Сүплек янынан үтәбеҙ, унда һуҡбай соҡона, сүп-сар һауытынан тутыҡ кәстрүл, ниндәйҙер иҫке журналдар тартып сығара. Ейәнем уға ҡыуанып ҡысҡыра: “Һаумыһығыҙ, пионер ағай!”
Уйлап та тормай
Балаға һигеҙ йәш. «Кем булырға теләйһең?» тигән темаға өйгә эше менән ултыра. Стоматолог булырға һәм барыһының да тешен дауаларға булды. «Әгәр мин (әсәй) һәм өләсәйең килһәк, кемебеҙҙе беренсе булып ҡабул итерһең?» – тип һораным. Бала уйлап та тормай: «Кемегеҙ алдан яҙылған, шуны», – тип яуапланы.
Хәҙерге балалар
Әхирәтем әле икенсегә ауырлы. Алты йәшлек улы бар, ул ҡустыһын дүрт күҙ менән көтә. Бөгөн әхирәтем улына, дүшәмбе көн УЗИ-ға барам, шунда баланың енесен беләм, тигән. Морат ҡыҙыҡһынып белешкән:
– Әсәй, эсеңдә кем икәнен нисек беләһең?
Әхирәтем балаға аңлайышлы телдә аңлата:
– Табиптың кабинетында махсус компьютер һәм сысҡан бар. Табип ошо сысҡанды минең эсем буйлап йөрөтә, ә мониторҙа малаймы әллә ҡыҙмы икәне күренә.
Малай шатлығынан ҡысҡырып ебәрә:
– Әсәй, әгәр компьютерҙа ҡыҙ күренһә, табипҡа әйт: башта ”юҡҡа сығарыу”ға, шунан “икенсе вариант һайларға”ға баҫһын!
Р. ВИЛДАНОВ.