– Ярай, килермен, меҫкен зат, һиңәме һуң мине уҙырға?! – тип көлгән бүре. Һәм ары киткән. Бер аҙ барғас, һағыҙаҡ ояһына баҫҡан.
– Ниндәй яуыз һин, бүре! – тигән һағыҙаҡтар. – Ниңә кескәйҙәрҙе ҡыйырһытаһың? Ә бит беҙ һинән дә көслөрәк. Беҙ һине йылғаға батыра алабыҙ хатта! Иртәгә иртән ошонда кил, көс һынашып ҡарарбыҙ!
– Ярай, килермен, бахыр заттар, һеҙгәме һуң минең менән алышырға?! – тип көлгән бүре.
Бүре киткәс, ҡусҡар һағыҙаҡтарға былай тигән:
– Иртәгә иртән бөтәгеҙ бергә йыйылығыҙ ҙа, йылға буйындағы таллыҡҡа йәшенегеҙ. Мин дә үҙемдең дуҫтарыма хәбәр бирермен. Беҙ бүрене йылға буйына килтереп еткергәс, уның өҫтөнә ташланығыҙ, ул мотлаҡ йылғаға сумырға мәжбүр буласаҡ.
Ҡусҡар үҙенең дуҫтарын биш аҙым һайын йылғаға ҡәҙәр теҙеп сыҡҡан. Икенсе көндө иртән бүре, һөйләшелгән урынға килгәс:
– Һин бындамы, ҡусҡар? – тип һораған.
– Бында, әйҙә, бәйгене башлайбыҙ!
Бүре йән фарман сабып киткән. Биш аҙым һайын теҙелгән ҡусҡарҙар, бер-бер артлы: “Мин бында! Мин бында!” – тип ҡысҡыра икән. Бүре йылға ярына килеп етеү менән, һағыҙаҡтар уны һырып алған да, сағырға тотонған. Бүре, ауыртыуға түҙмәй, һыуға һикергән. Мороно ғына күренеп тора икән. Һағыҙаҡтар уның моронон да саға икән. Ниһайәт, яуыз бүре батып үлгән, ти. Ҡусҡарҙар һәм һағыҙаҡтар, бер бәләнән ҡотолоуҙарына ҡыуанып, урманға ҡайтып киткән.
Эйе, берҙәмлек булғанда, теләһә ниндәй дошманды еңеп була икән шул.
Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.