-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Бөтәһе араһынан

Дуҫым ҡапыл вафат булып ҡалды. Уның сибәр һәм тоғро кәләшенә яңы кейәү һайлау эшенә мин дә йәлеп ителдем дә, бик бирелеп ҡатнашып киттем. Үҙем дә өйләнергә йөрөй инем, ә дуҫтың ҡатынына буйҙаҡ ир-егет әшнәләрем араһынан абышҡа табып биреү оло маҡсатҡа әүерелде.

Бөтәһе араһынан
Бөтәһе араһынан

Әлбиттә, ошо олоғара ниәттән тол ҡатын өйөнә йышлауым күршеләр күҙенә салынмай ҡалмағандыр. Улар йәш һәм яңғыҙ ҡатындың яңы йәре тип мине нарыҡлаған икән. Был хәбәр дуҫ ҡатынының яҡындары аша туғандарына ла барып еткән һәм улар ҙа мине мәрхүм кейәүҙәренә лайыҡлы алмаш тип тапҡандар, имеш!
Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй тип, үҙемә тиклем килеп еткән төрлө фараздарға көлөп кенә ҡараным, хатта ҡай берҙәрен ҡыҙыҡ өсөн хуплап та ебәргеләнем. Шулай, төрлө-төрлө имеш-мимеш үҙаллы йөрөй торҙо, ә мин ул арала өйләнеп ебәрҙем, йәш хәләлбикәм менән матур ғына йәшәй башланыҡ. Тик... һауала йәнәш осҡан ҡоштар ғына бер ҡасан да бәрелешмәй, ә ике яҡта йөрөгән ике осраҡ был донъяла бер килеп осрашып ҡуя икән шул...
Өйгә ҡайтып инһәм, хәләлем илап ултыра!
– Ни булды, йөрәккәйем, кем рәнйетте? Әллә берәй туғаныбыҙ үлгәнме?
– Һин... һыңҡ... Дуҫыңдың кәләшенә ҡыҙыҡҡас... ниңә уны алманың, ә миңә өйләндең? Хәҙер ҙә уға йөрөйһөң икән, бар, йүгер! Ә мин ҡайтып китәм! – тип теҙеп китте берҙән-берем, һәр һүҙ һайын һыңҡылдап һәм ҡыҙғандан-ҡыҙа барып.
Мин шаңҡып ҡалдым: әһә, тимәк, хәбәр килеп еткән, йәғни, еткергәндәр! Алдан үҙем һөйләгән булһам, ышаныр инеме? Юҡтыр, ай-һай... Һөйәркәһенә йөрөр өсөн һылтау тапҡан, тиер, һис шикһеҙ. Нисек сығырға был һәләкәти хәлдән? Аҡланырлығым юҡ, дуҫымдың ҡатыны янына, ул яңғыҙ ҡалғас та, ингеләнем... Алдап ҡына ҡотолоп булмаҫтыр бында.
– Эйе, шулай, дөрөҫөн еткергәндәр һиңә, – тип ихлас асылырға ҡарар иттем. – Бәлки, һиңә тиклем дә минең тағы бер ҡатыным булғанын әйткәндәрҙер? Өйләнергә йөрөгәнемде лә кешенән ишеттеңме? Үҙем тәҡдим яһаманыммы һиңә, онотҡанмын инде хәҙер, ғәфү ит. Эйе, һине осратҡансы минең йөрөгән ҡыҙҙарым, алам тигән кәләштәрем күп булды. Ҡайһыларының артынан үҙем саптым, бәғзеләре үҙҙәре муйыныма аҫылынды... Ләкин шуларҙың бөтәһе араһынан мин тик һине һайланым, башҡа береһен дә түгел!..
Һуңғы һүҙҙәрҙе әйтеүемә бергенәмдең һытыҡ-илаҡ йөҙө яҡтырып, йәшле күҙҙәренән бәхет сатҡылары һибелде. Хәҙер, минең йөрөмтәллегем тураһында имеш-мимеш ташыусылар килһә, ҡатыным, әллә мине тынысландырып, әллә үҙен йыуатып, уларға минең ышандырыуым менән яуаплай: ”Ул бит мине һайланы!”

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в