармы?
Әбей раҫланы:
– О-о, бабай, тубырсыҡтар ғәләмәт күп! Был егеттәр беҙҙе алдай. Улар үҙҙәре беҙҙең эрбеткә үрмәләргә теләй. Беҙҙе алдай алмаҫһығыҙ! Әйҙә, бабай, тиҙерәк мен, әтеү тегеләр йыйып бөтәсәк. Хәҙерге йәштәр ололарҙы бөтөнләй хөрмәт итмәй.
Егеттәр көлөштө лә ары атланы. Ә бабай, ыһылдай-ыһылдай, эрбеткә үрмәләне. Осона уҡ етте, тирә-яғына ҡаранды: был ағаста, ысынлап та, бер нәмә лә юҡ.
– Йә, Хоҙай, бында тубырсыҡтар бөтөнләй юҡ! – тине ҡарсығына. – Егеттәр дөрөҫөн һөйләгән... Ну, ҡарсыҡ, көтөп тор! Төшкәс, “ғәләмәт күп тубырсыҡтарыңды” күрһәтәм, һинең иҫке күлдәгеңде күрһәтәм, туныңды ла күрһәтәм, быймаларыңды ла, һыуыт­ҡысыңды ла, кер йыуыу машинаһын да!
Асыуы алҡымына тығылған бабай ағастан йәһәт кенә төшкәс, ҙур һайғау табып алды ла ҡарсығы артынан йүгерҙе. Ә тегеһе тоҡтарҙы быраҡтырҙы ла баш һуҡҡан яҡҡа елдертте. Сәрелдәүе алыҫтарға таралды.
Ҡарсыҡ этләнгәнгә күрә сәрелдәйҙер, моғайын. Сөнки уға һыуытҡысты, кер йыуыу машинаһын, башҡа әйберҙәрҙе йөкмәп барыу ауыр.

Факил МЫРҘАҠАЕВ
тәржемәһе.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: