Дәрес башланғанын көтөп, шифоньер эсендә ултыра торғас, йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, класс тып-тын. Тишектән ҡараһам, берәү ҙә юҡ. Әллә ҡайтып киткәндәр инде? Шкаф ишеген төртөп ебәргәйнем, ул бикле булып сыҡты.
Шкаф эсендә ҡараңғы, етмәһә, тын алыуы ҡыйын. Әҙерәк баҫып торам да, шунан ултырып аяҡтарҙы ял иттереп алам. Ныҡ ҡурҡыныс булып китте, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙем:
– Эй-эй-эй! Мин шкаф эсендә. Зинһар, ярҙам итегеҙ!
Шунан әҙерәк тыңлап торҙом, тып-тын. Әйтерһең дә, мәктәптә минән башҡа бер кем дә юҡ. Ҡурҡыштан дер-дер ҡалтырай башланым.
Шулай ултыра торғас, кемдеңдер аяҡ тауышы ишетелгәндәй булды. Мин түҙмәнем, тағы һөрән һалырға тотондом:
– Эй, иптәштәр! Мин шкаф эсендә! Ярҙам итегеҙ! Зинһар, мине сығарығыҙ!..
Кемдер миңә табан килгән һымаҡ тойолдо.
– Кем бында? – тип бөтә мәктәпте яңғыратты ул.
Йыйыштырыусы апайҙы танып, уға өндәштем:
– Сәлимә апай, мин бында! Шкаф эсендә! Асып ҡына сығарығыҙ инде!...
Йыйыштырыусыбыҙ үҙ алдына нимәлер һөйләнеп торҙо ла, ҡапыл ғына китеп юғалды. Мин үҙемсә асҡыс артынан киткәндер инде, тип уйланым.
Бер нисә минуттан яңынан аяҡ тауыштары ишетелде. Ул беҙҙең мәктәп директоры… Ғәли Бикмәтов ағай булып сыҡты.
Директорыбыҙ үҙенең ғәҙәтенсә бармағы менән шкафҡа туҡылдатып:
– Әй, кем унда? – тип һораны..
Мин ҡурҡыштан тағы ла көслөрәк ҡысҡырып ебәрҙем:
– Мин, мин бында! Бында…
– Һин кем? – тип һораны директорыбыҙ.
– Мин… Илдар…
– Ни өсөн шкаф эсенә индең?
– Мине бикләп киткәндәр… Әҙерәк класташтарымды шаяртып алырға уйлағайным.
Мәктәп директоры йыйыштырыусыға асҡысты табып алып килергә ҡушты.
Шкаф тишегенән директорыбыҙҙың йөҙөн күрҙем. Ул бик уҫал һәм уйсан ине.
– Бына бит шаянлыҡ һине ниндәй хәлгә төшөргән! – тип һөйләнде ул. – Ата-әсәңә лә хәбәр итергә тура киләсәк. Улар һинең башыңдан һыйпамаҫ….
Шунда шкаф эсенән юҡҡа сыҡҡым килде. Әгәр сихырсы булһам, әкиәттәрҙәге мөғжизәле балаҫҡа ултырып осоп ҡына сығыр инем, тип хыялландым.
– Әй, һин, Илдар?.. – тигән тауыш уйҙарымды бүлдерҙе.
– Ниңә өндәшмәйһең әле?
– Тереме һин?
– Көт, тиҙҙән асырбыҙ…
– Әйт әле, ни өсөн һин шкафҡа инеп ҡастың?
Мин өнһөҙ генә ултыра бирҙем. Бесәй булып ҡысҡырыр өсөн шкафҡа ингәйнем, йоҡлап киткәнмен, етмәһә, бикләгәндәр, тип әйтһәм, бөтә класс эсен тырнап көләсәген күҙ алдына килтерҙем дә баҫҡан урынымда, башымды түбән эйеп, тора бирҙем.
Л. МӘЖИТОВА.