Машинанан төшкәс, уҡтай атылдым! Башта башымды бағанаға бәрҙем. Шунан бордюрға эләгеп йығылып, эскәмйәгә барып төштөм. Торған арала тырпайып торған ҡаҙаҡҡа эләктереп, ыштанымды йырттырҙым. Ишекте аса алмай шыбыр тиргә баттым…
Быларҙың барыһын да таксист ауыҙын асып күҙәтеп ултырҙы, ниңәлер машинаһынан төшмәне. «Ул шаңҡыны», – тип уйланым.
Подъезға ингәс кенә машинаға ултырғас та аҡса түләүем иҫкә төштө. Яңы ыштан һатып алырға тура килде.
Китеп барам
Урман буйлап атлайым. Төн, ямғыр, ел… Еүешләнмәгән ерем ҡалманы. Ҡараһам, машина тора. Янына барып тәҙрәһенән күҙ һалһам, бер кем дә юҡ. Ишеген тартып ҡараным – асылды. Индем дә ултырҙым. Йылынырға…
Көтмәгәндә машина ҡуҙғалып китте. Шаҡ ҡаттым. Машина бара, ә мин артта ултырам, рулдә бер кем дә юҡ. Шул ваҡыт ҡайҙандыр йөнлө ҡул пәйҙә булды ла, рулде борғас, юғалды. Сәстәрем үрә торҙо.
Ауылға яҡынлаштыҡ. Беренсе өйҙәр күренде. Машина туҡтаны. Салонға бер ир башын тыҡты ла, күҙҙәрен аҡайтып һораны:
– Һин бында ни эшләп ултыраһың?
– Китеп барам әле…
– Аҡылдан шашырһың! Мин этәм, ә ул бара!
Р. ИҘЕЛШИН.