Белмәйем, – тип әйтә, ти, тегеһе.
– Тыуған ил ул – һинең әсәң! – тип аңлатҡан командир. Шунан икенсе һалдаттан һорай икән:
– Йә, рядовой Зәхмәтов, Тыуған ил нимә инде ул?
– Тыуған ил ул – Әхмәтовтың әсәһе! – тип яуаплаған Зәхмәтов.
– Ахмаҡ! Тыуған ил ул – һинең дә әсәң! Аңланыңмы? – тигән прапорщик.
– Аңланым, иптәш командир, тимәк, беҙ Әхмәтов менән бер туғандар булып сығабыҙ, – тип, Әхмәтовты ҡосаҡлап алған Зәхмәтов.
Хикмәт инде, хикмәт. Күптән түгел генә өйләнешкән ир менән ҡатын асыуланышып китә.
– Күргем килмәй һине, албаҫты! – ти ҡатын. – Аҡса бир ҙә, такси алып, әсәйемдәргә ҡайтып китәм!
Ир аҡса бирә. Ҡатын аҡсаны һанап ҡарай ҙа:
– Ә ҡайтыр юлға кем бирер?!. – ти.
Хикмәт инде, хикмәт.
– Мин төндә өйгә һуңлап ҡайтҡас, ҡатыным бер һүҙ ҙә өндәшмәй, сәғәткә генә ҡарай, – ти бер ир.
– Һиңә рәхәт, – ти икенсеһе. – Минеке календарға ҡарай.
Хикмәт инде, хикмәт.
– Ҡайһыһы һәйбәтерәк: ахмаҡ булыумы, пеләш булыумы? – тип һорай берәү.
– Ахмаҡ булыу, – ти икенсеһе. – Сөнки ахмаҡлыҡ тиҙ генә күҙгә ташланмай.
Хикмәт инде, хикмәт.
– Ниңә кәйефең юҡ? – тип һорай бер ир дуҫынан.
– Ҡатын өс аҙнаға Ҡара диңгеҙ буйына китә, – ти тегеһе.
– Аңлап бөтмәнем.
– Әгәр мин шат күренһәм, уның кире уйлауы бар, – тип аңлата дуҫы.
Хикмәт инде, хикмәт. Бер-береһенә үлеп ғашиҡ булған егет менән ҡыҙ ресторанға инә. Заказ бирергә лә онотоп, күҙгә-күҙ ҡарашып тик ултыралар.
– Һин шул тиклем тәмле тойолаһың, – ти, ниһайәт, егет, – мөмкин булһа, мин һине ашар инем.
– Мин дә һине, – ти ҡыҙ. Шул саҡ официант, итәғәтле генә тамаҡ ҡырып:
– Ә эсергә нимә килтерәйем? – ти.
Хикмәт инде, хикмәт. Бер ир эшкә һуңға ҡалып килә. Башлығы әрләй башлай, эштән ҡыуам, тип янай. Ир аҡлана башлай, имеш, яңылыш малайын икенсе балалар баҡсаһына алып барған.
– Шунан?
– Шунан башҡа баҡсаға киттек. Уныһы ла улымдыҡы түгел икән.
– Шунан?
– Өсөнсөһөнә барғайныҡ, улым әйтә: “Атай, йәнә бер баҡсаға барһаҡ, мин мәктәпкә һуңға ҡалам бит!” – ти. Улының инде мәктәптә уҡығанын да белмәгән теге мәймүн!
Хикмәт инде, хикмәт. Урамда уйнап йөрөгән шул улы атаһына ҡысҡыра:
– Атай! Атай! Беҙҙең машинаны урланылар!
– Ә һин танып ҡалдыңмы һуң ул ҡараҡтарҙы?
– Юҡ, – ти улы, – әммә мин машинаның номерын яҙып алып ҡалдым.
Хикмәт инде, хикмәт. Шул ир табипҡа зарлана икән:
– Ҡатынымдың тауышы бөттө, нишләргә икән?
– Ә һин эш хаҡыңды эсеп бөтөп, өйгә төн уртаһында ҡайтып ҡара, – тип кәңәш биргән табип.
Хикмәт инде, хикмәт.
– Йә, һөйләп бирегеҙ, – тигән тикшереүсе бер иргә. – Был яралар нисек пәйҙә булды?
– Элекке ике ҡатыным дуҫлашҡандар ҙа, әлеге ҡатынымды туҡмағандар. Ә әлеге ҡатыным мине туҡманы, – тигән бахыр ир.
Хикмәт инде, хикмәт. Егет ҡыҙға әйтә:
– Һинең менән танышҡандан бирле ашағаным да, тәмәке тартҡаным да юҡ.
– Мине шул тиклем өҙөлөп һөйәһеңме ни? – ти ҡыҙ.
– Юҡ, аҙыҡ һәм сигаретҡа аҡса ҡалмай, тип әйтергә теләүем генә.
Хикмәт инде, хикмәт. Бер ир күршеһенән төпсөнә икән:
– Нишләп кисә ҡатыныңа бик ныҡ аҡырҙың ул?
– Аҡсаны нимәгә сарыф иткәнен әйткеһе килмәне тегенең.
– Ә бөгөн ниңә тағы ла яманыраҡ аҡырҙың?
– Бәй, ул аҡсаны нимәгә сарыф иткәнен, ниһайәт, һөйләп бирҙе...
Хикмәт инде, хикмәт. Полиция бүлегендә бер ханым илап ултыра.
– Өс көн элек сығып киткәйне ирем, һаман ҡайтмай...
– Ә ул нисегерәк кейенгәйне һуң?
– Ғәҙәттәгесә инде: майлы таптар буялған һоро салбарҙа, күлдәгенең ике төймәһе юҡ, бер ойоҡбашы – зәңгәр, икенсеһе йәшел, икеһе лә тишек, аҡ свитеры ҡара еп менән ямалған...
– Аңлашылды, – тигән тикшереүсе. – Ирегеҙ, моғайын, берәй йүнле ҡатын осратҡандыр.
Хикмәт инде, хикмәт. Бая полицияға килгән ҡатын кеүегерәк икенсе берәүҙең ире мунсаға йыйына икән.
– Ҡатын, берәй йыуылған алмаш күлдәк бир әле, – тип үтенә.
– Йыуырға өлгөрмәнем, икенсе яғын әйләндереп кей, – тип әйтә, ти, ҡатыны.
– Бәй, күлдәк өс ҡатлы булмай бит инде, – тигән аптыраған ир.
Хикмәт инде, хикмәт. Һикһән йәшлек бабай табипҡа килә.
– Мин йәнә өйләнергә булдым бит әле, ни әйтерһегеҙ икән? – ти ул.
– Кәләшегеҙгә нисә йәш?
– Ун һигеҙ.
– Киҫәтергә мәжбүрмен: был хәлдең үлем менән тамамланыуы бик мөмкин, – ти табип.
– Яҙмыштан уҙмыш юҡ, – тип көрһөнә бабай. – Үлһә, йәнә өйләнергә тура килер инде...
Хикмәт инде, хикмәт. Беҙҙең бер бизнесмен өс инглиз эшҡыуарын ҡабул итә икән.
– Бынауы өс һарыҡҡа кофе индер! – ти ул секретаршаһына селектор аша.
– Ике һарыҡҡа ғына, – тип төҙәтә уны өсөнсө ҡунаҡ, – мин – тәржемәсе.
Хикмәт инде, хикмәт. Ҡайҙа баҡма, хикмәт, әйкәйем.
Рәфил КАШАПОВ.